Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Аты барҙың – дәрте бар
Аты барҙың – дәрте бар Ата-бабаларыбыҙ яратып эскән ҡымыҙ бөгөн дә баһаһын юғалтмай, шөкөр, батырҙар эсемлеге тыуған төйәгебеҙҙең йөҙөн билдәләп, уның данын алыҫ ҡитғаларға таныта. Тәнгә дауа, сихәт булған эсемлектең шифаһын аңлаған һәр кем уны рәхәтләнеп тәмләп ҡалырға тырыша. Шуға ла ҡымыҙ етештереүселәр араһында продукцияһы үтмәүгә зар­ланыусыны осратмаҫһың. Шуныһы һөйөнөслө: республикабыҙҙа йылҡысылыҡ тармағы үҫешә, ҡымыҙ етештереүселәр ҙә арта. Бөгөн райондарҙа ошо тармаҡты үҙ итеп, уңышлы эшмәкәрлек алып барған фермерҙар бихисап. Ана шундай уңғандарҙың береһе – Әлшәй районының Яңауыл ауылынан крәҫтиән (фермер) хужалығы рәйесе Руслан Айрат улы Ахунов.


2000 йылдар башында уҡ эш башлаған йылҡы үрсетеүсе егет етештергән ҡымыҙының даны тыуған яҡтарынан ситкә таралыр, үҙе Башҡортостандың иң яҡшы ҡымыҙсыларының береһе булып танылыр, тип уйламағандыр, моғайын. Йәштәр ғаилә ҡорғандан һуң, туғандары менән кәңәш­лә­шеп, ат аҫрап, ҡымыҙ етештереү менән шөғөлләнергә ҡарар итә. Етмәһә, бала саҡтан мал ара­һында үҫкән Русланға йылҡы­сылыҡ ят булмай, ауылда тәжрибә алырҙай фермерҙар ҙа бар. Шуға ул 2004 йылда дүрт бейә һатып ала. Бер аҙ тәжрибә туплап, ололарҙың кәңәштәренә ҡолаҡ һалып, ҡымыҙ етештереү, йыл­ҡысылыҡты үҫтереү серҙәрен үҙләштергәндән һуң, крәҫтиән (фермер) хужалығы ойошторорға йөрьәт итә. Дәүләттән бүленгән аҡсаға Руслан тағы ла ат ала. Эше бер аҙ юлға һалынғас, ул өйөрҙө башҡорт тоҡомло аттар ме­нән тулыландыра. Әле Ахуновтар 360 баш ат аҫрай, шуның 100-ө – һауын бейәләре. Бөгөн бында көнөнә 500 литр шифалы эсемлек һауып алалар.
Тырыш һәм уңған ғаилә иртә таңдан ҡара кискә ҡәҙәр алһыҙ-ялһыҙ, бар көсөн һалып эшләй. Шуға ла Ахуновтарҙы уңыш-ҡаҙаныштар ҙа урап үтмәй. Руслан хужалығында бөтә уңайлы шарттар булдырған, бейә һауыуҙы машинаға көйләп, әле ҡымыҙ етештереүҙә тулыһынса ҡул көсөнән арынғандар. Эшкә бөтмөр егет ҡымыҙ бешеү өсөн электр бешкәге лә яһаған. Бынан тыш, әҙер продукция өсөн пластик һауыт етештереү маҡсатында махсус ҡорамал һатып алған. Хәҙер иһә 0,5 һәм 1 литрлыҡ плас­тик һауыттарға һалынған эсемлек күптәрҙең иғтибарын йәлеп итә, һатып алыусылар өсөн дә бик ҡулай, күстәнәскә алған ҡулла­ныусылар ҙа һауытта булған эсемлектең уңайлы булыуын билдәләй. Киләсәктә лә Руслан заманса ҡорамалдар һатып алырға ниәтләнә. Техника паркы ла бай уның, льготалы кредитҡа булһа ла машина-тракторҙар алырға тырыша. Дәүләттән дә, район хакимиәтенән дә яҡлау һәм ярҙам бар. Ошо арала Дондағы Ростовтан комбайн һатып алыуға аҡса күсергәндәр. Тиҙҙән хужа­лыҡтың 500 гектар ерҙәрен ҡеүәтле техника иңләйәсәк. Килә­сәктә лә был юҫыҡта эште дауам итергә ниәтләй Руслан Айрат улы. Йылҡы малы ишле булғас, һоло, арпа, суданка һымаҡ культуралар сәскәндәр.
Гөлүсә менән Руслан башҡорт ҡымыҙы ғына түгел, бейә һөтө лә етештерә. Фермерҙың про­дук­цияһы бөгөн магазин кәштә­ләрендә оҙаҡ ятмай, шифалы эсемлекте дауалау учреждениеларында ла теләп алалар.
– Аллаға шөкөр, ҡымыҙыбыҙҙы үҙ иткәндәр ҙә, әҙерләүҙең бөтә нескәлектәрен яҡшы белгән оҫталар ҙа беҙҙең тауарҙан ҡәнәғәт, — ти Руслан Айрат улы. – Әлбиттә, маҡтау һүҙҙәре ишетеүе бик күңелле, ул беҙгә көс-дәрт өҫтәй, артабан да юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеү өсөн кәйефте күтәрә. Әммә өлгә­шелгәндәрҙә туҡталып ҡалмаҫҡа ине, яҡташтар араһында абру­йыбыҙҙы төшөрмәҫкә, бар күңе­лебеҙҙе һалып эшләргә кәрәк.
Фермер менән иңгә-иң терәшеп эшләгән кешеләр байтаҡ. Руслан әле 10 кешегә эш урыны бул­дырған, хеҙмәткәрҙәр һаны миҙгел ваҡытында күпкә артып китә икән. Бөгөн уларҙың уртаса эш хаҡы 20 меңдән ашыу тәшкил итә.
Ғаиләһендә лә бына тигән ярҙамсылары бар. Ҡымыҙ бешеү технологияһы өсөн ҡатыны Гөлүсә яуаплы, ул махсус юғары белемгә эйә. Өлкән улдары Динар – Мәскәү юғары иҡтисад мәктәбе ма­гистратураһы студенты, йәйге ялында ата-әсәһенә ҙур ярҙамсы. Башҡорт дәүләт университеты студенты Денис та – каникул осоронда мал аҙығы әҙерләүҙә ныҡлы терәк. Төпсөктәре Данияр быйыл тәүләп мәктәпкә барасаҡ, бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, ҡош-ҡорт көтөргә ярата. Тимәк, ғаилә эшен дауам итеүселәр бар. Ҡымыҙҙы бөгөн “Толпар”, “Дуҫ­лыҡ”, “Чехов” балалар шифаханалары бик теләп һатып ала, бынан тыш, Йоматау шифаханаһына һөт килеш тә оҙаталар, райпо магазиндары, шәхси нөктәләр аша тараталар.
Ахуновтарҙың донъялары ла бөтөн: бына тигән йорт һалып ингәндәр, хужалыҡ ҡаралтылары ла төҙөк, һәр ерҙә тәртип, таҙалыҡ хөкөм һөрә.
– Әлбиттә, йәш ваҡытта Се­бергә сығып китергә лә мөмкин­лектәр булды, тик ауылда тыуып үҫкәс, ул тарафтар мине үҙенә ылыҡтырманы, – ти Руслан Айрат улы. – Бөгөн бит ауыл ерендә лә, тырышып эшләһәң, аҡса табырға мөмкин, тик ялҡауланмаҫҡа кәрәк.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518