Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сәлихтәрҙән сәм алып
Сәлихтәрҙән сәм алып— Мин бынауһында уйнайым!
— Ә мин, мин, хәҙер ошоға үрмәләйем…
— Оһо, шәп, ивет!
Сәлих ауылы мәктәбенең ихатаһы балаларҙың шат тауыштарына күмелгән. Юҡ, бөгөн бында физкультура дәресе лә бармай, уҡыусылар тәнәфескә лә сыҡмаған — күптән каникул бит инде! Сәбәп башҡала: мәктәп ихатаһында урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһына ярашлы 23 объекттан торған спорт һәм уйын майҙансығы асылды. Кескәйҙәр шунда зыҡ ҡуба. Балаларға ғына түгел, хәҙер йәштәр менән ололарға ла һаулығын нығытыу өсөн махсус урын бар. Башҡарылған эштең ҡәҙерен белеп, әүҙем шөғөлләнергә генә ҡала.


Ҡапҡалары һәр саҡ асыҡ

Тыуған ауылымдан район үҙәгенә – Ишембай ҡала­һына – барғанда Сәлих аша үтергә кәрәк. Шуға бәләкәй саҡтан күңелдә шундай картина һаҡланып ҡалған: автобуста ауылға килеп инеү менән төҙөк, күркәм йорттар ҡаршы ала, ап-аҡ булып йәйелгән Һәләүектә өйөр-өйөр ҡаҙҙар йөҙә, яр буйында үлән йолҡа. Ауылды сығып, күп тә бармайһың, осо-ҡырыйы күренмәгән баҫыуҙарҙа трактор-комбайндар гиҙә. Һө­йөнөскә күрә, был күренеш бөгөн дә һүнеп ҡалмаған: һыу буйында – ҡаҙҙар, баҫыуҙарҙа – тракторҙар, йорттар иһә тағы ла матурыраҡ булып киткән. Тырышһаң, хәҙер бынамын итеп йәшәргә мөмкин шул.
Сәлих Ишембайға “ҡул аяһы тиклем” ге­нә тигәндәй, Стәрлетамаҡҡа ла йыраҡ түгел. Шуға күптәр хеҙмәт урынын нәҡ шул ҡалаларҙа тапҡан. Бер үк ваҡытта урында эшләүселәр ҙә бихисап. Мәҫәлән, “Салауат” ауыл хужалығы предприятиеһы уңыштары менән һөйөндөрә.
Әлбиттә, сәлихтәрҙең булдыҡлылығы мал аҫрауға, ҡалала һәм ауыл хужалығында тырышып эшләүгә генә ҡайтып ҡалмай. Рөф­ҡәт Дәүләткилдин, мәҫәлән, ошонда мага­зин тота. Сауҙа урыны бындағы халыҡ өсөн генә түгел, юлсыларға ла бик ҡулайлы. Еңел машиналарҙа үтеүселәр туҡтап, һыу, күстәнәскә сәй-кәнфитен дә ала.Сәлихтәрҙән сәм алып
Рамазан Мөхәмәҙуллин иһә, ауылдашы­нан айырмалы, башҡа кәсеп менән шөғөл­ләнә: оҫта ҡуллы ир тимер ҡапҡалар эшләп һата. Мөхәмәҙуллиндар ҡасандыр Ишембай ҡалаһында йәшәгән. Ғаилә башлығы сәнәғәт өлкәһендә эшләгән. Тик бер саҡ улар ауылға ҡайтып төпләнергә була. Дөрөҫөрәге, тура килә, сөнки ҙур пландар менән йәшәп ятҡан ғаиләгә бушлай фатир алырға сират килеп етте тигәндә генә бындай мөмкинлек бөтө­рөлә. Тик төшөнкөлөккә бирелмәй Мөхәмә­ҙуллиндар. Ғаилә башлығы: “Тыуған ауылыма ҡайтып өй һалам”, – тип һүҙ бирә һәм әйткәненә тоғро ҡала. Төҙөлөш өсөн мате­риалды үҙе эшләй Рамазан Мостафа улы, аҙаҡ блоктарҙы ла һатыуға сығара башлай. Әммә тора-бара оҫта үҙен икенсе шөғөлдә таба – семәрле ҡапҡалар эшләргә тотона. Әйтергә кәрәк, бындай матурлыҡты булдырыу өсөн иретеп йәбештереү һәләте генә аҙҙыр, Рамазан ағай рәссам сүрәтендә күҙ алдына баҫты. Нисек кенә булмаһын, заказдарҙан өҙөлмәй оҫта.
– Ҡапҡаны күп һорайҙар, кемгә – күп се­мәрле, кемгә – ҙурыраҡ, бейегерәк… Иң мөһиме — заказдарҙы “ҡапҡаларығыҙ бикле тормаһын” тигән теләк менән тапшырам, – тип йылмая оҫта. Хужаларына киткән ҡапҡалар нисектер, бына Рамазан ағайҙың, ғөмүмән, был ауылда йәшәгән башҡалар­ҙың да күңел ҡапҡалары һәр ваҡыт асыҡ. Етәксеме ул, ябай эшсеме – кем менән аралашһаң да, ихласлыҡтарына хайран ҡалырлыҡ.
Шундай матур күңелле ғаиләләрҙең бе­реһе Һәләүек буйына һыйынып ултырған йортта йәшәй. Ожмах мөйөшөнә тиң был мөйөштә көн иткән Сөләймәновтар хәҙер әбейле-бабайлы бәхетле ҡартлығын кисерә инде. Хәйер, йәштәрсә тик ултырмайҙар әле – беҙҙе бысҡы менән утын тураған ху­жа, ит сабып торған хужабикә ҡаршы алды. Үҙҙәренең йәшен әйтеп тормай, бергә ғүмер кисереүҙәренә 55 йыл булғанын ғына билдәләп үткәндә лә “Был тиклем йәшәү дәрте ҡайҙан килә икән?” тигән һорау тыуҙы. Баҡтиһәң, сере бик ябай.Сәлихтәрҙән сәм алып
…Әрме хеҙмәтенән ялға ҡайтҡан егет Ишембай ҡалаһында йәшәгән апайҙарына ҡунаҡҡа бара, шунда осрата ла инде Кашафетдин Венераһын. Йәштәр бер-береһен ныҡ оҡшата, тик ҡауышыу түгел, һүҙ ҡушыу ҡайҙа инде ул!
— Беҙҙе димләп өйләндерҙеләр. Элек атай-әсәйҙәр ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарын алдан күреп-белгән осраҡта ғына балаларын башлы-күҙле итә ине бит, – ти Венера Салауат ҡыҙы. – Бабай менән үҙебеҙ ҙә ошо йолаға тоғро ҡалдыҡ: дүрт ҡыҙыбыҙ ауылыбыҙға килен булып төшөп, ошонда уҡ төпләнде, улыбыҙ ғаиләһе менән Салауат ҡалаһында йәшәй.
Эйе, матур тормош юлы үтә Сөләймә­новтар, балаларына ла яҡшы тәрбиә биреп, кеше итә. Ошо ябай ғына күренешкә тәрән мәғәнә һалынған. Ғаилә башлығы ла, ҡатын кеше лә һис ҡасан байлыҡ тип үҙҙәрен эстән ашамай, булғанына шөкөр итеп йә­шәй. Иң мөһиме – балаларыбыҙҙың һау­лығы, киләсәге, тип изге теләктәр менән көн итә. Бынан тыш, ғаиләлә быуындар бәйләнеше ныҡлы, йолаларға, атай-әсәйгә, уларҙың һүҙҙәренә хөрмәт ҙур.
– Эштән бәхетебеҙ булды: әбейең ғүмер буйы сөгөлдөр утаны, һарыҡ ҡараны, минең дә малсылыҡтан баш сыҡманы, – ти Кашафетдин Хәсәметдин улы. Тимәк, эшеңде яратҡанда, балаларыңа дөрөҫ тәрбиә бир­гәндә, ололарға ҡәҙер-хөрмәт кисергәндә тормошоң да уң була, тамырың ды ныҡлы.
Сәхнәлә – “Ҡыҙ урлау!”
Эйе, рухи яҡтан бай, саф күңелле кеше­ләр йәшәй бында. Шул паклыҡты йәш быуын­ға ла һеңдереп ҡалырға тырышалар һәм, әйтергә кәрәк, һүҙ ғаиләләге тәрбиә хаҡында ғына бармай. Ауылда “Дарман” исемле халыҡ театры эшләп килә, балалар иһә “Аҡбуҙат” театрында һәләттәрен үҫтерә. Һәүәҫкәр артистар классиканы ла, заман әҫәрҙәрен дә берҙәй ихлас итеп уйнай, төр­лө конкурстарҙа ҡатнаша. Хәйер, коллективтың “халыҡ” исемен йөрөтөүе үҙе үк күпкә ишаралыр.
– Был роль оҡшамай, миңә тегеһе кәрәк, тип бер ҡасан да тартҡылашып тормайҙар, үҙҙәренә бирелгән образдарҙы бөтә көсөн һалып яҡтыртырға тырышалар, – ти мәҙә­ниәт усағының художество етәксеһе Тәнзилә Ғөзәйерова. – Ғөмүмән, ауылда дәртле халыҡ йәшәй.
Дәртлелек мәҙәниәт усағында ғына түгел, башҡа дөйөм эштәрҙә лә сағыла: өмә булһа, “һә” тигәнсе йыйылып, тейешле бурысты атҡарып ҡуялар. Был, һис шикһеҙ, дәртлелеккә генә ҡағылмай, берҙәмлектән һәм “эште еренә еткерергә кәрәк” тигән сәмдән дә тора.

“Юл бар, майҙан төҙөлдө, зыяратты кәртәләп бөтәһе ҡалды”

Ошо сәмлелек ауылда байтаҡ эштәрҙе атҡарырға ярҙам иткән. Мәҫәлән, өҫтәрәк телгә алған спорт һәм уйын майҙансығы ҙур баһаға лайыҡ.
…Граждандар сходында берҙәм рәүештә йәнә киләсәк быуынды ҡайғыртып, халыҡ майҙансыҡ төҙөргә тигән ҡарарға килә. Программала сәлихтәр 2016 йылда ҡатна­шып, еңеп сыға. Проекттың хаҡы – 850 мең һум. Был сумманың 75 меңен халыҡ үҙе йыйһа, бағыусы булараҡ, 40 мең һум­лыҡ ярҙамды “Салауат” предприятиеһы хужаһы Евгений Едих күрһәтә. Конкурс өсөн бөтә балдар ҙа йыйылғас, проекттың тормошҡа ашыуы оҙаҡ көттөрмәй – балалар кинәнеп уйнап та йөрөй инде хәҙер.
– Юл бар, майҙан төҙөлдө, зыяратты кәртәләп бөтәһе ҡалды, – ти Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы биләмәһе хакимиәте башлығы Әмир Сафиуллин.Сәлихтәрҙән сәм алып
Ғөмүмән, ауыл төрлө яҡлап үҫешә. Яҡуп Ҡолмой урамында, мәҫәлән, юл мәсьәләһе ҡалҡҡан була, тик сәлихтәр өҫтән аҡса кил­гәнен, проекттың раҫланғанын, бюджет­ҡа ингәнен, подрядсылар килгәнен һәм башҡа бихисап процедура үткәнен көтөп ятмай, эште ауыл Советы аҡсаһына үҙҙәре атҡарып сыға. Был йәһәттән булдыҡлы етәк­се Әмир Төхвәт улының сәмлелеген билдәләргә кәрәк. Тик ул да, халыҡ та баш­ҡарған эштән генә ҡәнәғәтлек кисереп ултырырға йыйынмай. Сиратта йәнә ҙур маҡсат: зыяратты кәртәләү эшен тамам­ларға кәрәк. Шулай киләсәгенә лә, үткәненә лә иғтибарлы сәлихтәр.

Һандар һәм дәлилдәр

Сәлих ауылында 238 йортта 638 кеше йә­шәй. Уларҙың 55-е – уҡыусы, 18-е мәктәп­кәсә төркөмдә тәрбиәләнә. Ауылда 242 һы­йыр малы һәм 21 ат аҫрала. Урында, мәға­риф учреждениеларынан тыш, почта, клуб, мәсет бар, бер нисә магазин хеҙмәтләндерә.

Ишембай районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 615

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 411

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506