Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кешеләрҙекеләй
Бәхәсләшеп алып киттеләр. Юҡтан ғына – ғәләмәт сәмселдәр шул. Сәмселлектәре арҡаһында ла юҡты бар итеп, барҙы күп итеп, замандың алдынғы кешеләре булып йәшәп яталар. Уҡымышлы, киң даирәлеләр – ғилем менән, китап күплектән бүҫелергә торған профессор портфелеләй, лыҡын тултырылғандар. Ярты-йортолоҡто, яҡынсалыҡты ендәре һөймәй, әҙ генә лә теүәлһеҙлеккә түҙеп тора алмайҙар.
Затлы костюмдар кейеп, көҙгө сыуаҡта ҡала паркы буйлап баралар ине, береһе, икенсеһенең уйынса, яңылыш әйтеп ҡуйҙы.
– Бүлдерәм, ғәфү ит, улай түгел, саҡ ҡына икенсерәк атала. – Кемдер быға бөтөнләй иғтибар итмәҫ, шуның менән нервыларын һаҡлар ине, ә был, юҡ инде, тегене “енәйәт өҫтөндә” эләктерә һалды, шунда уҡ ҡулын шаҡарҙы.
– Ниндәй мәғәнәлә? – Уныһы дәғүәне, ысынлап та, аңламаны булыр. Ғәжәп тә түгел – тап ошо өлкәлә нимәнелер белеп еткермәүенә төртөп күрһәтеүҙәренә һис өйрәнмәгән. Бүтән берәй нәмәлә, уның һөнәренән ят тармаҡта, рәхим итһендәр, ә бында-а…
– Бер ни тиклем хаталандың. – Сөм-күк костюмлы ир ҙә ҡаты.
– Хаталанманым мин! – Бөтә донъяға билдәле ғилми ҡанунды ҡабатлағандай үткер белдерҙе һоро костюм.
Сағыу һарылыҡҡа, ҡуйы ҡыҙыллыҡҡа мансылған, шул йылы яҡтылыҡтары менән күңелдәрҙе лә балҡытҡан сентябрь ағастары араһындағы тар юлда туҡтап ҡалдылар.
– Һин әйткәнгә ныҡ яҡын, ләкин әҙ генә айырыла. – Һоро костюм да ныҡыш.
– Мин асыҡ беләм дә инде…
– Яңылышаһың, дуҫ.
– Юҡ.
– Эйе.
– Ярай, улайһа һинең вариант ниндәй? – Ниһайәт, альтернативаға рөхсәт бирелде.
– Вариант түгел, хәҡиҡәт. – Быны юғары, киң белдерҙе һоро костюм эйәһе һәм башланғыс кластар уҡытыусыһы тауышы менән үҙенең фаразын иғлан итте.
Ошо мәлдә әллә һауа тетрәп ҡуйҙы, әллә низағҡа ризаһыҙ ел кинәт тиҙлеген арттырҙы – ҙур саған япрағы урынынан өҙөлдө. Бәүелә барып, сөм-күк яурынға ҡағылды, ләкин һырыҡманы, йәшеллеге бөтөп өлгөрмәгән үләнгә төшөп йәйелде. Рәссам һүрәткә рыяһыҙ, әммә бик оҫта итеп һуңғы штрихын өҫтәгәндәй булды.
– Юҡ та инде-е…
Бәхәс көҙгө япраҡ өйөмөнә ут эләккәндәй ҡыҙҙы. Үтеп барыусылар шикле ҡарана башланы.
– Әйҙә, һорашабыҙ. – Өсөнсө берәүҙең исем-фамилияһы аталды. – Был өлкәлә ул тағы ла нығыраҡ шөғөлләнә бит.
– Бик арыу булыр! – Үҙенең хаҡлығына мең процентҡа ышанған икенсе бәхәссе паркты яңғыратып ризалашты – теге абруйлы белгес тә быны олпат раҫлаһын.
Телефонын сығарҙы.
– Еңелһәң, һинән – ресторан. – Оппоненты уны сираттағы мәртәбә айнытырға тырышты.
– Бара. Һин отолһаң – шулай уҡ.
– Әлбиттә, проблема юҡ. Шылтырат.
Өсөнсө иптәш тиҙ яуап бирҙе. Мәсьәләнең әрсәһе уға яҡшы белгескә хас теүәллек, эшлеклелек менән еткерелде. Уныһы ла, асыҡ зиһенле кеше, бәхәс предметын өҫтәмә һорауҙарһыҙ аңланы.
– Эһе, эһе, – был яҡ тыңлай, аңлағанын, ғәжәп, ымлыҡтар менән белдерә. Һирәк була был уның менән – тулҡынланыуынан микән ни? Улай икән, раҫлағаны хаҡ булмауы ла ихтимал… Күк костюм шулай тыңлап тора, йөҙөнә еңеү тантанаһы сыға бара – хәҙер генә уның триумфы тантана итәсәк! Һәм бында бушҡа төшкән ресторан да мөһим түгел, бында интеллектуаль еңеү – мәртәбә.
– Ярай, рәхмәт, – тине шылтыратыусы артабан, – шуны беләйем тигәйнем. – Ҡарашын иптәшенә бөркөп алды, ләкин һаубуллашырға ашыҡманы:
– Былай үҙеңдең хәлдәр нисек? Күптән күрешкән дә юҡ. Ҡара әле, анауы бер заман…
Шулай тип оҙон тәбәрәккә төшөп китте. Бәхәсле мәсьәләгә әйләнеп ҡайтырға теләмәгәндәй был…
Әммә һөйләшеү барыбер ҙә тамамланды һәм яуап бирергә тура килде.
– Тимәк, ресторан – һинән? Ҡасан, ҡайҙа?
– Юҡ.
– Минәнме ни?
– Юҡ.
– Кемдән? Бәлки, унандыр? – телефонға ымланы.
– Бер кемдән дә түгел. Йәки – икебеҙҙән дә.
– ?!
– Ике варианты ла дөрөҫ, тине.
Ҡысҡырып көлөп ебәрҙеләр.
Матур күренеш булды был, сөнки еңеүсе лә, еңелеүсе лә булманы.
Ошо секундта тыуған ботағынан мәңгелеккә тағы бер япраҡ ысҡынды һәм, ирҙәрҙең баш өҫтөндә ирәүән, көнләшеүһеҙ әйләнә бирҙе лә, баяғы, беҙгә таныш инде, туғаны янына сүгәләне. Дискуссияның һәйбәт һөҙөмтәһенән, гүйә, ул да ҡәнәғәт ҡалды.
Бәхәс уртаһында ҡалған һүҙҙәрҙең үҙҙәрен дә уйларға кәрәк бында, әйткәндәй – рәнйетмәү, үпкәләтмәү мөһим. Ғөмүмән, гел дөрөҫ ҡулланырға ине уларҙы – коллективта йәшәһәләр ҙә, һәр береһенең үҙ тормошо, холҡо, йөҙө бар бит. Үҙенсә типкән йөрәге, ҡыуана, бошона белгән күңеле барҙай тойола миңә. Төрлө, әлбиттә, йөрәктәре лә, күңелдәре лә. Япраҡтарҙыҡы ише. Ағастарҙыҡы һымаҡ. Кешеләрҙекеләй.



Һүҙ дауаһы



Хас та әҙәм бит ул автомобиль – берәй “һыҙлаған” ерен белгескә күрһәтәм тип алып барһаң, уныһы зым-зыя юғала. Бөгөн иртәнсәк кенә моторҙа ят тауыш барҙай ине, төшкә, ана, ҡайҙалыр боҫҡан.
– Ярай, яңынан сыҡһа, килерһегеҙ, – тине слесарь.
– Улай булмай инде – бер шаулап, бер тын ҡалып ни… – тип һуҡраныуыма ул, моғайын, күптәргә әйткәндер ҙә инде, сағыштырыуын ҡабатланы:
– Бауыр ҙа бит бер ауырта, бер баҫыла.
Образлы һүҙе менән бар шикте юйҙы ла ҡуйҙы. Тел дә һауыҡтыра шул.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 063

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 427

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 958

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 863

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 612

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 217

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 441

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 409

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 505