Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Дуҫ-туғанды һатып алып буламы?
Дуҫ-туғанды һатып алып буламы? Интернет селтәрендә үҙемә кәрәкле мәғлүмәт эҙләгәндә “Бер сәғәткә дуҫ”, “Прокатҡа дуҫ” тигән хеҙмәттәргә тап булдым. Баҡтиһәң, ундай йүнәлештәр баҙарҙа күптән бар икән.
Мәғлүмәттәр буйынса, Американан Скотт Розенбаум – ошондай хеҙмәт булдырған тәүге йүнсел. Ул бындай бизнесты Канадала һәм АҠШ-та киң йәйелдергән. Рәсми сайты – донъяла иң билдәлеһе, унда йөҙҙәрсә мең кеше теркәлгән. Был хеҙмәт хәҙер Рәсәйгә лә ят түгел икән. Ҙур ҡалаларҙа айырыуса киң таралған.
Эйе, хәҙерге баҙар ке­ше­нең ихтыяждарына үтә һиҙгер: йәмғиәттә күптәр һөйләшеүгә “һыуһап” йә­шәй. Ғәжәп, мәғлүмәт саралары арта бар­ған һайын аралашыу кәмей. Интернет, ни генә тимә, минеңсә, яңғыҙлыҡ сығанағы шул. Унан “сыҡмаған” кешеләр­ҙең күңеле бөтөн түгел. Йәнә шуға инанғанмын: социаль селтәрҙәге дуҫтар­ҙың күбеһе тиерлек яһал­ма. Бәғзеләренең урамда осрағанда хатта ки танымай, белһә лә, иҫәнләшмәй үтеп китеүенә әллә күпме шаһит булдым. Бындай “дуҫ­лыҡ” нимәгә, “лайк” өсөнмө? Ихлас күңелдән аралашыуҙан мәхрүм әҙәм балаһы уның һайын эсенә йомола. Яһалмалыҡ ҡайҙа алып барыр?
Ә бизнес өсөн был табыш ҡына. “Бер сәғәткә дуҫ” булып, үҙен ҡур­тымға биреп, айырым кешеләр ҙә, уларға эш биргәндәр ҙә яҡшы аҡса һуғыу мөм­кинлегенә эйә. Хеҙмәткә мохтаждарҙың сәбәптәре иһә төрлөсә. Берәүҙәр виртуаль донъянан туйған, икенселәр аралашыуҙа ҡыйынлыҡ кисерә, үҙ көсөнә ышанмай, өсөнсө­ләрҙе яңы дуҫы менән маҡтаныу маҡсаты йөрөтә, дүртен­селәр күҙ йәшен түгеп алырға теләй һ.б. Тимәк, хеҙмәтләндереүсе һәр яҡлап килгән кеше булырға тейеш. Бәлки, уның менән берәй клиенты араһында артабан ысын дуҫлыҡ тоҡаналыр. Ләкин, белгестәр әйте­үенсә, аҡсаға ҡоролған бәйләнеш күпселек осраҡта түләнгән сәғәттән үтмәй. Был аңлашыла ла: ысын дуҫты һатып алып буламы һуң? Тик аҡса хаҡында уйлаған кешенән ихлас мөнәсәбәт көтөү мөмкинме?
Әйткәндәй, хәҙер күп ил­дәрҙә хатта ки туған­дарҙы прокатҡа алып торорға була икән. Кешеләр ара­һындағы иң ҙур ҡиммәт­тәрҙе шулай баһалауҙары йөрәкте телә.
Исламда туғанлыҡҡа, дуҫлыҡҡа ифрат ҙур урын бирелә. Яҡын кеше­ләргә ҡарата яҡшы мөнәсәбәт­тең ни ҡәҙәр ҙур әһәмиәткә эйәлеген раҫлаған хәҙис­тәр бихисап. Шулар­ҙың бер нисәүһен иҫкә алып үтәйек. “Туғандары менән бәйләнеште өҙгән кеше ожмахҡа инмәҫ”, “Кем ризығының күп, ғүмеренең оҙон булыуын теләй, шул туғандары менән бәйлә­неште яҡшыртһын”, “Рәхим (туғанлыҡ бәйлә­нештәре) Аллаһтың тәхетендә эленеп тора. Кем уны һаҡлай, шуны Раббыбыҙ хәстәр­ләр, ә араларҙы өҙгәнгә ауырлыҡ өҫтәр”, “Туғандар менән бәйләнеште сәләм биреп булһа ла тотоғоҙ” һ.б. Динебеҙҙә дуҫлыҡты һаҡлау зарурлығы ла тәҡрар ителә. Был изге төшөнсәләр мәңгелек, уларҙы һис нигә алмаштырыу мөмкин түгел.
Туғанлыҡты, дуҫлыҡты нығытыу маҡсатында ди­небеҙ даими осрашып, күре­шеп тороу, хәл белешеп йәшәү бурысын ҡуя. Мосолман яҡындарының матди хәлен дә хәстәр­ләргә, мохтажлыҡ кисер­гән­дәргә ярҙам күрһәтергә әҙер булырға тейеш. Әгәр ҙә ки араларҙа ошондай күркәм бәйләнеш юҡ икән, яҡынлыҡ тойғоһоноң юғалыуы ихтимал. Ут өҫтәп тормаһаң, усаҡ һүнә бит, шуның шикелле туғанлыҡ хисенең дә ҡуҙға әйләнеүе бар. Ә уны көсәйтеп тороу бөтөн тормошоңа бәрәкәт бирә, нәҫелеңә ҡот өҫтәй. Дуҫлыҡ та ошондай уҡ хәстәрлеккә лайыҡ.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәмғиәтебеҙҙә был изге төшөнсәләргә иғтибар кәмене­ ке­үек. Хатта ки ҡайһы берәү­ҙәр яҡын­дарының ҡунаҡҡа килеүенән ҡурҡып йәшәй. Хәл белешеп сығыу ҙа һирәк күренеш хәҙер. Кү­ңел тарлығымы был, һа­ранлыҡмы, битараф­лыҡ­мы? Бүлешкәндән бәрәкәт арта ғына, тигән бит бо­ронғолар. Бер-беребеҙҙең хәлен белешеп йәшәһәк, шатлыҡ-ҡыуаныстар ишә­йер, ҡайғы-хәсрәт аҙайыр, йәнебеҙ тынысыраҡ булып ҡалыр ине лә бит. Бейек ҡапҡалар артында ярым-йорто көн итеү ниндәй ырыҫ килтерһен? Һөҙөм­тәлә “бер сәғәткә туған”, “прокатҡа дуҫ” хеҙмәттәре беҙҙең тормошҡа ла үтеп инмәҫ тип кем тулы ышаныс менән әйтә ала?
Өммәт ошондай хәлгә төшмәһен өсөн Исламда даими осрашыу, фекер алышыу саралары күп ҡаралған. Әйтәйек, йома һайын йәмәғәт нама­ҙына йыйылыу ҙа үҙ-ара мөнәсә­бәттәрҙе нығыта, уртаҡ маҡсат ҡороп, унан тайпылмайса йәшәргә өйрәтә. Шул уҡ ваҡытта хеҙмәт тә – ҙур тәрбиә алымы. Кире осраҡта, тарҡалыуға бер аҙым. Ә айырымланыу, яңғыҙлыҡ, күңел сиренә килтереп, тотош йәмғиәтте зарарлай.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 089

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 984

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518