Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Фараздар, тәҡдимдәр, өмөттәр...
Фараздар, тәҡдимдәр, өмөттәр...Рәсәйҙәр, шулай уҡ Башҡортостан халҡы ла, пенсия йәшенең киләсәктә артасағын белә. Ошо әллә ни хуплау тапмаған мәсьәләне киң мәғлүмәт сараларында тикшереү барышында халыҡ пенсияға тиклем тағы ла бер нисә йыл эшләргә тура киләсәк тигән фекергә әкренләп күнгәндәй булды. Тик күпме эшләргә һуң? Әлегә һорау яуапһыҙ ҡала, фараздар, тәҡдимдәр генә бар. Нигеҙ итеп Европа тәжрибәһе алына. Билдәле булыуынса, Көнбайыш илдәрендә ирҙәр ҙә, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа хаҡлы ялға, беҙҙең менән сағыштырғанда, байтаҡҡа һуңыраҡ сыға.
Пенсия системаһы реформатор­ҙары илебеҙҙә халыҡтың 30 проценты хаҡлы ялға сыҡҡас та эшләүен дауам итә тигән дәлилгә һылтана. Тимәк, уларҙың эшләргә көсө лә, теләге лә бар. Бындай тәжрибәне бөтә ерҙә таратырға тәҡдим ителә. Әммә эшләүсе пенсионерҙарҙың ниндәй категорияларға һәм һөнәрҙәргә ҡарауы, уларҙың хаҡлы ялға сыҡмауының сәбәбе, хәл-шарттары тураһында бер ниндәй ҙә мәғлүмәт юҡ. Ә бит мәғлүмәттәр ярайһы уҡ ҡыҙыҡлы!
Эшләп йөрөгән пенсионерҙарҙың күбеһе – ялға ваҡытынан алда сыҡҡан кешеләр: хәрбиҙәр, көс структуралары хеҙмәткәрҙәре, төньяҡта, зарарлы шарттарҙа эшләгәндәр. Уларҙың бер өлөшө төп һөнәре буйынса тейешенсә эшләп пенсияға сыҡҡан һәм әле, ҡағиҙә булараҡ, башҡа өлкәлә хеҙмәт итә. 45, 50, хатта 60 йәштә ниндәй пенсионер булһын, ти? Хәҙер был йәш­тәгеләр үҙҙәрен көслө, дәртле, эшкә һәләтле итеп тоя. Насар булма­ған пенсия тәьминәте лә социаль оптимизм өҫтәй, һайлау мөмкинлеге лә бар: ял итергәме, әллә кинәнес алып эшләргәме?! Быларҙың барыһы ла льготалы категорияға ҡарай.
Эшләгән пенсионерҙарҙың ҙур өлөшөн юғары уҡыу йорттары һәм колледж, мәктәп уҡытыусылары, медицина һәм башҡа бюджет хеҙмәт­кәрҙәре тәшкил итә. Ҡайһы берҙәрен алмаштырырлыҡ кеше юҡ, коллективта ла уларҙың мөмкин тиклем оҙағыраҡ эшләүе яҡлылар. Пенсия йәшенә етеп, һөнәре буйынса эшен дауам иткән таныштарым араһында төрлө профессия вәкилдәре: табиптар, уҡытыусылар, ғилми хеҙмәт­кәрҙәр, инженерҙар, журналистар, көс структуралары хеҙмәткәрҙәре, бухгалтерҙар, технологтар... Ғаилә­нең кесе ағзалары менән бергә бизнес алып барған эшҡыуарҙар ҙа бар. Ундайҙар ихтирамға һәм маҡтауға лайыҡ, әлбиттә.
Әммә шуны оноторға ярамай: уларҙың барыһы ла хеҙмәт пенсияһы ала һәм теләгән саҡта эштән китергә хоҡуҡлы. Шул уҡ ваҡытта берәүһе лә ас ҡалмаясаҡ. Әгәр пенсия йәшен 63–65-кә тиклем арттырһалар, кеше физик мөмкинлегенә, һаулығы торошона ҡарамаҫтан, эшләргә тейеш. Ниндәйҙер сәбәп менән эш урынын юғалтһа, пенсияға сығыр алдынан яңыһын табыуы бик ҡыйынға төшәсәк. Әйткәндәй, бындай күренеш бөгөн үк күҙәтелә. Тимәк, бик бәләкәй пособиеға йәки яҡындарыңдың ярҙамына ғына иҫәп тоторға ҡала.
Тағы ла бер аспектҡа ҡағылып китәйек: ниңә пенсионерҙар ниндәй ҙә булһа эш табырға тырыша? Оҙайлы стажға ҡарамаҫтан, күптәрҙең пенсияһы бик бәләкәй. Шул уҡ ваҡытта кешегә фатир өсөн түләргә, аҙыҡ-түлек, дарыу, башҡа кәрәк-яраҡ һатып алырға кәрәк. Өлкәндәр йыш ҡына ауыр хәлдә ҡалған балаларына, ейәндәренә ярҙам итә. Бөтә нәмәгә лә аҡса кәрәк. Шуға күрә пенсионерҙарыбыҙ транспортта кондуктор, учреждениеларҙа гардеробсы, ҡарауылсы, репетитор, бала ҡараусы, йыйыштырыусы булып эшләргә мәжбүр. 65 – 70 йәштә яҡшы тормошта йәшәгәнлектән көн һайын эшкә йөрөмәйҙәр инде, өҫтәүенә аҙ ғына хеҙмәт хаҡына. Әлбиттә, өйҙә ултырырға яратмаған, үҙҙәрен файҙалы һәм кәрәкле тип тойорға күнеккән өлкәндәр ҙә бар.
Сал сәсле ололар үҙҙәренә оҡша­ған шөғөлгә ваҡыт тапһа, ейәндәренә күберәк иғтибар бирһә, тиҫтерҙәре менән аралашһа, шифаханаларҙа дауаланһа, Европалағы әбей-бабайҙар кеүек сәйәхәт ҡылһа, бигерәк тә яҡшы булыр ине. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәрҙең бындай мөмкинлеге юҡ.
Шуныһы ҡыуаныслы: 60 йәше тулған кешеләргә пенсия реформа­һындағы яңылыҡтар ҡағылмаясаҡ. Ә буласаҡ пенсионерҙар алдан борсол­маһындар: пенсия йәшен ҡапыл түгел, ә әкренләп арттырырға вәғәҙә итәләр. Сабырлыҡ һәм оптимизм кәрәк.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 090

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 984

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 644

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518