Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Һағыныуҙарым мине йәшәтте лә...”
“Һағыныуҙарым мине йәшәтте лә...”Рәйес Түләктең ҡатынын ниндәйҙер сәбәп менән Сибайға барғанда тәүләп күрҙем. Йәй айҙары ине. Белов урамындағы аллеянан барғанда етәкләшеп атлаған парға иғтибар итә ҡуйҙым. Ир, мине күреп, туҡтаны.
— Аһ, Рәйес, һинме?
— Мин. Ә был — Флүрә, ҡатыным.
— Һаумыһығыҙ!
Сибәрҙәр бит алыҫтан уҡ күренә. Бәлки, ҡаршымда сибәр ҡатынды күреп, Рәйесте шәйләмәгәнмендер? Эйе, сибәр ине Флүрә! Һомғол зифа буйлы, тыумыштан бөҙрәрәк ҡуңыр сәсле, бик тә ҡупшы, нескә йөҙ һыҙаттары, күңелде әсир итерлек йылмайыуы... Һайлай белгән Рәйес кәләште!
— Флүрә мәктәптә сит телдән уҡыта, апай. Беҙ хәҙер бында йәшәйбеҙ.

Ошо күрешеүгә ике йыл үткәс, мин үҙем дә Сибайға килдем. Әмәлгә ҡал­ғандай, яҙыусылар ойошмаһының (мин ошо төбәк яҙыусылар ойошмаһына 1996 – 2000 йылдарҙа етәкселек иттем) офисы Рәйестәр йәшәгән йорттоң ҡаршыһында ғына ине. Рәйес бер ингәнендә:
— Апай, беҙҙең хәлдәрҙе ишеткән­һегеҙҙер инде, — тине.
— Ниндәй хәлде?
— Флүрә сирләй бит.
— “Рәйестең ҡатыны сирләгән” тигән хәбәрҙе ишетеп ҡалғайным шул. Йүнәлмәнеме әле?
— Йүнәлә торған сир түгел шул...
“Һағыныуҙарым мине йәшәтте лә...”Шунда миңә Рәйес Флүрәнең сире, дауаханалар, табиптар буйлап йөрөгәндә сиккән ыҙалары хаҡында һөйләне. “Машинаға ултыртып булмай — аяҡтары бөгөлмәй. Гел күтәреп алып йөрөйөм. Ҡулдары тотмай, инде һуҡырая. Ул — шундай әшәке сир. “Системная болезнь” тиҙәр, организм бер-бер артлы эшләүҙән туҡтай. Ә бит ул бейеүсе ине!”
Шул көндән алып мин Флүрә эргәһенә инеп йөрөй башланым. Дүрт бүлмәле яҡшы фатир, бөтә ерҙә — тәртип, улдары Таһир үҫеп килә. Йәшәргә лә йәшәргә бит инде! Бына яҙмыш... Рәйес тә йәл: типһә, тимер өҙөрлөк егет, әммә төшөнкөлөккә бирелгән. Бәндә күңеле — быяла, бәргесләһәң, ыуала. Ә шағир күңеле? Был ғаиләнең фажиғәһен күңелемә уғата яҡын алдым — Флүрә менән дуҫлаштым, Рәйесте бер туған ҡустымдай яҡын иттем.
Рәйес Флүрәгә нисек яратып өйләнеүе хаҡында ла һөйләне миңә.
— Ҡәйнәм ҡаршы булды өйләнеше­үебеҙгә. Баймаҡ һынлы ергә (Флүрә Ейәнсура районынан ине) бирә торған ҡыҙым юҡ, тип ҡайтарып та ебәрҙе мине, ләкин бирешмәнем, тағы барҙым. Ахырҙа әсәһе ризалыҡ бирҙе.
— Ә өйләнгәс, “Башҡортостандың иң һылыу ҡыҙына өйләндем!” тип ҡысҡырып йөрөнөңмө?
— Апай, уны ҡайҙан ишеттең?
— Һүҙ эйәһе менән йөрөмәй, ҡустым, — тинем, көлөп.
Рәйесте яҡындан белгән кеше был һүҙҙәргә шикләнмәй торғандыр: шағиры­быҙ шатланһа, бала кеүек донъяһын онотоп ҡыуаныр ине. Ҡәҙимге бәндәгә хас сама Рәйескә ят ине... Эйе, хистәренең ярһыу, ҡауышҡандағы ҡайнар­лығын юғалт­маған сағында килә бәлә ғаиләгә. Рәйес был турала 1999 йылдың июль айында:

Әселекәй буйы, эй, муйыллыҡ,
Әселекәй буйы ереклек.
Хайран булып ошо матурлыҡҡа,
Донъяларҙы онотоп йөрөнөк.
Тауҙар бейек. — Ҡул иҙәһәк менеп,
Йондоҙ һибелә ине тирелеп.
Күрер өсөн, тинек, был ерҙәрҙе,
Ожмахтарҙан ҡасып килерлек...
Йәшлек дәрте беҙҙең күңелдәрҙә
Бөтмәһә лә тамам һүрелеп. —
...Аяҡтарың юҡ шул йөрөрлөк,
Күҙкәйҙәрең юҡ шул күрерлек.

Мин 2000 йылдың йәйендә Өфөгә юлландым. Флүрәнең хәрәкәтһеҙ ҡатҡан кәүҙәһе, нурын юғалтҡан күҙҙәре күҙ алдынан китмәй. Рәйес аҙап-ғазаптары менән Сибайҙа ҡалды. Әммә яҙмыш элекке күршеләрҙе йәнә бер ергә тупланы: Рәйес, Өфөгә күсеп, мин йәшәгән ятаҡтың икенсе ҡатынан бүлмә алды. Эшкә урынлашты, тиҙ арала бүлмәһен ялт иттереп рәтләп алды. Ҡулы оҫта ине уның. Флүрә менән Таһирҙы алып килде. Тормоштары түңәрәкләнгән кеүек тә, ләкин... Флүрә сирле, һыҙлана, Рәйес төнөн ижад итә. Тарта.

Һыҙланаһың. Мин теш ҡыҫам
Уртымды ҡанатҡансы.
Эй, ошо ауырыуыңды
Үҙемә алалһамсы.
Һинең һәр бер уфтаныуың
Йөрәккә утлы ҡамсы...

Был юлдарға өҫтәп тағы ни әйтәһең? Шулай ҙа тыныс, бик тыныс йәшәне улар. Рәйес уртын ҡанатҡансы тешен ҡыҫҡан кеүек, Флүрә лә ғәзизенең күңелен төшөрмәҫкә хәленән килгәнсә тырышты.
— Рәйес төндә яҙа бит. Яҙған бер әйберен миңә уҡый. Ул яҙа — мин тыңлайым. Шунан икәүләп фекер алышабыҙ. Уңышлы булһа, һөйөнәбеҙ, сәй эсеп алабыҙ, — тип һөйләгәне хәтерендә Флүрәнең. Ысынлап та, ул Рәйестең һәр шиғырын ятҡа белә, (уның сире хәтеренә ҡамасауламаны), һәр шиғырының яҙылыу тарихын хәтерләй ине. Ҡайһы бер строфаларҙың ни өсөн үҙгәртелгәнен, башта ҡайһылай яңғы­рағанын да һүҙ барышында әйтеп ҡуйғылай. Тулы ярашыу, гармония хөкөм һөрҙө улар араһында, сөнки мөхәббәт тере ине. Изге китапта: “Любовь никогда не перестает”, — тигән юлдар бар. Флүрәнең сире уларҙың көнкүрешенә зыян итһә лә, мөхәббәттәрен имгәтә алманы. Шулай булмаһа, шағир күкрәгендә түбәндәге юлдар яралыр инеме?

Аҡ күлдәк кейер инең,
Күк күлдәк кейер инең.
Мин ҡурай өрөр инем,
Гөрләтеп бейер инең...
Аҡ күлдәк кейеп ятаң,
Күк күлдәк кейеп ятаң.
Һин мине яратаһыңмы?
Мин шул тиклем яратам.

Флүрә тырышты аяҡҡа баҫырға. Баҫты ла ул! Бер саҡ, 2007 йылдың март айы булдымы, ул мин йәшәгән бүлмәгә үҙ аяғы менән килеп инде. Ә мин сирлемен. Етмәһә, автопробег менән төньяҡ-көнбайыш райондарға сығып китергә тейешмен. Өс кенә көн ҡалған. Ҡыл өҙөрлөк кенә лә хәл юҡ.
— Һин нисек өсөнсө ҡатҡа күтәрелә алдың, Флүрә?
— Апай, мин хәҙер әҙерәк йөрөйөм ул. Кистәрен Рәйес мине урамға алып сыға башланы...
— Бына бәхет! Ә минең, Флүрә, һиңә сәй эсерергә лә хәлем юҡ.
— Күптәнме?
— Байтаҡ инде.
— Әйтәм, күренмәйһең. Мин, апай, бер БАД эсәм, шул хәл индерә, иммунитетты күтәрҙе.
— Ҡайҙа ул нәмә?
Флүрә мобильныйынан телефон номерын йыя башланы.
— Атаҡ, әллә күрәһең?!
— Әҙерәк күрә лә башланым.
— Әләйһәң, такси саҡыртам. Киттек шунда!
...Һәм мин өс көндән планлаштырылған сәфәргә сығып киттем. БАД ярҙам итә ине Флүрәгә, шуның еле менән ул ҡәҙимге йөрөй ҙә башлағайны. Әммә бергә йәшәү улар өсөн ауыр ине. Рәйес төндә яҙа, Флүрәгә ял кәрәк, ул төндә йоҡларға тейеш.
Рәйес фатир булмаған хәлдә берәй өйҙөң подвалынан булһа ла “Ижад оҫтаханаһы” биреүҙәрен юллай башланы “Рәссамдарҙың бит ундай урындары бар, — тиер ине. — Мин бит хан һарайы һорамайым!”
Рәйестең сараһыҙлыҡтан килеп сыҡҡан йөрәк әрнеүен ишетеүсе булманы. Сибайҙа фатирҙарға хаҡ шул тиклем ныҡ төштө ул саҡта. Улар дүрт бүлмәле фатирын һатҡан хәлдә лә Өфөлә бер бүлмә лә ала алмаҫ ине. Унан һуң бер бүлмә мәсьәләне хәл итмәй — йәнә шул тырма тешенә баҫыу ғына. Флүрә кире Сибайға ҡайтты, Таһир атаһында ҡалды. Ҡатынының ауырыуы, үҙенең яңғыҙлығы арҡаһында Рәйестең бер сиктән икенсе сиккә бәргеләнгән саҡтары ла булды. Үҙе Флүрәнең аяҡҡа ныҡлап баҫыуына һис өмөт өҙмәне:
— Апай, китап сыҡһа (“Мең дә икенсе кис” хаҡында һүҙ бара), мин “Нугабест” карауатын алам — Флүрә дауаланыр, — тине бер. Икенсе тапҡыр:
— Апай, әллә гонорарыма машина алып ебәрәйемме икән? Флүрәне теләгән еренә алып барырмын, — тине.
Ҡатыны ла тик ятманы, үҙенсә бик тырышты, итмәгән әмәлен ҡалдырманы. Мин инде уның рухын күтәрергә тырыштым.
— Әйҙә, әйҙә! Ауырыу килолап килә — мыҫҡаллап сыға, — тинем. — Ана бит, апаруҡ күрә башланың, тышҡа әкренләп үҙаллы сығып йөрөйһөң...
Рәйестең дә күңелен төшөнкөлөккә бирелмәҫкә, бирешмәҫкә өндәйем:
— Китабың сыҡһа, Салауат Юлаев премияһына тәҡдим итербеҙ. Һинең ижадың лайыҡ уға!
— Ысынмы, апай? Тик бит минән алда Ирек ағай, Тамара апай бар... Уңайһыҙ булмаҫмы?
Бына шундай пландар менән йәшәп ятҡан саҡтарында Рәйестең ғүмере өҙөлдө. Шағирҙың китеүен ил-ғәмгә лә, Флүрәгә лә еткереүҙе Хоҙай ниңәлер миңә йөкмәтте.
Ҡәҙимге аяҡҡа баҫа башлаған ҡатынды был ҡайғы бик ныҡ бөктө, ләкин һын­дырманы: Флүрә, үлемгә үс итеп, Рәйестең үлемһеҙ мәҡәләләренән торған китапты үҙе төҙөнө, “Китап” уны нәшер итте. Күптәр өсөн ҡатындың ире ҡалдырған мираҫты хәстәрләүе ғәҙәти бер күренеш булғандыр. Әммә Флүрәнең хәлен белгәндәр өсөн был Павел Корчагин, Вячеслав Титов, Маресьевтар өлгәшкән батырлыҡ ине. Иманым камил: әгәр Флүрә шул сиргә дусар булмаһа, филология факультетының (ул сит телдәр факультетын тамамла­ғайны) башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлеген ситтән тороп тамамлап, иренең әҙәбиәт­тәге урынын лайыҡлы билдәләү маҡ­сатында, “туляковед” булып китер ине. Ул бит Рәйес тыуҙырған шиғырҙарҙың һәр юлының ҡабатланмаҫ һулышын тойҙо...
Ныҡ һағынды Флүрә Рәйесте.
— Ваҡыт үткән һайын нығыраҡ һағынам мин уны. Ошо һағыныуҙарым йәшәтте лә, уның кире бер ҡасан да ҡайтмаҫын белеү ҡаҡшатты ла мине, — тиер ине ул ос­рашҡан саҡтарҙа. Ире рухына аяттар уҡытты, йәненә йәннәттән урын һораны Илаһынан. Мәүләм уның теләктәрен ҡабул ҡылғандыр, тим. Бөтә булмышы менән эскерһеҙ, иренә тоғро зат булды Флүрә.
“Иренә хеҙмәт иткән — иленә хеҙмәт иткән” тигәндәй, Флүрә һуңғы һулышынаса Рәйестең рухына хеҙмәт итте. Әлбиттә, әгәр бынан өс йыл элек машина төрттөрөп китмәһә, Флүрә шәбәйә ине ул... Ләкин ҡаза яңғыҙ йөрөмәй. Теше-тырнағы менән йәшәү өсөн көрәшкән ҡатындың барлы-юҡлы һаулығына ҙур зыян килтерҙе был авария, әммә һындыра алманы: Флүрә йәнә аяҡҡа баҫты.
Күптән түгел Флүрә Хәсән ҡыҙының йөрәге тибеүҙән туҡтаны. Инде улар Мәңгелек йортонда бергәлер. Рәйес ҡурай тарталыр, Флүрә осоп-талпынып бейейҙер. Унда һыҙланыуҙар, көйөнөстәр, моғайын, юҡтыр...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 064

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 428

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 959

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 864

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 613

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 218

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 442

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 409

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506