Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бар урамды ҡайғыртып
Бар урамды ҡайғыртыпҮҙҙәре өсөн генә түгел, башҡаларға ла ниндәйҙер яҡшылыҡ эшләүселәр арабыҙҙа бихисап. Улар быны ғәҙәти күренеш тип ҡабул итә, әллә ни маҡтауҙарға дәғүәләмәй, изгелек орлоҡтарын яҡын-тирәләгеләргә артабан сәсеүен дауам итә. Нефтекаманың Ташкин ауылында йәшәүсе Азалия менән Николай Гайнцевтарҙы нәҡ шундайҙар рәтенә индерер инем.
Ҡалаға килеүселәр оло юл сатынан йыраҡ булмаған буш майҙан­сыҡта урынлашҡан уйын ҡаласы­ғына мотлаҡ иғтибар итә. Ундағы ҡоролмаларҙың башлыса ҡулдан эшләнеүе шунда уҡ күҙгә ташлана. Был алда телгә алынған Гайнцев­тарҙың ихата алды. Хужабикәнең тәҡдим-теләген ир-ат ҡулдары тулы һәм матур ысынбарлыҡҡа әйләндер­гән. Бында ел тирмәненең ағастан эшләнгән күсермәһе һәм әкиәт геройы һынынан башлап бер нисә төр бәүелсәк, беседка, таусыҡ, сабыйҙарҙы уйнағанда ҡояш нурҙарынан һәм ямғыр тамсыларынан һаҡларлыҡ япмалы (урыҫса — грибок) ҡомлоҡ бар. Бөтә был ҡорамалдар хәҙер кибеттәрҙә иркен һатылған материалдарҙан һәм ҡул аҫтындағы әйберҙәрҙән яһалған. Автомобилдең күптәр төрлө маҡсатта бик йәтеш ҡулланған иҫке шиндары ла эшкә ярап ҡалған. Теләк һәм оҫталыҡ һөҙөмтәһе яҡын-тирәләге йорттарҙа йәшәүсе бала-саға өсөн шатлыҡ һәм ҡыуаныс алып килгән. Бында малай һәм ҡыҙсыҡтарҙың шат тауыштары, күп ауылдарҙағыса, киске эңер сәғәттәренә хәтлем тынмай.
Азалия менән Николай ул һәм ҡыҙ үҫтерә. Йәш һәм уңған ҡатын тиҙҙән өсөнсө бала алып ҡайтырға йыйына. Хеҙмәт эшмәкәрлегенә килгәндә инде, йәштәр, ең һыҙғанып, ғаилә бизнесы менән шөғөлләнә. Уның оҙон тарихлы икәнен айырып әйтергә кәрәк. Азалияның әсәһе, сығышы менән Тәтешле районының Сараштыбаш ауылынан булған Ирина Әғәләм ҡыҙы, ҡалала тәүгеләрҙән булып шәхси эшҡыуар булып теркәлә һәм ҡош-ҡорт үҫтереүгә тотона. Бөгөн улар бергәләшеп йыл әйләнәһенә бер нисә йөҙ баш күркә, өйрәк, ҡаҙ, күркә-өйрәк (урыҫса индоутка тиҙәр) ҡарай. Әүҙемдәргә бар яҡтан да уңыштар теләргә генә ҡала. Афарин улар!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 070

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 870

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 625

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 418

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 497

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 323

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 510