Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Аралашыу – үҙе ҙур байрам
Аралашыу – үҙе ҙур байрам Мәләүез районының Һәргәй ауылында элек-электән уңған, дәртле, намыҫсан халыҡ йәшәй. Береһенән-береһе яҡшыраҡ йәшәргә тырышып, сәмләнеп донъя көтә улар. Заман ауырлығына һылтанмай, йылдан-йыл йорт-ҡураларын төҙөкләндерәләр. Бала тәрбиәләйҙәр, мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрайҙар.
Күптән түгел ошо хаҡта “Һау­мыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамында Нөгөш ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Әсҡәт Ҡормаев та ҡотлау сығышында әйтеп үтте:
– Һәргәйҙәр һәр ваҡыт эшкә етеҙлеге, егәрлелеге менән айырылды. Умартасылыҡ менән шөғөллә­нәләр, йорт төҙөйҙәр, балалар үҫтерә­ләр. Ҡыҫҡаһы, матур йәшәргә тырышалар...
Эйе, йәмле Нөгөш һыу һаҡлағысы ярында ғына урынлашҡан ауыл халҡы, ситтән күсеп килгәндәргә ҡарамай, үҙенең йәшәү рәүешен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын һаҡлап, алдағы көнгә ышаныс менән йәшәүен дауам итә. Күпләп ҡатлы-ҡатлы өйҙәр, ял йорттары барлыҡҡа килеүенә ҡарамаҫ­тан, ауыл үҙенең йөҙөн, традицияларын барыбер юғалтмаған. Шәжәрә, ауыл байрамдары үткәрелеүе лә – шуға асыҡ миҫал.
Байрамға килгәндәрҙе ҡотлап, район хакимиәтенең архив бүлеге начальнигы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Илмира Фәйзул­лина, оло быуын вәкиле Миңһылыу Әбсаттарова сығыш яһаны. Улар мәҙәниәтебеҙҙе, телебеҙҙе, йола һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлау йәһәтенән ҙур роль уйнаған ауылдың ҡотон һаҡлауға ҡағылышлы теләк-тәҡдим­дәре менән уртаҡлашты.
Халыҡ һорауы буйынса ауылға ингән урында төҙөлгән мәсет тирә-яҡҡа бер биҙәк булып ултыра. Тик ауыл мәсете имам-хатибы Морат хәҙрәт Ишбаев ғибәҙәт йортона килеүселәр һаны аҙ булыуына борсолоу белдерҙе.
Ауыл халҡы, ҡунаҡтар йыйылған байрамда “иң-иң”дәрҙе билдәләү матур күренешкә әйләнде. Иң тәүҙә сәхнәгә ауылға йәм биреп ултырған, эстән дә, тышҡы яҡтан да һәр ваҡыт төҙөклөгө, бөхтәлеге, таҙалығы менән айырылып торған йорт хужабикәһе, 90 йәштән үткән Нурия Латипова күтәрелде. Атҡаҙанған колхозсы исемен йөрөткән Нурия инәйҙең тормошо ла, хеҙмәт юлы ла маҡтауға лайыҡ. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ныҡлы хәтере, хәрәкәтсәнлеге һәм әүҙемлеге менән иғтибарҙы йәлеп итә.
Матур йорттарҙан, ихаталарҙан тыш, ауыл урамдарын тағы балалар тауышы биҙәй. Шуға бәйле ауылдаштар байрамында күп балалы ғаиләләргә лә иғтибар бүленде. Был көндә биш бала тәрбиәләгән әсәй Зәлифә Арыҫланова һәм алты балаға ғүмер биргән Рәмзиә менән Фәрит Бикбовтар бүләккә лайыҡ булды.
“Ауылдың иң бәләкәй кешеһе” номинацияһында Рамазан исемле малай билдәләнде. Ул – Гөлнара менән Радик Көҫәповтарҙың бишенсе балаһы. Ә “Ауылдың иң өлкән кешеһе” тип 90 йәшлек Мәрзиә Ибраһимова танылды.
Йорт усағын һүндермәй, ауыл ҡотон һаҡлаған Ғәлимә Мерәҫова, Фәниә Аҡкөсөкова, Әминә Собханғолова, Маһира Арыҫлановалар, ағинәйҙәр булараҡ, сәхнәгә сығып бүләк алды. Улар бөтәһе лә – һуғыш һәм унан һуңғы ауыр йылдарҙа хеҙмәттә сынығып үҫкән быуын.
Бәйләүгә, сигеүгә, тегеүгә оҫта Лилиә Мәһәҙиева менән Рәсимә Ибраһимоваларҙың ҡул эштәренән бай күргәҙмә эшләнгәйне. Уларға ла ауылдаштар осрашыуының бер иҫтәлеге итеп бүләк тапшырылды. Байрамды алып барыусы Миләүшә Кинйәбулатова һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торғаны өсөн Лилиә Ишбаева, Ғәйнулла Ибраһимов, Рифат Аҡкөсөков, Әүхәҙи Ҡунаҡбаевтарға ауыл халҡы исеменән рәхмәт белдерҙе. Сара Нөгөш һәм Һәргәй ауылы үҙешмәкәрҙәре сығышы менән үрелеп барҙы һәм күңелле байрамға әүерелде.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 173

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 892

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840