Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Башҡорт студентының ҡытай дуҫына бал һатҡаны
Башҡорт студентының ҡытай дуҫына бал һатҡаны– Нихао!
– Здравствуйте! Һаумыһығыҙ, рәхим итегеҙ!
– Ни зем ми?
– Хорошо! Яҡшы, үҙегеҙ?
Нисек килеп еттегеҙ?


Башҡорт дәүләт универси­тетының Стәрлетамаҡ филиалында шундай төрлө телдә яңғыраған өндәшеүҙәр-һорауҙар менән ҡоро­лоп китте диалог. Иң мөһиме – бер-береһен яҡшы аңлайҙар ине. Һәр хәлдә, йөҙҙәрҙә йылмайыу ҙа, ҡыҙыҡһыныу ишараһы ла һис кәмемәне...
Бына шундай хистәргә бай булды “Рәсәй-Ҡытай студент бизнес-инкубаторы” проекты сиктәрендәге осрашыу. Көнсығыш иленән килгән делегация урындағы коллегалары менән сауҙа өлкәһендә фекер алышты, тәжрибәләре менән уртаҡлашты. Сарала йәмғеһе ике илдән уҡып та, бизнес алып барып та өлгөргән ике тиҫтә студент ҡатнашты.
Ҡытай… Бизнес… Хеҙмәт­тәш­лек… Был һүҙҙәрҙе телгә алғанда ирекһеҙҙән “робот”, “гаджет” тигән төшөнсәләр ҙә иҫкә төшә. Шуға алыҫ илдән килгән яҡын дуҫтарҙың урындағы сәйәхәте филиалдың “Сәнәғәт робот техникаһы һәм медицина физикаһы” ғилми-белем биреү үҙәгендә башланыуы осраҡлы түгел. Ҡунаҡтарҙың дәүләтен робот яһау буйынса алға киткән тип һөйләргә яратһаҡ та, уларҙы һоҡландырырлыҡ һәм ҡыҙыҡһын­дырырлыҡ күренештәр етерлек беҙҙә.
– Һеҙҙең инновацион үҫеш миңә бик оҡшаны, бында тағы ла килеп, оҙағыраҡ ваҡыт тәжрибә тупларға теләйем, – тине, мәҫәлән, Ҡытай студенты Лей Ли. Ҡыҙҙы бигерәк тә сәнәғәт роботтары өлкәһе ҡыҙыҡ­һын­дырҙы.
Ысынлап та, ике яҡ өсөн дә өйрәнәһе һәм эшмәкәрлектә ҡулланаһы күренештәр байтаҡ. Йәшләй үк киләсәген хәстәрләгән егет-ҡыҙҙарҙың хыялдарын тормошҡа ашырған, уртаҡ бизнестар булдырған ил кимәлендәге проектты, студенттарының алдағы эш урындарын да хәстәрләгән уҡыу йорттарының хеҙмәтен был йәһәттән хупларға ғына ҡалалыр. Әйткәндәй, уның (проекттың) мөмкинлектәре тәжрибә уртаҡлашыу, өйрәнеүҙәр менән генә сикләнмәй, ә иҡтисад, маркетинг, менеджмент һәм сит телдәр буйынса федераль кимәлдәге белгестәр һабаҡ бирә йәштәргә. Насармы ни?!.
Әлбиттә, Ҡытай тиклем Ҡытайҙан килгән студенттарҙы роботтар менән таныштырыуҙан ғына торманы осрашыу – уларҙы мәҙәни-этнографик сәйәхәт тә көтә ине алда. Ҡунаҡ­тарҙы бигерәк тә Башҡортостандың хозур тәбиғәте, йәшәйеш үҙенсәлеге һоҡландырҙы. Мәҫәлән, башҡорт балы ғына ни тора! Уҡыу йортоноң тарих факультеты магистры Александр Кәлимуллин Көнсығышҡа киләсәктә нәҡ “татлы тауар” һәм башҡорт сәйе оҙатырға иҫәп тота.
– Был эшлекле майҙан Ҡытай вәкилдәре менән күҙгә-күҙ ҡарап аралашырға мөмкинлек бирә, – тип ҡыуана егет. Аралашыу һөҙөмтәле булырын теләргә генә ҡала.
…Башҡорт дәүләт универ­сите­тының Стәрлетамаҡ филиалына сәйәхәт тамам. Алда йәнә ҡыҙыҡлы осрашыуҙар, хеҙмәттәшлек серҙәре көтә.
– Сесе! Цзайцзиень!
– До свидания! Рәхмәт! Киләһе осрашҡанға тиклем!..

Стәрлетамаҡ ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 088

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 984

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518