Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ҡушағың менән ҡуша ҡартай...”
“Ҡушағың менән ҡуша ҡартай...” Ошондай теләкте йәш саҡта һәр кем дә аңлап бөтмәйҙер, моғайын. Кешеләрҙең бер-береһенә әйткән теләктәре араһында күптәр өсөн ятыраҡ күренгән был теләктең ни тиклем ҡәҙерле, изге һәм кәрәкле икәнен йылдар үткәс кенә аңланым.
Уның төп асылы – тормош һуҡмағын бер-берең менән ҡулға-ҡул тотоношоп үтеү һәм бәхетле ҡартлығыңда бер-береңдең ҡәҙерен белеп йәшәү. Әммә бындай бәхет бик һирәктәр өлөшөнә төшә. Бер-береһен аңлап, тигеҙ донъя йөгөн тартып, балалар тәрбиәләп үҫтереп, үҙҙәре лә күптәргә өлгө булып йәшәгән бәхетле парҙар рәтенә Баймаҡ районының Ҡолсора ауылынан Рәзилә менән Илдар Яҡшыбаевтарҙы ла индерергә мөмкин. Икеһе лә ошо ауылда тыуып үҫкән һоҡланғыс пар бына 40 йылдан ашыу инде матур ғүмер юлы кисерә. Икеһе лә ҡасандыр гөрләп торған Октябрҙең 50 йыллығы исемендәге колхозда эшләп, хаҡлы ялға сыға. Ике ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр, әле уларҙың ейән-ейәнсәрҙәре бар.
Хаҡлы ялда булыуҙарына ҡарамаҫтан, Яҡшыбаевтар йәштәргә өлгө булырлыҡ. Ишле мал аҫрайҙар, ҡош-ҡорт көтәләр, баҡса үҫтерәләр. “Ауылда ни, тик ятып булмай инде. Мал көсө менән йәшәлә, балаларға ла ярҙам итәбеҙ, ҡыҙыбыҙҙы башлы-күҙле итергә кәрәк әле”, – ти улар. Уңған хужабикә һәүкәштәрҙе һауып, уның ағын һөт йыйыусыға тапшыра. Егәрле ҡатын һөт тапшырып ҡына ла айына 10 мең һумдан ашыу табыш ала. “Һөтләтә биргәндә, отошло килеп сыға. Май-ҡаймағын әҙерләп, баҙарға алып барып, үтәме-юҡмы тип борсолорға ла кәрәкмәй. Һата алғанда ла, уның яртыһы юл сығымын ҡаплауға китә. Былай иткәндә иһә, аҡсаның ҡулға эләгәсәгенә ышанып, бәғзе бер эштәрҙе теүәлләп, кәрәкле әйберҙәрҙе һатып алырға мөмкин”, – ти Рәзилә Ғаяз ҡыҙы.
Ҡатынының һүҙҙәрен Илдар Айытбай улы ла ҡеүәтләй. “Тик һөттө осһоҙораҡ алалар шул, литры – 14 һум. Йәй осоронда кәметеп ебәргән саҡтары ла була. Был аҡса бесән әҙерләү сығымдары өсөн уңайлы. Әйткәндәй, ҡолсоралар бесәнде күберәк трактор ярҙамында эшләй, элекке баҫыуҙар пайға таратылып, бесәнлектәргә әйләнгән. Шунлыҡтан ауыл халҡына хәҙер элекке кеүек йәһәннәм төпкөлөнә барып түгел, ә яҡында бесән әҙерләү мөмкинлеге бар. Йорт хужаһын шулай уҡ иттең бик арзанға ситтән килеп йыйыусыларға тапшырылыуы, быҙауҙарҙың сит төбәктәргә һатылыуы кеүек ауыл халҡын борсоған проблемалар ҙа ят түгел.
Нисек кенә булмаһын, Яҡшыбаевтар, үҙҙәренсә, һәүетемсә донъя көтөп ята. Ауыл тормошонан да ситтә ҡалмай улар: Илдар Яҡшыбаев, диндә булараҡ, йәш быуынды иманлы һәм тәүфиҡлы булырға өндәһә, йорт хужабикәһе ауылда үткән төрлө сараларҙың уртаһында ҡайнай. Хеҙмәт ветерандары эшләп үткән йәшлектәре, ғүмер юлдарына бер ҙә үкенмәй, киреһенсә, ауылдаштары алдында намыҫтары таҙа, балаларына ғына түгел, барлыҡ туғандарына өлгө булырлыҡ, ярҙам күрһәтеп, кәңәш биреп йәшәүҙәрен дауам итә.

Баймаҡ районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 085

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 444

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 977

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 886

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 638

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 236

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 459

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 961

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 427

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 504

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 327

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 513