Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Көлөп тора йорттары
Көлөп тора йорттарыЗаманса материалдарҙан төҙөлгән, зауыҡ менән биҙәлгән һәм бөтә көнкүреш уңайлыҡтары булған шәхси йорттар һуңғы сирек быуатта бар тарафтарҙағы ауылдарҙың һәм район үҙәктәренең күренешен танымаҫлыҡ итеп үҙгәртте. Мөмкинлектәре булғандар торлаҡтарын үҙҙәре өсөн бар яҡтан да ҡулайлы итеү өсөн күп тырышлыҡ һала. Көлөп-йылмайып торған шәхси йорттарҙа йәшәгәндәр араһында төрлө һөнәр һәм төрлө быуын вәкилдәре бар.
Бер-береһен Коми Республикаһының Усинск ҡалаһында табып, сәстәрен сәскә бәйләгән һәм артабанғы яҙмыштарын уртаҡ иткән Айгөл һәм Вячеслав Ғәмбәровтар ике улдары менән Краснокама районы үҙәге Николо-Березовка ауылында үҙҙәре һалып ингән күркәм йортта ғүмер итә. Нигеҙ ҡорғандан һуң биш йыл үтеүгә, өйҙәрен ҡала фатирына биргеһеҙ итеп өлгөрткән улар. Артабан мөһимлеге яғынан торлаҡтан ҡала икенсе урында булған еңел машиналары өсөн гараж йүнәткәндәр, быйыл иһә мунса бөтөрәләр. Йәшлектәрендә һайлаған һөнәрҙәре менән Ғәмбәровтар бар мәшәҡәтте еңел хәл итә.
Нефтекамала төҙөлөш техникумын һәм Ижевск ҡалаһында университет тамамлап, проект оҫтаханаһында эшләүсе Айгөл буласаҡ йорт архитектураһын, бүлмәләргә төрлө көнкүреш йыһаздарын урынлаштырыу дизайнын үҙе планлаштырған. Шундай уҡ махсус урта уҡыу йортонда электрик һөнәрен үҙләштереп, бөгөн төҙөлөш ойошмаһында хеҙмәт һалыусы Вячеслав ҡатынының уй-ниәттәрен тормошҡа ашырыуҙа бер ниндәй ҡыйынлыҡ та тоймай. Һөҙөмтәлә уларҙың йорттары тыштан да, эстән дә балҡып тора.
Көлөп тора йорттарыИхатаға килеп инеү менән күҙҙең яуын алып ултырған тиҫтәгә яҡын төр сихри сәскәләр донъяһына сумаһың. Был ике уңғандың уртаҡ хәстәр емеше булһа ла, төп мәшәҡәттәр ҡатын-ҡыҙ иңенә төшә. Нисек кенә тиһәң дә, Ғәмбәровтарҙың ихатаһы – үҙ урамдарында ғына түгел, тотош ауыл буйынса иң матурҙарҙың береһе. Әйткәндәй, район үҙәгендә йыл һайын үткәрелгән сәскәләр конкурсында уҙған йыл улар өсөнсө урынға лайыҡ булған, ә икенсе урынды Айгөлдөң бер нисә өй аша ғына йәшәгән әсәһе яулаған.
Ишембай ҡалаһы составындағы Смаҡай ауылынан сыҡҡан Фирҙәүес Әнүәр ҡыҙы дүрт тиҫтә ярым йыл Кама буйында ғүмер кисерә, хеҙмәт стажы — 36 йыл. Ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтереп, бөгөн йәмәғәте, күп төрлө һөнәр оҫтаһы Жирдис ағай менән ейәндәр һөйөү шатлығын кисереп йәшәй. Өләсәйҙәре тәрбиәһе һөҙөмтәһендә ун етенсе йәше менән барған Булат та, 11 йәшен тултырған Тимур ҙа саф башҡортса аралаша, милли рух тойоп буй еткерә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518