Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Улар Афған афәтен кисергән...
1968 йылда Йәмилә менән Шәүкәт Хужиндар ғаиләһендә бер ир бала донъяға килә. Уға Даян тип исем ҡушалар. Шуҡ, тиктормаҫ малай тәүҙә ауыл мәктәбендә белем ала, аҙаҡ күрше Наурыҙ урта мәктәбендә уҡыуын дауам итә. Уны тамамлағас, Учалы автомәктәбенә уҡырға инә. Водитель һөнәренә уҡый.
1986 йылда йәш егет үҙенең теләге буйынса Афғанстан иленә әрмегә китә.

Егеттең атаһы Шәүкәт ағай әйтеүенсә, Даян улы һуғыш тураһында иҫләргә бөтөнләй яратмаған. Шулай ҙа ара-тирә ысҡындырғылаған. Яу яланында хәрби бурысын үтәгән егет өлгөлө хеҙмәте өсөн маҡтау ҡағыҙҙары, миҙалдар менән бүләкләнеп, теүәл ике йылдан, 1988 йылдың май айында, Тыуған иленә әйләнеп ҡайтҡан.
Яңы Байрамғол ауылы ҡыҙы Гөлназға өйләнә. Ғаиләне һөйөндөрөп, тиҙҙән уларҙың малайҙары Тимур тыуа. Тыныс тормошҡа ҡыуанып йәшәргә лә йәшәргә ине. Әммә әҙәм балаһы үҙенә яҙғанын күрмәйенсә ҡалмаҫ, ти. Даян, юл фажиғә­һенә тарып, һәләк була. Ҡот осмалы ҡан ҡойош барған ерҙән имен-аман ҡайтып та, егеттең тыуған яғында үлеп ҡалыуы бик тә үкенесле.
– 1980 йылда армияға оҙатылдыҡ. Хәрби хеҙмәтемде Үзбәкстандың Термез ҡала­һында башланым. Иңебеҙгә төшкән төп бурыс – техниканы һаҡлау. Сират миңә лә етте. Йөрәк ниҙер һиҙенгәндәй дарҫлап тибә. Борсолоуым юҡҡа булмаған икән. Ҡапыл күҙемә берәүҙең һыны салынды. Ул машиналарға бензин һибеп, уларға ут төртөргә самалай. Эләктереп алдым тегене. Урта йәштәрҙәге ҡатын булып сыҡты ул. Аҙ ғына һуңла­һам, төҙәтеп бөтөрә алмаҫлыҡ фажиғә ҡубыр ине. Һаҡта торғанымда күрһәткән уяулы­ғым, тәүәккәллегем өсөн ВЛКСМ-дың Үҙәк Комитеты миҙал менән бүләкләне.
Һуңынан 13 һалдатты, шул иҫәптән мине лә, Афғанстанға оҙаттылар. Унда хеҙмәт итеүҙең беренсе көндәре ныҡ иҫтә ҡалған. Күләгәлә 50 градус эҫе. Махсус таблеткалар һалынған таҙа һыуҙы бында ташып та өлгөртә алмайҙар. Шуға күрә байтаҡ егеттәр ауырып ыҙа­ланы... Беҙ, совет һалдаттары, шуравиҙар, һуғыштың иң ҡыҙған нөктәһе – Ҡандағарҙабыҙ. Унда алыш айырыуса төндә ҡыҙа.
Дошман осрай икән, бер кемгә лә аяу юҡ – ата ла йыға. Был тарафтарҙа февраль-март айҙарында бар тәбиғәт хуш еҫле рауза сәскәләренә күмелә. Ошо ожмахҡа тиң урында мәғәнәһеҙ ҡан ҡойоштоң, үлемесле алыштың барғанына хатта ышанғы ла килмәй. Тынысыраҡ мәлдәрҙә, бигерәк тә түҙеп торғоһоҙ эҫегә сыҙай алмай, әллә нисәмә мәртәбә һыу инеп ҡалырға тырышабыҙ, – тип хәтирәләре менән уртаҡлашты яҡташым Вәниф Ямалов.
Ил алдындағы бурысын үтәгәс, Афған иленә киткән яҡташтарымдың бары ун икеһенә тыуған яғына әйләнеп ҡайтыу бәхете йылмая. Һуғыш ҡорбанһыҙ булмай. Сәфәр ауылынан Мөхәмәт Заһиҙуллиндың мәйетен цинк табутта алып ҡайтҡас, бахыр әсәһе табутты балта менән сапҡылап ташлаған, тиҙәр. Йәнә, һуғыш һалған әрнеткес яраларға сыҙай алмай, Ҡоҙаш ауылынан яуҙаш дуҫы Фәнил дә оҙаҡ йәшәй алмай гүр эйәһе булған...

Учалы районы,
Сораман ауылы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 070

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 872

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 625

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 418

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 511