Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Өс көнлөк донъя...
Өс көнлөк донъя...“Өс көнлөк кенә инде был донъя!” – ти торғайны атайым ҡорҙаштарын, замандаштарын һәм яҡындарын баҡыйлыҡҡа оҙатып ҡайтҡандан һуң. “Нисек инде ул өс көнлөк булһын?” тип уйлай торғайным үҫмер саҡта. Үҫә төшкәс иһә быны тәрән аңланым. Ғәзиз кешем тотош бер ғүмерҙе өс үлсәм (донъяға килеүҙе, йәшәүҙе һәм баҡыйлыҡҡа китеүҙе) менән сағыштырып әйткән икән.

Эйе! Был йәшәйештең һиҙелмәй генә тиҙ үтеүен өс көн, күҙ асып йомған ара, аҡҡан һыу менән дә сағыштыралар. Байтаҡ ваҡыт үтһә лә, беҙҙең дә тормош кисә генә башланған кеүек ине. Ейәнсура районының Бикбау ауылында тыуып үҫкән, Салауат ҡалаһындағы педагогия училищеһын тамамлаған 20 йәшлек Фәүзиә 1969 йылдың 13 авгусында миңә кейәүгә сыҡҡайны. Ҡыҫҡаһы, яҙмыштарыбыҙҙы бергә бәйләп ярты быуатҡа яҡын һоҡландырғыс матур ғаилә ҡорҙоҡ. Ул миңә Марс һәм Сабит тигән улдар табып биреп ҡыуандырҙы. Икеһе лә юғары белемле, үҙҙәре башлы-күҙле булып, беҙгә ейәндәр бүләк итеп шатландырҙылар.
Тормоштоң гүзәллегенә, матурлығына һоҡланып һәм кинәнеп йәшәргә лә йәшәргә ине лә бит... Көтмәгәндә барып юлыҡҡан сир менән ҡатыным оҙаҡ көрәште. Табиптар ҙа бар көсөн һәм тәжрибәһен һалды, әммә сир еңелмәне.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ышаныслы терәгем, һөйөклө ҡатыным Фәүзиә Абдулла ҡыҙы, 2017 йылдың 18 июлендә фани донъяны ҡалдырып, ахирәткә китеп барҙы.
Ғаиләбеҙҙең иңенә төшкән ауыр ҡайғыны еңеләйтер өсөн дуҫтарым, яҡындарым ҡулдан килгәнсә ярҙам итте. Һәммәһенә лә сикһеҙ рәхмәт. Республикабыҙҙың иң абруйлы “Башҡортостан”, “Йәшлек”, “Киске Өфө” гәзиттәренә, Башҡортостан телевидениеһына, Фәүзиәнең туған коллективы “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы хеҙмәткәрҙәренә һәм уның баш мөхәррире Салауат Кәримовҡа, Өфөлә йәшәгән яҡташтарым ейәнсураларға оло рәхмәтемде белдерәм. Йәнә бер рәхмәтем — тыуған ауылым Бикбауҙа мәрхүмәне ерләүҙә ҡатнашҡан ағинәйҙәргә, иманлы ауылдаштарыма, ғаилә дуҫтарыбыҙ Хәсән Ҡаҙаҡбаев, Мәсҡүҙә менән Салауат Сабировтарға.
Беҙ был донъяны еңеүҙәр һәм юғалтыуҙар аша асҡанда һәм аңлағанда атайымдың йыш әйткән һүҙҙәрен тағы бер мәртәбә ҡабатлағы килә: “Өс көнлөк кенә донъя!” Ошо өс көнлөк кенә донъяла бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белеп, татыулыҡта йәшәйек, дуҫтар, туғандар. Һеҙҙең барығыҙға ла иҫәнлек-һаулыҡ, бәхет-шатлыҡтар, уңыштар теләйем!

Салауат ИТБАЕВ,
БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Өфөләге ейәнсураларҙың яҡташтар ойошмаһының элекке рәйесе.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 617

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 491

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509