Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Суд приставтары эштәрен барланы
Суд приставтары эштәрен барланы Быйылғы алты ай эсендә Башҡортостан буйынса суд приставтары идаралығы хеҙмәткәрҙәренең эшмәкәрлеге, ғәҙәттәгесә, суд барышында тәртип булдырыу, суд һәм башҡа вәкәләтле органдарҙың ҡарарҙарын тормошҡа ашырыуға ҡайтып ҡалды.

Йыл башынан Рәсәйҙең Суд приставтары федераль хеҙмә­тенең Башҡортостан буйынса идаралығы хеҙмәтенә 1,4 миллион башҡарыу ҡағыҙы килгән, шуларҙың 600-ҙән ашыуы та­мамланған. Республиканың суд приставтары тарафынан 7,7 миллиард һум бурыс ҡайтарылған. Былтырғы һандар менән сағыш­тырғанда, 1,6 тапҡырға күберәк.
Башҡортостан Рәсәй Федера­цияһындағы идаралыҡтар ара­һында эш күләмен атҡарыу күр­һәткесе буйынса етенсе урында килә. Республика ҡаҙнаһына 2 миллиард 50 миллион һум аҡса күсерелгән.
– Был һанға өлгәшеү беҙҙең генә хеҙмәт емеше түгел. Бөтөн көс структуралары һәм ведомстволар менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ. Һалым хеҙмәте һәм суд приставтарының бергә үткәргән рейдтары даими сараға әүерелде. Һалым хеҙмәте сығарған ҡарарҙар һәм суд акттары нигеҙендә 800 миллион һумлыҡ мөлкәт ҡулға алынған. Артабан был эште тағы ла әүҙемләштерәсәкбеҙ. ЮХХДИ менән берлектә үткәргән рейдтар ҙа үҙенең һөҙөмтәһен күрһәтте, – тип билдәләне Башҡортостандың Баш суд приставы Илнур Мәхмүтов.
ЮХХДИ менән тығыҙ хеҙмәт­тәшлек һандарҙа аныҡ сағыла. Ике хеҙмәт тә иҫерек килеш рулгә ултырған во­дителдәргә ҡаршы көрәшә. Штраф күләме 10 мең һумдан артып киткәндәр ҙә ҡәләм аҫтына эләгә. Ошо ярты йылда ғына бурыслы 1700 водителдең мөл­кәтенә арест һалынған, башлыса был авто­мобилдәр. Уларҙың хаҡы 51 миллион һумдан ашып киткән. Во­дителдәрҙең барыһы ла тиерлек Рәсәй сиген сығыуҙан мәхрүм ителгән. Был бик һөҙөмтәле сара икәнен суд приставтары күптән дәлилләне, сөнки сит илгә юл ябы­лыу менән һәр дүртенсе кеше штрафын тиҙ арала түләп ҡуя икән.
Замана еле – кредиттар. Суд прис­тавтары коллекторҙарҙың эшмә­кәрлеге менән дә көн һайын эш итә. Әлеге мәлдә кредит буйынса 1,8 миллиард һумлыҡ бурысты ҡайта­рыуға өлгәшелгән. Шулай ҙа бу­рыстың дөйөм күләме лә ярайһы ҙур ғына: 29 миллиард һум тәшкил итә. Коллекторҙар мәсьә­ләһенә килгәндә, республикала бындай эштәр әллә ни күп түгел. Суд приставтарына ошо алты ай эсендә 130 ғариза килгән.
Бәлиғ булмағандар мәсьәлә­һенә суд приставтары үҙ эшендә айырыуса иғтибарлы, сөнки был көнүҙәк мәсьәлә балаларҙың хоҡуҡтарына һәм киләсәгенә бәй­ле. Алименттарға ҡағылған 22 мең башҡарыу ҡағыҙы теркәлгән, 180 миллион һумлыҡ алиментты ҡайтарыуға өлгәшелгән. Балаһы алдында ваҡытында бурысын үтәмәгән 900 “кәкүк”кә ҡаршы енәйәт эше ҡуҙғатылған, һәр илленсенең мөлкәтенә арест һалынған, һәр икенсеһе Рәсәй сиген сыға алмай. Бындай саралар һөҙөмтәһендә 5 миллионлыҡ бурыс ҡайтарылған, 439 баш­ҡарыу производствоһы тамам­ланған. Әйткәндәй, закондағы яңы үҙгәрештәргә ярашлы, кеше күп йөрөгән урындарҙа эҙәр­лекләү иғлан ителгән 120 бурыс­лының фотоһын элгәндәр. Кеше үҙе суд приставтарына килеп күренгәс кенә, уны был алтаҡтанан алып ташлаясаҡтар.
Сарала телгә алынған тағы ла бер мәсьәлә коммуналь-торлаҡ хужалыҡ­тары алдындағы бурысҡа ҡайтып ҡалды. Был йәһәттән 13 мең башҡарыу произ­водствоһы менән эш иткәндәр, бурыстың күләме 570 миллион һумға еткән. Бөгөнгә, килте­релгән һандарға ярашлы, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ алдында 18 мең кешенең бурысы бар, үтестең дөйөм һаны – 750 миллион һум. Әле бу­рыстың 400 миллион һумын ҡайтарғандар. Бурыслылар Өфө, Стәрлетамаҡ, Мә­ләүез, Салауат ҡалаларында һәм Шишмә, Илеш, Ҡырмыҫҡалы районында күберәк теркәлгән. Быны иҫәпкә алып, идаралыҡ был йүнәлештә ныҡлы эшләргә иҫәп тота.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 174

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840