Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ярҙан этә мутлашыусы ярҙам иткән булып...
Ярҙан этә мутлашыусы ярҙам иткән булып... Дәүләт Думаһына микрофинанс ойошмалары эшмәкәрлеген көйләүгә йүнәлтелгән закон проекттары тәҡдим ителде. Рәсәй Федерацияһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексына, Рәсәй Федерацияһының Енәйәт кодексына һәм “Ҡулланыу кредиты (займы) тураһында”ғы һәм “Микрофинанс эшмәкәрлеге һәм микрофинанс ойошмалары тураһында”ғы федераль закондарға тейешле үҙгәрештәр индерергә тәҡдим ителә. Был үҙгәрештәр финанс хеҙмәттәренән ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлауға һәм ҡулланыу заемдары биргән легаль булмаған кредиторҙарҙың эшмәкәрлегенә кәртә ҡуйырға йүнәлтелә.
Закон проекттары хупланған осраҡта ҡулланыусыларҙы кредитлау буйынса законһыҙ эшмәкәрлек алып барған өсөн штрафтар арттырыласаҡ. Ошондай уҡ ғәмәлде ҡабатлап ҡылған осраҡта граждандар өсөн штрафтың иң ҙур күләме — 50 мең, вазифалы кешеләр өсөн — 200 мең, ойошмалар өсөн ике миллион һум тәшкил итәсәк. Шулай уҡ ҡулланыу заемдары биреү буйынса һөнәри эшмәкәрлекте законһыҙ тормошҡа ашырған өсөн енәйәт яуаплылығын ғәмәлгә индерергә һәм бер йылға бирелгән ҡулланыу кредиты килешеүе буйынса иҫәпләнгән процент күләмен кәметергә тәҡдим ителә.
— Микрофинанс ойошмалары эшмәкәрлеген закондар менән көйләү мәсьәләһе федераль, шулай уҡ төбәк кимәлендә лә беренсе тапҡыр ғына күтәрелмәй. Ул республика парламенты депутаттары тарафынан да тикшерелде. Беҙҙә хатта махсус эш төркөмө лә ойошторолғайны, — тине Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. — Әлеге тема ҙур әһәмиәткә эйә. Ҡалаларҙағы урамдар мохтаж булғандарҙың барыһына ла эш хаҡы алғанға тиклем аҡса биреп торорға теләгән конторалар, киосктар менән тулды. Уларҙың барыһы ла аҡсаны поручителһеҙ, залогһыҙ, документһыҙ бирергә әҙер. Заемдың был төрө нигеҙҙә килеме түбән булыу сәбәпле банктан кредит ала алмаған кешеләргә тәғәйенләнә. Улар ошондай контораларҙан йылына 500, хатта бер мең процентҡа арттырып түләү шарты менән аҡса алырға мәжбүр.
Константин Толкачев әйтеүенсә, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары республикала үткәргән мониторинг барышында күпселек микрофинанс ойошмаларының законһыҙ эшләүе асыҡлана. Улар тураһында мәғлүмәт Рәсәй Банкының дәүләт реестрҙарына индерелмәгән. Законһыҙ кредитор эшмәкәрлеге өсөн яуаплылыҡты арттырыу маҡсатында республика парламенты депутаттары былтыр йыл башында уҡ Дәүләт Думаһына ошоға ҡағылышлы закон инициативаһын тәҡдим иткәйне.
— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, төбәк ҡануниәте был өлкәне шартлы рәүештә генә көйләй. Һөҙөмтәле сара күреү мөмкинлеге юҡ. Шуға күрә беҙ федераль үҙәккә тәҡдим индерҙек, — тине Константин Борисович. — Беҙҙең инициатива микрофинанс ойошмаларына ғына түгел, коллекторҙарҙың законһыҙ ғәмәлдәренә лә ҡағыла. Заемсыларҙың хоҡуғын яҡлау өсөн Дәүләт Думаһы депутаттары һәм Федерация Советы ағзалары әҙерләгән закон проекттары күп йәһәттән беҙҙең фекерҙәр менән ауаздаш. Әлеге рациональ башланғысты тулыһынса хуплайбыҙ, сөнки үҙебеҙ ҙә ошондай уҡ сараларҙы тәҡдим иткәйнек.


Автор: А. ХӘЛИЛОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519