Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Изге ниәт хыялда ҡалмай
Изге ниәт хыялда ҡалмайРеспубликала бер нисә йыл рәттән тормошҡа ашырылып килгән социаль проекттар араһында бигерәк тә “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһы ауылдарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Программаның төп маҡсаты – көнүҙәк проблемаларҙы халыҡ үҙе билдәләй һәм уны хәл итеүҙә ҡулынан килгәнсә ярҙам итә. Баймаҡ районының Ҡолсора ауыл биләмәһе халҡы, Бөтә донъя банкы проектын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре буйынса ҙур әүҙемлек күрһәтеп, 2014 йылдан башлап байтаҡ ҡына көнүҙәк мәсьәләне хәл итеүгә өлгәшкән. Һөҙөмтәлә күп кенә ауылдарҙың социаль һәм коммуналь инфраструктураһы яҡшырған, урамдар яҡтыртылған, спорт һәм балалар майҙансығы төҙөлгән, төрлө социаль объекттар төҙөкләндерелгән.


Ауыл биләмәһе башлығы Фирүзә Арғынбаева әйтеүенсә, тәүҙә был программаны халыҡ бер аҙ һағайып, шикләнеберәк ҡабул итә. Уның тормошҡа аша­сағына әллә ни ышанмай. Әйт­кәндәй, Ҡолсора ауыл биләмә­һенә дүрт ауыл инә, унда бар­лығы ике меңдән ашыу кеше йәшәй. Билдәле булынса, был программа тап Урал аръяғы райондарында беренсе­ләрҙән булып ғәмәлгә ашырыла башлай, артабан уға башҡа төбәктәр ҙә ҡушыла.
– Ятып ҡалғансы, атып ҡал, тигәндәй, программаға ярашлы, районда беренселәрҙән булып халыҡҡа мөрәжәғәт иттек. Тәүҙә барыһы ла шикләнеберәк ҡабул итте, аҡсаның тап үҙҙәренең проб­лемаларын хәл итеүгә йүнәл­теләсәгенә гарантия булыу-булмауы хаҡында ныҡлап һораш­ты­лар, аңлатыу эштәренән һуң проектта ҡатнашырға ҡарар ителде.
Дүрт ауыл халҡын Ҡолсора мәҙәниәт йортона йыйып, уларҙы ниндәй мәсьәләләр борсоуын билдәләнек. Йылдар буйы хәл ителмәгән проблемалар күп, кемделер юлдарҙың торошо бор­соһа, икенселәрҙең урамдарҙың ҡараңғылығы “йәненә тейә”. Бер юлы бер нисә ауылды проектта ҡатнаштырыу мөмкин түгел, “тәүге ҡоймаҡ”ты тәмләү бурысы ҡолсоралар иңенә төштө. Ауыл халҡы, бергәләшеп кәңәшләшкәс, балалар майҙансығы төҙөү өсөн тауыш бирҙе. Бөгөн балалар майҙансығы – кескәйҙәрҙең генә түгел, ә тотош ауыл халҡының иң яратҡан урыны. Бында бала­ларҙың шат тауыштары тынмай.
2015 йылда Түбәнге һәм Үрге Иҙрис халҡы, программаны әүҙем күтәреп алып, урамдарҙы яҡтыр­тыу өсөн тауыш бирҙе. Шуныһы ҡыуаныслы: бер биләмәнән ике ауыл проекты уңышлы үтте, бында иҙристәрҙең әүҙем һәм берҙәм булыуы ҙур роль уйнамай ҡал­маны. Түбәнге Иҙрис ауылы урамына 25 нөктәгә “Ильич лампа”­ла­ры ҡуйылһа, Үрге Иҙристә барлығы 35 урын яҡтыртылды. Бөгөн был ауылдарға йәм һәм ҡот өҫтәп, урамдар балҡып тора, – тип таныштырҙы үҙҙәренең эшмәкәрлеге менән Фирүзә Иштуған ҡыҙы.
Былтыр программала ҡат­нашыу хоҡуғы сират буйынса Муллаҡай ауылы халҡына етә. Әгәр тәүге йылдарҙа, урындағы башланғыстарҙы яҡлау програм­маһына ярашлы, проектта ҡатна­шыу өсөн билдәләнгән проекттар ғына хупланһа, былтыр уның нигеҙендә мәктәп, клуб, йәғни социаль объекттарҙы, ремонтлау мөмкинлеге тыуҙырылған, шуға күрә муллаҡайҙар, был юлы үҙ­ҙәренең клубын ремонтлау өсөн тауыш биреп, һис тә яңылышмай. Проекттың хаҡы 1 миллион 39 мең һум тәшкил итә.
Беҙ барғанда мәҙәниәт үҙә­гендә эш башланғайны, тендерҙа Магнитогорск ҡалаһынан “СтройкоММК” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте еңеп сыҡҡан. Клубтың ҡыйығы алмаштырылған, евро-тәҙрәләр килтерелгән. Элекке тамаша залы спорт залына үҙгәр­телеп, фойе урынында сәхнә эшләнәсәк. Тәҙрә ҡуйыусы Таһир Ғүмәров әйтеүенсә, бында эш ваҡытында тамамланасаҡ, төҙө­лөш материалдарына бәйле өҙөклөк юҡ.
Ауылдарҙың йәшәйешен һәм тормошон яҡшыртыуға булыш­лыҡ иткән, реаль ярҙам күрһәт­кән, халыҡты дәртләндергән һәм тағы ла ҙурыраҡ эштәр башҡа­рырға рухландырған “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” програм­маһын­да быйыл Үрге Иҙрис халҡы ла ҡатнашырға теләк белдерә. Был юлы улар баш­ланғыс мәктәп, фельдшер-аку­шерлыҡ пункты, китапхана һәм клуб, балалар баҡсаһын бергә туплаған бинаның (элекке мәк­тәптең) тәҙрәләрен алмаштырыу өсөн тауыш бирә. Проект еңеп сыҡҡан, тиҙҙән эш башланасаҡ.Изге ниәт хыялда ҡалмай
Нисек кенә булмаһын, изге ниәт тормошҡа ашһын өсөн ауылда йәшәгән халыҡтың ошо программаны аңлауы һәм ҡабул итеүе кәрәк. Бының өсөн инициатив төркөмдөң халыҡ менән эшләй белеүе зарур. Проекттың кәрәклегенә ышандырыу һәм финанслауҙа ҡатнашыуын тәь­мин итеү – иң мөһим һәм ауыр бурыстарҙың береһе. Шуға күрә эште башынан алып аҙағынаса контролдә тотоусы төркөм ағза­лары Айгөл Әбсәләмова, Флүрә Баязитова, Гөлсинә Әхмәрова, Алһыу Мусина, Таһир Әхмәтҡу­жин һәм Сәлихйән Солтановтар­ҙың өлөшө баһалап бөткөһөҙ булды, ти Ҡолсора ауыл биләмә­һе башлығы.
Нисәмә йыл урынынан ҡуҙғал­маған, хәл ителмәгән проблемалар, ниһайәт, аҡрынлап булһа ла тормошҡа ашырыла башланы. Иң мөһиме – бындай башлан­ғыстар халыҡ араһында хуплау тапты. Үрҙә миҫалға килтерел­гәндәр тик бер ауыл биләмәһендә генә ғәмәлгә ашырылған. Бөгөн дә проект буйынса эш дауам итә. Кешеләрҙең ауыл яҙмышына битараф булмауы, үҙҙәрен борсоған проблемаларҙы ҡыйыу күтәреп, уны тормошҡа ашырырға ярҙам итергә тырышыуы айырыуса ҡыуаныслы.
Әйткәндәй, быйыл Баймаҡ районында бөтәһе 19 ауыл билә­мәһе программала ҡатнаш­ҡан, шуның 13-ө еңеп сыҡҡан. Халыҡ менән эшләүҙә ярайһы эш тәж­ауыл биләмәһе башлығы Фирүзә Арғынбаева әйтеүенсә, программа ауылдарҙың социаль инфра­струк­тураһын үҫтереү өсөн кә­рәкле һәм урынлы. Әле юғары даирәлә халыҡтан йыйылған иғәнәнең күләмен арттырыу буйынса тәҡдимдәр индерелә. Ә ауыл халҡы иһә проектты тормошҡа ашырыуҙа ҡулынан килгәнсә ярҙам күрһәтә, өмәләрҙә әүҙем ҡатнаша, үҙ транспорты менән сыға, ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәй. Матур башлан­ғыстың киләсәктә лә матур дауам ителеүе шарт.



Автор: К. УСМАНОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840