Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Олатай хикмәттәре
Халҡыбыҙҙың мәшһүр улы Әхмәтзәки Вәлиди-Туған үҙенең “Хәтирәләр” китабында: “Шәйехтәрҙең иң ғалимы Троицкиҙан Зәйнулла менән Муллаҡайҙан Ғабдулла ине”, – тип яҙып ҡалдыра. Йылдар үткән һайын был һүҙҙәрҙең хаҡлығына инанысыбыҙ арта. Мөршите ниндәй, мөрите шундай, тиҙәр. Остаздарының изге эшен дауам иттереп, мөриттәре заманы өсөн кәрәкле кешеләр – сәйәсмәндәр, полк муллалары, бағымсылар, мөғәллимдәр булып китә. Ғабдулла Сәйедиҙең иң күренекле шәкерттәренең береһе – бағымсылығы менән дан һәм абруй ҡаҙанған Мөжәүир хәҙрәт.
Рус халҡының “Балыҡсы балыҡсыны алыҫтан күрә” тигән мәҡәле бар. Ырымбур өлкәһенең Орск ҡалаһынан Тутыя инәй менән беҙҙең осрашыу нәҡ ошо мәҡәлдәгесә булды. Юлыбыҙҙа беҙҙе динебеҙгә, әүлиәбеҙ Мөжәүир хәҙрәткә булған ҡайнар мөхәббәт, оло ихтирам осраштырҙы. Яҡын туғандары менән Мөжәүир Олатайға зыярат ҡылырға ниәтләп килгән оло кеше менән беҙ Манһырҙа таныштыҡ.
– Әүлиәбеҙҙең рухын шатландырып, Ҡөрьән уҡып китәйем, тинем. – Мөләйем башҡорт ағинәйе мине фотоһүрәтем аша таныған икән.
Бер-беребеҙҙе тәүгә күрһәк тә, ғүмер буйы осрашып йәшәгән кешеләр һымаҡ һөйләшеп алып киттек. Юлдашымдың күңел түрендә бағымсы әүлиәбеҙ хаҡында иҫ киткес мөғжизәле хәтирәләр һаҡлана булып сыҡты. Мөжәүир хәҙрәтте яратып, ололоҡлап иҫләгән меңәрләгән кеше араһында мине айырыуса ике ағинәйҙең хәтирәһе әсир итте: беренсеһе – Сибайҙа йәшәгән Үлмәҫбикә инәйҙеке, икенсеһе – Ырымбур өлкәһенең Орск ҡалаһынан Тутыя инәйҙеке. Улар һымаҡ ихластар һирәк булыр.
Һүҙем юҫығы Тутыя инәйҙең хәтирәләре хаҡында булһа ла, Үлмәҫбикә инәй тураһында ла бер ни тиклем әйтеп үтмәй ярамаҫ. Уның ихласлығы хаҡында йәнә бер тапҡыр иҫкә төшөргөм килә. Һуғыштан һуң кешеләрҙең аслы-туҡлы йәшәгән йылдары. Яңғыҙы ике бала тәрбиәләгән Үлмәҫбикә берҙән-бер һыйырын һата ла, шуның аҡсаһын тулайым көйө генә Мөжәүир хәҙрәткә саҙаҡа итеп бирергә тип, оло улын эйәртеп Манһырға юллана.
Күңел түрендә Мөжәүир хәҙрәткә сикһеҙ һөйөү һәм оло ихтирам һаҡлаған Үлмәҫбикә алып килгән саҙаҡаһын олатайҙың алдына килтереп һала. Бер саҡ йәш ҡатындың кеҫәһенән ни хикмәт менәндер бер нисә тинлек көмөш иҙәнгә сылтырап төшөп китә.
– Бәй-бәй, пинжәгемдең кеҫәһе тишек түгел ине ләбаһа, – тип аптырай йәш ҡатын.
– Ҡыҙым, миңә иҙәндән ана шул тинлектәрҙе йыйып алып бир, – ти олатай. – Саҙаҡаң шул булыр. – Изге күңелле мөслимәнең улын янына саҡырып алып, һыйыр аҡсаһын малайҙың ҡулына тоттора. – Хәлеңде белеп-күреп торам, ҡыҙым, ир икмәге ашап йәшәмәйһең. Балаларыңа һораған әйберҙәрен һатып алып бир.
Ысынлап та, ҡатындың артыҡ бер тин аҡсаһы юҡ, һауынсы булып эшләй. Быларҙың барыһын белеп-күреп торған әүлиә Олатай Үлмәҫбикәнең ихласлығынан арбала, алҡышланып ризалығын бирә. “Ғүмерең минең фатихамда үтер”, – ти.
“Иң яратҡан дуҫым – Аллаһу Тәғәләм, унан ҡала – Мөхәммәт пәйғәмбәр, өсөнсөһө – Мөжәүир хәҙрәт” – гел шулай тип ҡабатлай Сибай ҡалаһында йәшәгән Үлмәҫбикә инәй. Ысынлап та, Олатайыбыҙ доғаларының тылсымлы хикмәте булғандыр – инәйебеҙ ғүмере буйы кешеләр араһында һөймәлекле, ҡәҙерле булып, барлыҡта-муллыҡта көн итә.
Орскиҙан Мөжәүир хәҙрәт ҡәберенә зыярат ҡылырға килгән 80 йәшлек Тутыя инәйҙең ихласлығын ошо Үлмәҫбикә инәйҙекенә оҡшаттым. Күренеп тора, ул да – балалары, ейәндәре араһында ҡәҙерле кеше. Уға ла Олатайҙың фатихаһы төшкәндер. Бына әле лә, өләсәһенең үтенесен йыҡмай, Юлиә исемле ейәнсәре үҙенең машинаһында туғандарын Манһырға алып килә.
Тутыя инәйебеҙ бик алсаҡ, күңелсәк кеше булып сыҡты. Шул арала әсәһен нисек Олатайға алып килеүен дә, ауылдашы Сания тигән ҡыҙҙың Мөжәүир хәҙрәткә килеп йүнәлеп ҡайтыуын да, Олатайҙың Аллаһтан бирелгән иҫ киткес һәләттәре, хатта кешенең уға килгәндә юлда ни уйлағанын белеп тороуы хаҡында һөйләп алды. Тутыя апай мине Орскиға осрашыуға саҡырырға булып хушлаштыҡ:
– Ырымбур яҡтарында һеҙҙең әҫәрҙәрҙе бик яратып уҡыйҙар, күп итеп китап алып килегеҙ, – тине, һәм беҙ адрестар, телефондар менән алмаштыҡ.
Бына күп көттөрмәй вәғәҙә ителгән хат килеп төштө. Тутыя Нәбиулла ҡыҙы тәүге иҫтәлеген “Иҫтәр китерлек, һушһыҙ ҡалырлыҡ мөғжизә” тип атаған. Уның яҙғандарын түкмәй-сәсмәй китап уҡыусыларға еткерергә булдым.
“...Беҙҙең ауылда Сания исемле бик матур ҡыҙ бар ине. Ике толомон үреп ебәрһә, беләк йыуанлығы сәсе бөгәренә төшөп торҙо. Уның сәсенә, илаһи матурлығына һоҡланмаған кеше булмағандыр. Әллә күҙ тейҙе, әллә һоҡ тейҙе, ни булғандыр, Санияның башы ауырта башланы. Бер аҙҙан башын ҡутыр ҡаплап алды. Ул ғына ла етмәй, сәсе ҡойолоп бөттө, таҙ булып ҡалды. Яңы ғына матурлығына хайран ҡалған ауылдаштары бахырҡайҙы “ҡутырбаш Сания”, “таҙ Сания” тип йөрөтә башланы. Малай-шалайҙарына тиклем:
– Таҙ китте күперҙән, Таҙҙың башы күпергән, – тип эләкләп ҡала ине.
Әхирәтем оялышынан башынан яулығын сисмәне. Мин уны бик йәлләй инем, эргәһенә барып ултырам да күңелен күтәрер өсөн һөйләшәм, хәлен һорашам. Әхирәтем миңә йөрәк серҙәрен сисеп, бер егетте яратыуы, унһыҙ йәшәй алмауы хаҡында һөйләне. Элек Сания өсөн йән атҡан егет хәҙер таҙ башлы ҡыҙҙың эргәһенә килмәй башлаған икән. Бигерәк тә шул егеттең һыуыныуынан өҙгөләнде әхирәтем, ошо башымдың ҡутырынан ҡотолһам, егетем менән яңынан дуҫлашыр инек, тип уйланы.
Бер шулай Санияларға Аҡъярҙан Алһыу исемле апай килде, Баймаҡ яҡтарында Мөжәүир тигән бағымсы бар, ти, уға күренгән һәр бер кеше һауыға икән, тип һөйләп китте. Сания миңә, әйҙә, Манһырға икәүләп барайыҡ, тине. Әхирәтемдең әсәһе ҡаты күңелле кеше ине, беҙҙең барыуға ҡырҡа ҡаршы килде:
– Балнисҡа әҙ йөрөнөңмө ни? Һинең силсәң (ҡутырың) әллә ҡайҙа тау-таш араһында ятҡан мулланың өшкөрөп-төкөрөүенән генә бөтөп китмәҫ, бөтөр булһа, духтырҙар бөтөрөр ине. Бармайһың, йөрөмәйһең, – тип ҡыҙына юллыҡ аҡса бирмәне. Әхирәтем ер-һыу иланы. Әммә әсәһе Манһырға барыу теләгенән дүндерә, ниәтенән һүрелтә алманы.
Йәйҙең йәмле бер көнөндә, бер ярҙамсыл кешенән бурысҡа аҡса алып тороп, икәүләп юлға сығып киттек. Ҡайҙа машинаға ултырып, ҡайҙа йәйәүләп Олатайҙың ауылына барып еттек. Сания бағымсыға инеп күренеп сыҡты. “Ҡутырың күҙҙән шашҡан. Балнисҡа күп йөрөгәнһең, күҙ тейеүгә дарыу килешмәй. Бында килеп яҡшы иткәнһең. Йүнәлерһең, иншаллаһ”, – тигән Олатай. Саҙаҡаһын бирҙем, доға ҡылып алды, тине.
Ҡайтышлай юлда Олатай беҙгә хикмәтен күрһәтте. Манһырҙан сығып, йәйәүләп Аҡъярға китеп барабыҙ. Юлда өйкөм-өйкөм булып баҙрап ятҡан сейәлеккә тап булдыҡ. Башта бешкән, һутлы сейәләрҙе туйғансы ашаныҡ. Шунан юлда ашай-ашай барырбыҙ, тип, кеҫәләребеҙгә лә йыйып һалырға булдыҡ. Сания ҡулын кеҫәһенә тыҡҡайны, ни күҙе менән күрһен, саҙаҡаға тигән аҡсаһы шул көйө генә ята. Аптырап киткән ҡыҙыҡай борсолоп:
– Тутыя, әйҙә кире боролайыҡ, хәйеремде бирергә онотҡанмын бит, – ти. – Йә өшкөрөүе килешмәй ҡуйыр.
– Бирҙем, тинең дәбаһа.
– Биргәйнем. Иҫемдә, алдына һалдым, ысын. Тик нисек кеҫәмдә һуң?
– Юҡ, боролмайбыҙ, – тинем мин. – Олатай аҡсаны кешенән бурысҡа алғаныңды белгән дә фәрештәләре аша кеҫәңә кире һалдырған. Ул ярлы-ябағанан саҙаҡа алмай, ти. Сират көткән кешеләр шулай тип һөйләп торҙо.
Сейәлектән сыҡҡайныҡ ҡына, бер машина килә, ҡул күтәргәйнек, туҡтаны ла беҙҙе ултыртып алды. Шулай уңайлы ғына ҡайтып төштөк. Аҙаҡ быныһы ла изге күңелле Олатайҙың бер хикмәте булғандыр, тинек.
Бер-ике көндән Сания менән осрашҡайныҡ, башындағы ҡутыры ҡул менән һыпырып алғандай юҡҡа сыҡҡан. Был хәлгә беҙҙең иҫ-һуш китте. Бына мөғжизә! Ике-өс йыл буйы әхирәтемде ыҙалатҡан, ҡайғыға һалған ауырыу, хас та әкиәттәге кеүек, бөткән дә ҡуйған. Бер нисә көндән сәсе лә үҫә башланы. Күп булһа, ай үткәндер, ул ҡуйы, ҡап-ҡара булып үҫеп тә сыҡты. Ике ай тигәндә толомлап үрерлек булды. “Ҡутырлы баш” Сания ҡабат элекке хәленә ҡайтты. Был хәлгә ауылда апты­рамаған, хайран ҡалмаған кеше булма­ғандыр. Һөйгән егете ҡабат артынан йөрөй башланы, тик Сания унан төңөлгәйне инде.
Ятһа ла, торһа ла һөйгән егетенең исемен теленән төшөрмәй ине, ни булды икән әхирәтемә, тип аптыраным. Аҙаҡтан был хәлде лә Олатай хикмәтелер, тинек. Ауыр саҡта таяныс-терәк булмаған кешенән ни фәтүә? Сания һымаҡ сибәр, аҡыллы ҡыҙ үҙ бәхетен тапмаймы ни? Ысынлап та, әхирәтем бәхетен тапты, ғүмере матур үтте. Ауылыбыҙҙың оло быуын кешеләре бөгөн дә Сания менән булған хәлде хәтерләп, һуш китеп йығылырлыҡ, хайран-вайран ҡалырлыҡ мөғжизә итеп һөйләй, Мөжәүир хәҙрәттең ҡөҙрәтенә шаҡ ҡата. Шуға беҙҙең яҡтың кешеләре тура килгән һайын Олатайға рәхмәт әйтеп, бында бөйөк әүлиә ерләнгән тип, ҡәберенә бара, Ҡөрьәндән сүрәләр уҡып, уның рухын шатландырып китә, Аллаһтан үҙҙәренә бәрәкәтле, хәйерле ғүмер теләй.
1952 йылдың йәйе ине. Миңә ни бары ун һигеҙ йәш. Әсәйемдең башы бик ҡаты ауыртып торҙо ла күҙе күрмәй башланы. Меҫкенкәйем, башым менән күҙемдең ауыртыуынан тәҡәт итер хәлем юҡ, ти, йоҡо төҫө күрмәй һыҙлана. Бер көндө, Мәскәүҙән Ырымбурға күҙ табибы килгән, күҙгә операция яһай, тип ишеттек. Әсәйемде шунда алып барырға булдым. Сират бик ҙур ине, көтөп ултырабыҙ. Беҙ бер урыҫ бабайы артынан сират алдыҡ. Бабайҙы балнисҡа һалырға тип сығарҙылар. Профессор минең әсәйемә: “К операции не подлежит”, – тине. Мин уға: “Зинһар, әсәйемде операцияға алығыҙ, ул күрергә тейеш, – тим. – Бабайҙы алдығыҙ бит”, – тим. Илайым, ялбарам.
Шул саҡ профессор теге бабайҙы саҡырып индерҙе, ҡулыма үҙенең ҙур ҡалын лупаһын бирҙе лә ауырыуҙың күҙенә ҡарарға ҡушты. Бабайҙың күҙенең ситенән ҡараһы яғына ап-аҡ ҡына булып, ағас тамырындай, тамыр киткән, күҙен шекәрә ҡаплай башлаған. Профессор әйтә, күрҙеңме, ти, әле тамыр күҙенең ҡараһына барып етмәгән. Шунан әсәйемдең күҙенә ҡарарға ҡушты. Уның күҙенең ҡараһын ҡалын шекәрә ҡаплап алғайны. Шунан доктор бабайҙы ла, әсәйемде лә бер ҡараңғы бүлмәгә индерҙе. Унда бәләкәй генә лампочка яна:
– Күрәһегеҙме? – тине профессор.
Бабай әҙерәк күрә булып сыҡты, әсәйем тома һуҡыр ине.
– Инде ышандыңмы? – ти табип. Йүнәлтмәгә “Зрение необратимое, операция бесполезна” тип яҙып бирҙе. Мин һаман үҙһүҙләнәм, үҙемдекен тыҡыйым:
– Барыбер яһағыҙ! Мин әсәйемдең яҡты донъяны күреүен теләйем! Ул күрергә тейеш, ул күрәсәк, – тим.
– Мин яһармын да, – ти. – Тик күҙе һытылып, урыны соҡор булып ҡаласаҡ. Бынан нимә үҙгәрә?
Бындай ҡәтғи хөкөмдө ишетеп, иҫһеҙ ҡолағанмын. Мине “Ашығыс ярҙам” машинаһы менән алып киткәндәр. Иҫемә килгәндә, ҡолағымда бер генә һүҙ сыңлай: “бесполезно”. Эт күрмә­гәнде күреп, саҡ ауылыбыҙға ҡайтып еттек.
Һаман әсәйемдең күҙе күреренә өмөтөмдө өҙмәйем. Башыма, Манһырға, Мөжәүир хәҙрәткә алып барып күрһәтергә кәрәк, тигән уй төштө. Ул саҡта автобус йөрөмәй ине әле. Һуҡыр әсәйем менән ҡайҙа йәйәүләп, тура килгәндә машинаға ултырып, өс йөҙ саҡрым араны үтеп, ниһайәт, Фәйзулла тигән ауылға килеп еттек. Унда бер фатир табып йоҡланыҡ. Бынан Манһырға туғыҙ саҡрым, тинеләр.
Таң менән сыҡһаҡ та, йәйәүләп Урғаҙа йылғаһына килеп еткәнсе өйлә намаҙына ваҡыт еткәйне. Әсәйем, тәһәрәт алып, намаҙға баҫты. Йылға ярына ултырып тамаҡ ялғап алдыҡ та алға атланыҡ. Бер аҙ барғайныҡ, хәҙрәттең өйө күренде. Ихатаға индек. Унда килгән кешеләр өсөн һике эшләп ҡуйғандар икән, юлда йәйәү килеп арыған әсәйем ятып торорға булды. Ҡараһаҡ, Мөжәүир хәҙрәт ҡомғанын тотоп өйөнән сығып килә. Башында аҡ ҡына сәллә, өҫтөндә йәшел сапан. Оло йәштә булһа ла, кәүҙәһе төп-төҙ, буй-һыны килешле. Беҙҙең менән башын ҡағып, һүҙһеҙ генә сәләмләште лә шунда торған биҙрәнән ҡомғанына һыу һалып алып, арыраҡ китеп тәһәрәтләнде лә өйөнә инеп китте. Өйләгә ашыға ине, буғай.
Олатайҙы күргәс, күңелемде сәйер бер хис биләп алды: “Олатай ҡартайған икән. Эй, Аллаһым, хәҙрәт ғилемен миңә бирһен дә, ҡайтҡас, үҙебеҙҙең ауыл кешеләрен ҡарар инем”, – тип уйланым. Күршебеҙҙә күмәк балалы бер апай йөрәк сире менән ауырый, үлеп китһәм, балаларым етем ҡала инде, тип ҡайғыра, иң башта уны һауыҡтырыр инем. Бер малай быума сиренән яфалана. Күҙҙән зарланғандар, ишетмәгәндәр, тәндәре һыҙлап йонсотҡандар бар. Еңгәйемдең түше шешкән. Өшкөртөп алып ҡайт тип, барыһы ла тоҙ, һабын, яулыҡ, сәй биреп ебәрҙеләр.
Мин шулай хыялға сумып ултырғанда ишек асылып китте лә, беҙгә: “Инегеҙ!” – тинеләр.
Өй эсендә артыҡ нәмә юҡ. Ингәс тә һул яҡта бер стенанан икенсе стенаға тиклем урындыҡ. Олатай ҡаршы яҡта ултыра. Ул ым менән беҙгә ултырырға ҡушты. Мин алып барған күстәнәстәремде, бүләктәремде алдына илтеп һалдым. Иң башта Олатай көлөп алды: “Юлда асығып килгәндә был күстәнәстәрегеҙҙе ашамай нисек түҙҙегеҙ?” – ти. Ысынлап та, юлда асыҡҡайныҡ. Бик йонсой башлағас, Олатайға тигән бал менән майҙы икмәккә яғып, әсәйемә бирергә иткәйнем, аманатҡа хыянат итергә ярамай, тип ул ҡырҡа баш тартты.
Олатай алып килгән бүләктәрҙе барлай башланы: быныһы – абыстайға, быныһы – килендәргә, былары – ейәнсәрҙәргә. Мин берсә ҡурҡып, берсә оялып киттем. Минең бүләктәрҙе һалғанда ни уйлағанды ҡайҙан белде икән, тип аптыраным.
– Минең барыһын да үтә күргәнде белә инең бит, – тине бағымсы. – Бая тышта ни уйлап ултырғаныңды ла белдем.
Оялыуҙан мин бурлаттай ҡыҙарҙым. Ә олатай көлә-көлә дауам итте:
– Һин бит минең ғилемемде тартып алып, үҙегеҙҙең яҡ кешеләрен ҡарарға ниәтләп ултырҙың, шулаймы?
Миңә оят, ни эшләргә белмәй ултырам. Хәҙер әсәйемде ҡарамай ҡайтарып ебәрерме икән, тип ҡурҡам. Олатай тағы шаярта:
– Ҡурҡма, әсәйеңде ҡарайым, – ти. Үҙе көлә:
– Бар, ана, тышта урындыҡта онотоп ҡалдырған, ауылдаштарыңдың өшкөртөргә ебәргән әйберҙәрен алып кер, – ти.
Бер яулыҡ итеп ауылдаштарым өшкөртөргә тип биреп ебәргән әйберҙәрҙе индергәс, Олатай алдына ашъяулыҡ түшәтте, барыһын да шунда һалырға ҡушты. Ул тағы миңә һынап ҡараны ла:
– Кеҫәңдә бит еңгәйеңдең өшкөртөргә ебәргән һабыны ята, уныһын да онотма, – тине.
Тағы оялышымдан ни эшләргә белмәнем. Уныһын да белде. Үҙемде әрләйем, тик ни эшләйем, онотҡас онотҡанмын инде. Олатай ашъяулыҡ өҫтөндә өрөп ебәргәйне, болот кеүек ап-аҡ нәмә пәйҙә булды ла әйләнә башланы. Был хәлде яҙып та, һөйләп тә килештерерлек түгел, ниндәйҙер хикмәт, мөғжизә ине ул.
Ашъяулыҡтағы әйберҙәрҙе өшкөрөп бөткәс, олатай әсәйемде янына ултыртты ла, эргәһенә тоҙ, бетеү һалып, ят доғалар уҡып, оҙаҡ итеп өшкөрҙө.
– Ҡайтып барғанда әсәйең ҡолаһын, йә үҙең төртөп йыҡ, – тине. Юл буйы олатайҙың әйткәнен уйлап барһам да, ҡушҡанын эшләй алманым. Әсәйемде йығырға йәлләнем. Ауылға ҡайтҡас, аңғармаҫтан килендәше төртөп йыҡҡан. Шунда әсәйем менән ниҙер булған, ул ҡапыл күреп алып киткән. Башы ауыртмауын, күҙе һыҙламауын ғына әйтте, ләкин күрә башлауы хаҡында әсәйем башта беҙгә бер ни ҙә өндәшмәне.
Бер көндө эштән ҡайтһам, әсәйем яманып ултыра. “Энәгә кем еп үткәреп бирҙе?” – тим. “Балалар”, – тине лә көлөмһөрәне. Шунда мин әсәйемдең күҙе күрә башлағанын аңланым. Тағы бер нимә булып ҡуймаһын тип, ҡурҡышынан әйтмәй йөрөгән икән. Шатлығыбыҙҙың иге-сиге булманы.
– Хәҙрәт олатайға мең рәхмәт, – тип алҡышланды намаҙы һайын әсәйем. Миңә лә рәхмәт әйтеп доға ҡыла ине. Ул һуңғы һулышына саҡлы диненә тоғро булды: намаҙын ҡалдырманы, ҡулынан тиҫбеһен төшөрмәне. Өшкөртөргә кемдәр әйбер биреп ебәргән, барыһы ла һауыҡты. Был хәлгә лә бөтә ауыл менән хайран ҡалдыҡ. Мөжәүир хәҙрәттең исеме күккә күтәрелеп маҡталды. Күптәр барып ҡайтты.
Ә мин ғүмер буйы олатайҙың ғилемен тартып алып, үҙем бағымсы булырға хыялланыуым өсөн оялып йәшәнем. Намаҙ уҡыған һайын әүлиәбеҙ Мөжәүир олатайҙан ғәфү үтендем. Беҙҙең һәр бер эште юғарынан белеп, күреп торған Рәхмәтле, Рәхимле Аллаһ Тәғәләм, изге күңелле, кеше йәнле Мөжәүир олатай, зинһар өсөн, кисерегеҙ мине. Ҡөҙрәтеңде үҙемә алып, кешеләрҙең һаулығын ҡайтарырға теләгәнмен. Был уйым ни бары изге ниәттән, ихласлыҡтан ғына булған. Кисер, кисер мине, олатай, ғәфү ит! Лира ҡыҙымдан ошо хәтирәләремде яҙҙырып, барығыҙҙан ғәфү һорайым. Моғайын, рухтарың күреп, белеп торалыр. Минең өсөн һин, Олатай, донъяның иң бөйөк әүлиәһе, иң изге йәнле кешеһе”.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 066

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 430

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 961

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 867

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 619

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 220

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 444

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 954

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 492

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509