Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Имән кеүек көслө рухлылар бар...
Имән кеүек көслө рухлылар бар...Әнүзә Ғиззәтуллина – Бөрйән ҡыҙы. Уның ҡаяларҙай ғорур, сылтырап аҡҡан шишмәләрҙәй нескә, ҡарағайҙар кеүек камил, ыуыҙҙай ҡымыҙ еҫе аңҡытҡан болондағы аллы-гөллө сәскәләй, ҡарурмандарҙай серле шиғырҙарын уҡыһаң, шунда уҡ Бөрйән ҡыҙы, тау ҡыҙы, урман ҡыҙы икәне күҙ алдына килә. Йәш кенә булыуға ҡарамаҫтан, шиғырҙарында тормош, уның әсе-сөсөһө, донъяуи төшөнсәләр, тәрән фәлсәфә һәм ололарға хас аҡыл ярылып ята.
Тағы ла башҡортҡа хас булған изге ҡиммәттәр, кеше хаҡы, матурлыҡ, изгелек сифаттары урап үтмәгән уның ижадын. Был, әлбиттә, күп замандар буйы һыналып килгән шағир затынан булыуынан киләлер. Ысынлап та, йәш шағирә Интернет заманында йәшәһә лә, үҙ ижады менән ҡайһы бер йәш шағир-яҙыусылар кеүек баҙарҙа һатҡандай һатыулашмай. Үҙе кеүек ижады ла баҫалҡы, ипле. Тәү ҡарамаҡҡа шулай булһа ла, бер тапҡыр уның шиғырҙарын уҡып ҡарағандар уларҙың күп мәғәнәгә эйә булыуын, хатта ки әҫәрҙәрендә заман тауышы, дөрөҫөрәге, заманына күрә рухлы йәш кеше тауышы барлығын аныҡ күрә.
Шулай итеп, йәш шағирәгә алдағы ижадында уңыштар теләп, бер шәлкем шиғырҙарын гәзит уҡыусыларға тәҡдим итәбеҙ.

Таңсулпан РӘСҮЛ.


***
Күп һөйләйҙәр тормош тураһында,
Әйтеләһе әле алдалыр...
Тормош – йомаҡ. Уны сисәм тигән
Мең ҡат янып, мең ҡат алданыр.

Теләй икән – һауаларға сөйә
Йә ҡайғынан күмә тереләй.
Бәхет өләшкәндә, киҫәктәрҙе
Үлсәп-нитеп тормай телгеләй.

Мәғәнәһеҙ тимә ғүмерҙәрҙе,
Яҙмыштарҙың яҙһа ҡатыhы.
Мәғәнәһеҙ заман диуарында 
Мәғәнәле йөҙөң балҡыһын!

***
Ҡаршылағы бейек тауға 
Тәү күргәндәй ҡараным.
Яҙмыштарҙың шул тауҙарға 
Бәйләнгәнен аңланым.

Киске һалҡын елдәр иҫһә,
Ағастары шаулайҙыр –
Һәр ҡарағай, һәр бер ҡайын
Хәҡиҡәтте даулайҙыр.

“Тауҙарҙан да бейегерәк,
Имеш, кешеләр генә” –
Шул һүҙ менән еткән кеше
Тәкәбберлек сигенә.

Йәшел байлыҡ – киң урмандар
Күсә ситтәр ҡулына.
Тауҙар ҡарғышы төшөр бит, 
Аҡса ҡоло, улыңа!

Шашып китте Ер-әсәнең
Тыңлауһыҙ балалары.
Уңалырмы ғәзиз ерҙең 
Әрнеүле яралары?!

Ауылымдан сыҡҡан саҡта
Ағастары шауланы.
Шаңдау булып яңғыраны 
Ҡарурмандың зарҙары: 

“Башҡорт халҡы йөрәгенә 
Ҡалҡан булып теҙелдек
Килде заман – ҡәҙер бөтөп,
Тәләфләндек, тирелдек.

Артылғанда тормоштағы 
Ҡаялар бейеклеген,
Ник онота икән кеше 
Тәбиғәт бөйөклөгөн?!

Һаҡта торһа әгәр илдә
Ҡаһарман башҡорт ире,
Йәйрәп ятыр, сәскә атыр
Аҫаба башҡорт ере.

Ҡайҙа ғына йөрөһәң дә,
Онотма, һин – Тау ҡыҙы!
Күңелеңдә тынмаһын һис 
Тыуған ергә дан йыры.
Һаҡла ерҙе, Тау ҡыҙы...”

***
“Үҫеп етһәң, өйҙән сығып китһәң, 
Кемде арҡаһынан һөйөрбөҙ”,
Тип әйткәйне атай сәй янында, 
Кинйә ҡыҙы өсөн өҙөлөп.

Ваҡыт үтеү менән, тәрәнерәк 
Аңлай барам ошо һүҙегеҙ.
Атай. Әсәй. Йөрәгемә дауам,
Һулар һауам икән үҙегеҙ.

Кәңәшегеҙ – алтын ҡағиҙәләй,
Эҙләгәндә юлда дөрөҫлөк.
Күҙ алдымда гелән төшкө табын:
Атай. Әсәй. Бала. Ошолор ул
Ябайлыҡта тыуған бөйөклөк.

***
Һуңғы көйөн һуҙа йәйге көндәр,
Һуңғы нота йәйге иртәлә.
Хәҙер... Шаршау йәнә асылыр ҙа
Сентябрь йыры йәнде иркәләр. 

Көҙ маэстро яңы көйҙәр яҙа, 
Сағыу булыр көҙгө тамаша!
Сәхрәләр ҙә яйлап кейемдәрен 
Алтын төҫлөһөнә алмаша.

Көҙгө тамашала ҡатнашырҙар:
Һары япраҡ, ямғыр, һалҡындар, 
Кеше ағымдары һәр иртәлә –
Ҡарап торһаң өҫкө балкондан. 

Ҡойма ямғырмы ул, һыуыҡ иртә –
Үҙ юлында булыр һәр кеме. 
Көҙгө йырмы, йәйге моңдармы ул –
Был тормоштоң гүзәл һәр көйө. 
Һәм ҡәҙерле уның һәр көнө.

***
Бармы икән шундай ҡағиҙә,
Йәшәү серен асып һалырлыҡ?
Ғүмереңдең ахырына тиклем
Ысын кеше булып ҡалырлыҡ?

Кеше ғүмерҙәрен бүләбеҙ ҙә
Дүрт өлөшкә барлап һалабыҙ.
Сабыйҙарҙан – күңел сафлығын,
Таҙа уйҙар отоп алабыҙ.

Йәш кешенән күсһен йәшлек дәрте,
Йәшәү сәме керһен йөрәккә.
Уҙамандан күсһен сабырлыҡтар
Юлдарыңда кәртә эләкһә.

Аҡ сал сәсле ҡарттан –
алтын аҡыл, 
Икеләнеү әгәр йөҙәтһә.
Ябай икән йәшәү ҡағиҙәһе... 
Әгәр тормош үҙе өйрәтһә.

***
Кешеләр ҙә ағастарға оҡшаш:
Бар имәне, ҡайын, бар саған...
Һәр беренә рәхмәт әйткем килә, 
Кемдәр минең юлда осраған.

Имән кеүек көслө рухлылар бар...
Сыҙамлыҡҡа улар өйрәтте.
Ҡайын кеүек хисле күңеллеләр 
Алсаҡлыҡҡа юлдар күрһәтте.

Алтын төҫө саған япрағының
Алтынлата, гүйә, аҡылды.
Эшсән уҫаҡ ағасынан күсә
Хеҙмәт һөйөү, оло таһыллыҡ.

Эсе серек булған ағастар ҙа 
Лайыҡтыр, тим, минең рәхмәткә.
Эйе, рәхмәт... Рухым нығына бит
Ҡаршы тороп мәкер-зәхмәткә.

Бәғзеләре, арҡырылай ятып,
Юлдарыма юрый ауҙылар. 
Көнсөл тойғоларҙа ҡара янып,
Бары тиреҫ булып ҡалдылар.

Урмандарҙан уҙып барған саҡта 
Һәр бер ағас миңә ҡәҙерле.
Саф күңелле әгәр булһа кеше –
Ихласлыҡҡа мин дә әҙермен!
Аҫыл ағастарҙы үрнәк итеп,
Мин дә бер мәл тамыр йәйермен!

***
Иҫеңдәме, әсәй, дебет шәлең
Иңдәремә ипләп һалыуың?
Изге теләк-фатихалар әйтеп,
Оло юлдан ҡарап ҡалыуың? 

Беләм, әсәй, утлы даръяларҙан
Көслөрәктер йөрәк яныуың.
Йөрәгеңде һис һағышһыҙ итер
Эх, табырға ине дарыуын. 

Дебет шәлең аша ҡулдарыңдың 
Йылылығын, гүйә, тоямын.
Ҡорос кеүек сыҙам булмышыңа
Күңелемдән һәйкәл ҡоямын!

Алға сығып ҡырыҫ башҡортлоғом,
Һаранланһам матур һүҙҙәргә,
Ғәфү итсе, ғәзиз әсәкәйем,
Рәхмәт хисе – минең күҙҙәрҙә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 091

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 644

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 510

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518