Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әсәйҙәр һәр саҡ янда булһын!
Әсәйҙәр һәр саҡ янда булһын!“...Атайҙы ерләгән көндө үк өсөн уҡытырға булдылар. Бөтәһе лә зыяраттан ҡайтҡас, аят ашына ултырғанда ғына өйөбөҙгә милиционер һәм ике һары сәсле ҡатын килеп инде. Милиционер училищела уҡыған апайыбыҙҙы янына саҡыртып алды. Ят ағай ниҙер шыбырлағас, ул тәүҙә аптырап ҡалды, шунан килешмәгәнлеген белдерҙе, ахырыһы, башын сайҡаны...
... “Детдом” һүҙе ҡолаҡҡа салынғас, ҡойолдом да төштөм. Элегерәк был һүҙҙе ишеткәнем бар, ундағы тормош хаҡында һөйләүҙәр буйынса ла беләм. Атай-әсәйем ауырығанда, үлеп-фәлән китһәләр, детдомға ғына алып китмәһәләр ярар ине, тип эстән генә теләй инем.
Үҙемде иң көсһөҙ кеше итеп тойҙом шул мәлдә. Эйе, көсһөҙ. Алдағы көндәремде, ҡайҙа йәшәйәсәгемде, кем менән аралашасағымды үҙем билдәләй алмайым бит. Ҡайҙалыр өҫтән берәү һинең менән идара итә кеүек...
... “Детдомовский” һүҙе ҡолағымды йыртып индеме ни! Бер-беребеҙгә аптырап ҡарап алдыҡ. Башым әйләнеп китте. Йәшен атҡандай тойолдо.
– Бында ҡалмайбыҙ, сығарығыҙ беҙҙе! – Апайым илап ишек яғына ынтылды.
– Беҙ өйгә ҡайтабыҙ! – тине Алһыу.
– Әсәйемә әйтәм, әйтәм! – Зөлфирә лә ҡысҡырып илай башланы.
Һеңлемде ҡулынан тотоп алдым да сығыу яғына дүртәүләп йүгерҙек. Әммә ишек бикле ине. Типкеләп тә ҡараныҡ, ә ул асылманы...
... “Детдом балаһы” тигән һүҙгә яйлап күнә лә башланыҡ. Урамда китеп барғанда кешеләрҙең бер-береһенә ҡарап:
– Ана, детдом балаһы йөрөп ята. Берәй нәмәңде сәлдереп ҡуймаһын! – тиеүҙәренә лә аптырамайбыҙ. Балалар йортона килгәс тә иң кесебеҙҙе бүтән төркөмгә урынлаштырҙылар. Зөлфирәне беҙҙән айырыуҙары үтә лә ҡыйын булды, сөнки һеңлемдең хәлен беләм тип теләгән ваҡытыңда барып булмай – унда бөтәһе лә график буйынса. Ә был йортта тәртиптәр ҡаты – һин шуға буйһонорға тейешһең. Ҡайһы саҡта һеңлебеҙ йәшәгән төркөмгә барһаҡ – уның бите тырналған йә иһә ҡулы күгәргән осраҡ та булғылай. Баҡтиһәң, йә малайҙар уға ҡул күтәрә, йә тәрбиәсе шулайтып “уҡытып” маташа. Балалар йортондағы тормош ошондайыраҡ һынауҙарҙан башланды”...


Танып тораһығыҙҙыр, был юлдар яҙыусы һәм журналист, Ш. Бабич исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Айгиз Баймөхәмәтовтың “Ҡалдырма, әсәй!” повесынан. Унда үкһеҙ етем ҡалған дүрт баланың дәүләт ҡарамағына ҡалып, балалар йортона килеп эләгеүе, унда күргән яфалары, ҡайһы бер тәрбиәселәрҙең ҡаты бәғерлелеге, вайымһыҙлығы, төп герой Ильястың яҡын дуҫы менән булған фажиғә – бер күренеш тә китап уҡыусыны битараф ҡалдырмай. Маҡсатым әҙәби әҫәр менән таныштырыу түгел шул, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Повесҡа мөрәжәғәт итеүемә яңыраҡ ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Гөлшат Байдәүләтова, совет ағзалары Көнһылыу Әхмәтова, ошо юлдар авторы, ғаиләгә һәм балаларға ярҙам итеү бүлегенең социаль педагогы Ләйсән Ишназарова менән берлектә Баймаҡ районының Таулыҡай, Сыңғыҙ, Буранбай тарафтарына төшкән рейд сәбәпсе булды. Беҙҙе Таулыҡай ауыл биләмәһе башлығы Мәхмүзә Сәғәҙәтова оҙатып йөрөнө.
Повеста кескәй геройҙар үкһеҙ етем көйө детдомға эләкһә, Таулыҡайҙа тәүге ингән йортобоҙҙа йәшәүсе ике ҡыҙ (хәҙер инде ҡатындар) – “тере етем”дәр. Ғәҙәттә, ундайҙарҙы “социаль етем” тип йөрөтәләр, йәғни ата-әсәһе тере булып та, уларҙы тәрбиәләү хоҡуғынан мәхрүм ителгән. Баяғы ҡыҙҙарҙың да “ата-әсәһе”, ҡасандыр бала бағыу хоҡуғын эскелек арҡаһында “юғалтып”, ике ҡыҙ Түбә балалар йортонда тәрбиәләнгән (Алла һаҡлаһын, нисек үҙ балаңды кеше хөкөмөнә тапшырып тыныс күңел менән йәшәргә була икән ул?..) Ҡыҙҙар, буй еткергәс, икеһе лә урта һөнәри белем ала. Хөкүмәт уларға ике яҡлы бик матур йорт һалып бирә. Ярай, йорт бар, киләсәгеңде тәьмин итеп йәшә лә йәшә лә бит – ләкин ҡыҙҙар был хаҡта уйланырға ашыҡмай. Икеһе лә яңғыҙ әсә (берәр балалары бар). Әлеге ваҡытта өлкән апай, биш йәштәрҙәге улын һеңлеһенә ҡалдырып, ситкә эшкә сығып киткән. Ә һеңлеһе ике бала тәрбиәләп (үҙенең ҡыҙына ике йәштәр самаһы), апаһынан онотҡанда бер килгән һәм 700 һумлыҡ балалар аҡсаларына йәшәргә мәжбүр. Беҙ барғанда һыуытҡыста көнбағыш майы һәм тоҙҙан башҡа бер нәмә лә юҡ ине, йәй уртаһы булыуға ҡарамаҫтан, өйҙә түҙеп торғоһоҙ һыуыҡ, иҙәнгә баҫырлыҡ та түгел – боҙмо ни! Залда хатта лампочка ла юҡ. Балалар өсөн уйынсыҡтар, түшәктәрҙең тыштары, тейешле шарттар тураһында һүҙ ҙә юҡ. Ҡатынҡайға ваҡыты-ваҡыты менән “юғалып”, балаларын ҡарамауы тураһында сигнал булыуы хаҡында әйткәс, ул бөтөнләй ҡысҡырына башланы.
...Яҙғыһын ҡатындың ике йәшлек ҡыҙын төнгә ҡарай тәрән һыулы йылға буйында табып алалар. Ҡыҙсыҡ туңған, астан үлер хәлгә еткән. Әсәһе был мәлдә урамда сәсе-башы туҙып йөрөгән. “Ҡыҙың ҡайҙа?” тигән һорауға, ул: “Әсәйемдәрҙә”, – тип яуаплаған. “Киттек әсәйеңә!” – тип Буранбайға юлланалар. Барһалар, “әсә” кеше ишетерлек тә хәлдә түгел – “ҡырын тейәп ҡыйшайған”. Шулай итеп, ата улды, әсә ҡыҙҙы белмәҫ, тигән кеүек, был мәлдә улар баланың ҡайҙа икәнлеген дә белмәй ятып ҡала. Әгәр шул саҡта үҙәк ҡала дауаханаһының балалар бүлегендә урын булған булһа, теремек кенә был ҡыҙыҡайҙы бындай яуапһыҙ бәндәләр (әсә һәм өләсәй тиергә тел дә әйләнмәй бит хатта!) ҡабат күрмәҫтәр ине! Ә малай тураһында ауылдаштары, биш йәшлек булһа ла һаман һөйләшмәүенә ҡарамаҫтан, бөтөнләй юлдан яҙып барыуы, кешенең ҙур суммалы аҡсаһына “айыу майы” һөртөүе, өр-яңы әйберҙе боҙоуы, хатта яңы ғына эшләнгән тимер ҡапҡаны балта менән тишә һуғыуы хаҡында йәндәре әсеп һөйләне.
...Ҡайһы бер юғары мәҙәниәтле, зыялы кешеләр, ғүмере буйы ятаҡта йәшәп, фатир төҫө күрмәй яҡты донъяларҙан китеп бара. Ә бында – мә һиңә, әҙер, сайдинг менән тыштан көпләнгән матур йорт – ниңә шуны гөл итеп тотмаҫҡа?! Эш юҡ тип зарланырға яратабыҙ, йорт булыу үҙе бәхет түгелме ни? Өйҙәре булмағандар ғүмер буйы тырыша, бер нисә эштә бил бөгөп, юҡты бар итә! Етмәһә, әҙер өйҙө тәрбиәләмәй, ут яҡмай ҡыш көндәрендә торбаһын туңдырғандар икән... Эх, әҙерҙең ҡәҙере юҡ шул...
Артабан юлыбыҙ Сыңғыҙ ауылына төштө. Был йорттоң ишеге асыҡ. Бола донъя, бысраҡ һауыт-һаба ҡаршы алды. Сәғәт иртәнге 11 тулып килеүгә ҡара­маҫтан, 9-сы һәм 8-се кластарҙы тамам­лаған ҡыҙ һәм малай йоҡлап ята. Ә әсә кешенән елдәр иҫкән. Ҡыҙы: “Әсәйем магазиндалыр”, – тиһә лә, ярты сәғәттән ашыу көтөүебеҙгә ҡарамаҫтан, ул ҡайт­маны. Ҡыҙ менән малайға йортто, урам янын йыйыштырып торорға, әсәйгә ярҙам итешергә кәңәш итеп, юлыбыҙҙы артабан дауам иттек.
Буранбай ауылында тағы бер ғаиләнең ишеген ҡаҡтыҡ. Бында ла әсәй кеше өйҙә булмай сыҡты. Атай кеше инвалид, өйҙә ике бала бар. Улар, ярай, башҡаларынан айырмалы рәүештә, ишле мал көтә һәм һыуытҡыстарында ла һөт ризыҡтары бар. Был йортта ла балаларҙы эшкә ҡушырға артыҡ тырышмауҙары күренеп тора. Бер аҙҙан “картуф утап йөрөйөм” тигән ҡатын ҡайтып инде. Уға ла байтаҡ ҡына күрһәтмәләр әйтелде.
Был йорттарҙа йөрөгән һайын нығыраҡ төшә барған кәйефебеҙ сираттағы тупһаны аша атлау менән 180 градусҡа боролғандай булды: урамдағы үлән сабылған, баҡса гөрләп үҫеп ултыра, ҡыйҙар уталған. Хатта бик матур итеп түңкәрелгән биҙрәләрҙә үҙеңде күрерлек – көҙгө кеүек балҡып ултыра. Ике баланы яңғыҙы аяҡҡа баҫтырған ирҙең яңыраҡ ҡына фажиғәле рәүештә ҡатыны мәрхүмә булған. Беҙ килерҙән бер көн алда ғына 40 йәшен тултырған ир ап-айыҡ, донъя балҡып тора. Йәл, ҡыҙҙар бер нисә көнгә икенсе ауылға өләсәйҙәренә киткән ине. Әммә донъя аулаҡ тип атай кешенең аҙып-туҙып йөрөмәүе ҡыуаныслы.
Килгәс-килгәс, бер юлы күреп китәйек тип мәҡәләм башында яҙған ике ҡатындың ата-әсәләренә лә һуғылдыҡ. Бәхетһеҙҙәр сылбырының башында тороусыларҙы күргебеҙ килде. Аталары улы менән мотоцикл йүнәтә, ә әсәй кеше елгә елберҙәп, көнгә кәлдерҙәп йөрөнө-йөрөнө лә юҡҡа сыҡты. Улы: “Апайымдарға ризыҡ ташый торғайныҡ, әле мотоциклыбыҙ боҙолдо. Шуға бара алмай торабыҙ. Хәҙер йүнәтеп алһаҡ, ашарға илтербеҙ”, – ти. Олоғайған атай менән инвалид ҡустынан ризыҡ көтөп ултырған һап-һау, бар ағзаһы теүәл 24 йәшлек ҡатынға ни тиергә?.. Ҡайтышлай уға ҡабат һуғылдыҡ. Сөнки ул магазинға барып, ризыҡ алып, балаларын ашатырға һүҙ биреп ҡалғайны. Тәү күргәндә дорфа ғына һөйләшһә лә, был юлы ул йыуашая төшкән, балалар ҙа өҫтәл артында макарон менән тамаҡ ялғап ултыра. “Балаларыңды детдомға бирҙергең киләме? Үҙең балалар йортонда үҫкәнһең, бәпестәреңдең дә яҙмышыңды ҡабатлауын теләйһеңме? Хөкүмәт йортто бирә, әммә тәрбиә­ләмәһәгеҙ, һаман нимәлер көтөп ятһағыҙ, кире тартып та ала”, – тигән һүҙҙәр уйландырҙы, буғай.
...Айгиз Баймөхәмәтовтың повесына артабан күҙ йүгертәм. “Сәғәт даң-доң ун икене һуға. Элек өйҙә саҡта ошо мәлдә теләк теләй инек. Хәҙер ҙә шуны эшләргә кәрәк.
Янымда ултырған Әмилә исемле класташымдан ҡыҙыҡһынып ҡуйҙым:
– Һинең ниндәй теләгең бар?
– Алла бирһә, әсәйем беҙҙе килеп алһын ине. Детдомдың нимә икәнен дә онотормон. Ә һинеке, Ильяс?
Әмиләнең һүҙҙәрен ишеткәс, шаҡ ҡаттым да ҡуйҙым. Мин бит атай-әсәйемдең яңынан терелеүен теләй алмайым, сөнки был мөмкин түгел. Ҡасандыр балаһын ташлап киткән әсәй генә уны кире ҡосағына алыуы ихтимал. Ниңә генә минең әсәйем дә төрмәлә ултырмай икән?! Ҡайтыр ине берәй ваҡыт. Их, көнләштем шул саҡ Әмиләнән...”
Тәүбә, тәүбә! Әсәйҙәр һәр ваҡыт янда, айыҡ һәм һау-сәләмәт булһын!

Бәхет ҡояшы

Хоҙай беҙгә шундай һәләт биргән –
Был донъяға йәндәр яралтыу.
Йән генәме, ӨМӨТ, ЙӘШӘҮ – үҙе!
Уның янда тәпәш Уралтау.

Уның янда – алтын төҫһөҙөрәк,
Уның янда – ҡояш кесерәк.
Ошо ҡолонсаҡты яратыуҙан
Ниндәй тойғо бар һуң көслөрәк?..

Кескәй генә йәндә ни тиклем нур,
Ни тиклем йыр һәр бер ауазда!
Берүк уға күҙҙәр теймәһен дә,
Һүҙе теймәһен берәй яуыздың.

Тик ниңә һуң кемдер өсөн
Буш килгәндең ҡәҙере самалы?..
Йән киҫәген ташлаусыларға
Булһа ине ҡаты сараһы!..

Ә бит беҙгә Хоҙай үҙе биргән
Һәләттең дә иң-иң олоһон!
“Әсә” исемен намыҫ менән
Күтәрә алһаң ғына – Аллаһың!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519