Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ете тарафтан ете хәбәр
Ғалим иҫтәлегенә

Бөгөн Башҡорт дәүләт университетында күренекле тарихсы, этнограф, профессор Рим Янғужиндың тыуыуына 70 йыл тулыу айҡанлы Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференция башлана.
Ике көн дауамында барасаҡ сарала Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан, Түбәнге Новгород, Саранск, Пермь, Ижевск, Новосибирск һәм башҡа ҡалаларҙан, шулай уҡ Латвия һәм Ҡаҙағстандан 80-дән ашыу ғалим ҡатнаша. Конференцияла Урал һәм Волга буйы халыҡтарының этник тарихы, төбәктәрҙең тарихын, этнологияһын өйрәнеү һәм уҡытыу проблемалары методологияһы, профессор Рим Янғужиндың Башҡортостандың этнология фәненә индергән өлөшө һәм башҡа темалар ҡараласаҡ.
Өфө ҡалаһы.


Һөткә ихтыяж ҙур

Салауат исемендәге ауыл хужалығы предприятиеһында һөт цехы уңышлы эшләй.
Үткән быуаттың 90-сы йылдарында уҡ хужалыҡта һөттө таҙартыу һәм ҡаптарға тултырыу ҡоролмалары ҡуйылған, улар тәүлегенә биш тоннаға яҡын продукцияны эшкәртә ала. Хужалыҡ етәксеһе Сибәғәт Ғәйнуллин әйтеүенсә, хужалыҡта етештерелгән һөттөң бер өлөшө Мәләүез һөт-консерва заводына оҙатыла, ҡалғаны урында эшкәртелә. Һөт цехы “Белянка” логотибы менән етештерелгән тауарҙың даими һатып алыусылары бихисап.
“Октябрь юлы”, Мәләүез районы.


Йәштәр үҙәге гөрләй

Райондың Йәштәр үҙәге үҫмерҙәрҙең һәләтен үҫтереү, тормош ҡатмарлыҡтарына бирешмәҫкә, үҙ-ара аралашырға өйрәтеү йәһәтенән байтаҡ эштәр башҡара.
Төрлө бәйгеләрҙә, уйындарҙа, викториналарҙа йәштәр ихлас ҡатнаша. Миҫал өсөн, күптән түгел Борайҙың 1-се мәктәп-интернатында ауыр холоҡло балалар өсөн “Ыңғай миҙгел” тигән фәһемле сара үтте, 154-се һөнәрселек училищеһында наркотиктарҙың зарары хаҡында йәнле әңгәмә ойошторолдо. Шулай уҡ күптән түгел Йәштәр үҙәгенең “Любизар” тарихи-этнографик лагеры “Башҡортостандың иң яҡшы лагеры” смотр-конкурсында еңеү яуланы.
“Алға”, Борай районы.


Ғаиләләр тәбрикләнде

Николо-Березовка ауылында Ғаилә байрамы үтте: йәш ғаиләләргә бала тыуыу тураһында таныҡлыҡ тапшырылды, бергә ярты быуат ғүмер иткән өлгөлө пар ҙа тәбрикләнде.
Быйыл Краснокама районында 295 бала донъяға килгән. Шуныһы ҡыуаныслы: йәштәр берәү менән генә сикләнмәй, ғаиләлә икенсе, өсөнсө һәм унан күберәк бала тәрбиәләүселәр йылдан-йыл арта.
50 йыл бергә ғүмер кисергән Петровтар иһә бәхетле тормош серен бер-береһен хөрмәтләп, үҙ-ара аңлашып йәшәү менән аңлата.
“Краснокама таңдары”, Краснокама районы.


Беҙҙекеләр бейей шул!

Ошо көндәрҙә Пенза ҡалаһында Бөтә Рәсәй “Бейе, Волга буйы!” халыҡ бейеүҙәре фестиваль-конкурсы үтте. Төрлө төбәктәрҙән килгән бейеүселәр араһында Туймазы ҡалаһының “Сәфәр” өлгөлө хореография ансамбле сығыш яһаны.
Сарала туймазылар тәүге тапҡыр ғына ҡатнашмай: бынан алты йыл элек улар гран-при яулап ҡайтҡайны. Быйыл яҡташтарыбыҙ башҡорт, урыҫ һәм татар халыҡ бейеүҙәрен әҙерләгән. Ансамблдең сығышы юғары баһаланған: “Сәфәр” “Волга буйы халыҡтары бейеүе” номинацияһында беренсе урынды яулаған. Коллективтың художество етәксеһенә, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Миңләхмәт Зариповҡа, “Иң яҡшы балетмейстер эше өсөн” дипломы тапшырылған.
“Туймазы хәбәрҙәре”, Туймазы районы.


Спортсы иҫтәлегенә

Салауат ҡалаһында Ишембай егете, айкидо оҫтаһы Илдар Вәлитовтың иҫтәлегенә арналған семинар үтте.
Спорттың был төрө менән Илдар 1995 йылдан шөғөлләнә башлаған, ябай өйрәнсектән уңышлы тренер кимәленә күтәрелгән. Уның тәрбиәләнеүселәре араһында Стәрлетамаҡ, Ишембай үҫмерҙәре бар. Айкидоның тыуған илен барып күрергә, был боронғо халыҡтың үҙенсәлекле телен өйрәнергә ниәтләгән йәш белгестең ғүмере иртә өҙөлгән – сир унан көслөрәк булып сыҡҡан. Рәсәйҙең Ешинкан айкидо федерацияһы президенты Рәшит Ғатауллин әйтеүенсә, күренекле тренерҙың иҫтәлегенә тоғро ҡалыу өсөн республикала был спорт төрөн үҫтереү зарур.
“Восход”, Ишембай районы.


Шартлау эҙемтәләре бөтөрөлдө


Сентябрҙә Мөрсәлим ауылы мәктәбе ашханаһында һыу йылытҡыс ҡоролма шартлағайны, һөҙөмтәлә бинаның тәҙрә-ишектәре генә түгел, хатта стеналары емерелгәйне.
Тикшереү тамамланмаған, әммә электр менән йылытылыусы ҡоролма төҙөк булмаған, етмәһә, төнгөлөккә һүндерелмәгән тигән фараз өҫтөнлөк итә.
Ниһайәт, ошо көндәрҙә шартлау эҙемтәләре бөтөрөлдө –ашханала ремонт тамамланды, өр-яңы кәрәк-яраҡтар, һауыт-һаба ҡайтарылды. Мәктәп уҡыусылары яңынан йылы аш менән туҡлана башланы.
“Йүрүҙән”, Салауат районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 1 387

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 1 072

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 1 315

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 1 362

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 1 197

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 1 424

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 1 176

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 1 481

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 420

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 363

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 409

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 307