Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Алыҫ араларҙы яҡынайтып
Хаттар, хаттар... Редакцияға өҙлөкһөҙ килә улар. Берәүҙәр яратҡан гәзитенә дан кешеләр хаҡында хәбәр итергә тырышһа, икенселәр рәхмәт һүҙен яҙа.
Әүҙем авторҙарыбыҙ Гөлшат Әхмәтҡужина, Ҡәҙим Аралбаев, Лена Абдрахманова, Сәлимйән Ғүмәров, Хәлил Һөйөндөков, донъялағы хәл-ваҡиғаларға ҡарата үҙ ҡарашын белдереп, гәзиттең йөкмәткеһен байытты. Гәзиттең күптәнге дуҫтары Фәрит Вахитов Советтар Союзы Геройы Мәғүбә Сыртланова тураһындағы яҙмаһы менән ҡыуандырһа, Ләлә Бейешева мәҡәләһендә тыуған төйәгенә сикһеҙ һөйөүен белдерҙе.
Мәҫәлән, Дыуан районынан Айҙар Ғәзизов үҙенең хатында Фәллиә Ибраһимова тураһында яҙып ебәргән: “Ҡариҙел ауылы хозур тәбиғәтле урында урынлашҡан. Бында тырыш халыҡ йәшәй. Фирҙәләт менән Фәллиә йәшәгән йорт әллә ҡайҙан балҡып, күренеп тора. Май сүлмәге тышынан билдәле, тиҙәр. Күркәм ҡапҡа-ҡоймалар менән уратып алынған ҙур йорт булдыҡлы ғаилә йәшәүе тураһында һөйләй. Ул заманса йыһазландырылған. Фәллиә Ҡариҙел районының Яугилде ауылында донъяға килгән. Ғаиләләре менән Яңы Себер өлкәһендә йәшәп алғас, Ҡаҙағстанға күсәләр. Уҡытыусы һөнәрен үҙ итә. Тормош иптәше Фирҙәләт менән Лүсиә, Тимур, Айнур, Айһылыу исемле балалар үҫтерәләр. Рөстәм менән Илзәне тәрбиәгә алдылар. Фәллиә сигеүҙең бөтә төрҙәрен белә. Хеҙмәт емештәрен туғандарына, дуҫтарына бүләк итә”, – тиелгән хат юлдарында.
Әүҙем авторыбыҙ – Белорет районынан Нурулла Миһранов иһә Гөлсирә Байрамғәлина тураһында бәйән иткән: “Манышты ауылында күп балалы ғаиләлә донъяға килә. Гөлсирә Мырҙагилде ҡыҙының 37 йыл эш стажы тимер юл менән бәйләнгән. 1975 йылда “Белорет – Ҡарлыман” тимер юлын төҙөүҙә 23 йәшенән эшләй башлай. 1977 йылда тимер юл комиссияға тапшырыла. Эш тамамланғас, Гөлсирә хеҙмәтләндереүселәр рәтенә баҫа һәм шул эшендә хаҡлы ялға сыҡҡансы эшләй. Өлгөлө эшсене район советына депутат итеп һайлайҙар. Уңған ҡатын йөкмәтелгән бурысын да, йәмәғәт эшен дә намыҫ менән башҡара. Хаҡлы ялға сыҡҡас та ҡул ҡаушырып ултырмай, мөмкин тиклем һәр кемгә ярҙам итә. Ауыл Советы етәкселәре лә уны маҡтап телгә ала. Бер ул менән ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙе, мал, ҡош-ҡорт тота. Баҡсаһында еләк-емеш, йәшелсә уңа. Уның әүҙемлеге хаҡында бихисап маҡтау ҡағыҙҙары һөйләй”, – тигән ул.
Ә бына Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылынан Нәғим Ғабдрахманов үҙенең хатында аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә субсидия күләменең түбән булыуына зарлана: “Борай районында йәшәгән өлкән апайыбыҙ Ғәлимә Вәсимова 12 бала үҫтерҙе. Ул балалар хәҙер үҙҙәренең ейән-ейәнсәрҙәрен ҡарай. Үҙ ваҡытында был күп балалы ғаилә өсөн бер ниндәй матди ярҙам күрһәтелмәне. Апайым Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ал-ял белмәй эшләне, тыл ветераны. Күңелде ҡырғаны – пенсияһы ун меңдән дә артмай. Ә хәҙер өс бала тапһалар ҙа, күп балалы ғаилә һанала. Аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә күберәк иғтибар бүленһә, яҡшыраҡ булыр”, – тиелгән хат юлдарында.
Киләсәктә лә гәзит менән әүҙем хеҙмәттәшлек итегеҙ, дуҫтар. Халҡыбыҙҙы һыҙландырған, уйландырырлыҡ мәҡәләләр көтөп ҡалабыҙ. Тәрән йөкмәткеле яҙмалар гәзиттә баҫылмай ҡалмаҫ. Үҙегеҙҙе борсоған хәлдәр хаҡында ла беҙгә хәбәр итегеҙ.

Хаттар бүлеге.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 173

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 892

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840