Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Күгәрсен һөтөХХI быуатҡа аяҡ баҫҡан осорҙа республикабыҙ райондарының береһендә булған башҡа һыймаҫлыҡ был ваҡиға кешеләрҙе хайран ҡалдыра, ҡайһы берәүҙәрҙең күңелендә хатта көнләшеү тойғоһо уята. Ғәжәп бит: һис уйламағанда, көтмәгәндә өҫтөңә күктән миллиондар яуһын әле!..
***

...Илфаттың ҡулындағы баш барма­ғының тырнағына ҙур булып күгәрсен һөтө төштө. Донъяның әсеһен-сөсөһөн күп татыған өлкән йәштәге зыялы ир-уҙаман бындай сәйер таптың ниндәйҙер шатлыҡ-ҡыуаныс алып килгән билдә икәнлеген яҡшы аңлай. Шундай ап-аҡ күгәрсен һөтө бынан бик күп йылдар элек, аслы-туҡлы бала сағында, үҫмер йылдарында, уның тырнаҡтарына бер нисә тапҡыр төштө, һәм һәр ҡайһыһында нимәгә булһа ла ихлас һөйөнгәйне бит. Тәүгеһендә бисара әсәһе яратҡан улына, башҡа балаларҙан кәм-хур йөрөмәһен тип, беренсе класҡа уҡырға барғанда кейеү өсөн күҙҙең яуын алырҙай матур мәктәп формаһы алып бирҙе. Ул ас-яланғас заманда бындай кейемгә нисек аҡса йүнләүҙе өлкән йәштәге әбейҙәр яҡшы хәтерләйҙер. Эйе, Илфаттың әсәһе Бибиямал апай ҙа әлеге мәктәп формаһын һатып алыу өсөн бер нисә аҙна рәттән баҙарға барып, үҙ ауыҙ­ҙарынан өҙөп йыйған һөт, ҡатыҡ, ҡаймаҡ һәм майҙы һатып, аҡсаны тинләп йый­ғайны. Икенсе­һендә, Илфат үҫмер саҡта, улының йәй күмәк хужалыҡта эшләп тап­ҡан хеҙмәт хаҡына үҙенән дә аҡса өҫтәп, велосипед алып ҡыуандыр­ҙы. Тәрбиәле, итәғәтле малай кө­төл­мәгән шатлыҡтан онотолмаҫлыҡ ләззәтле минуттар кисерҙе. Ә быны­һында, инде ғүмер көҙөнә еткәс, ни­мәгә һөйөнөр икән һуң? Илфат Әнүәр улы өй янындағы баҡсала­рында шаулап үҫкән ҡарт алмағас эргәһенә ҡуйылған, зауыҡ менән һыр­лап яһалған эскәмйәгә сығып ул­тырып, уҙған тормош юлын барлап, һағышлы хәтирәләргә бирелде.
...1940 йылдың һалҡын ҡыш айында донъяға килә ул. Ҡулда йөрөгән бала сағында ил өҫтөнә ҡот осҡос афәт ябырыла — Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Атаһы, күмәк хужалыҡҡа килтерелгән “ҡорос ат”ты — беренсе сылбырлы трак­торҙы — тәүгеләрҙән булып йүгәнләгән Әнүәр ағай, ауылдағы эш көсөндәге барлыҡ ир-ат менән бер рәттән фронтҡа китә. Әсәһе Бибиямал бәләкәй улын тома һуҡыр ҡәйнәһе ҡарамағына тапшырып, көндө төнгә ялғап колхозда бил бөгә: ҡыш ауыл ҡатындары менән бергә фермала мал ҡарай, яҙ күмәк хужалыҡ­тың арыҡ аттарын, үгеҙҙәрен егеп ер һөрә, сәсә, йәй утауҙа, көҙ урып йыйыу эштәрендә һәм ырҙын табағында тир түгә. Өҫтәүенә “Барыһы ла фронт өсөн, барыһы ла Еңеү өсөн!” тип, кистә­рен һуҡыр шәм яҡтыһында яугирҙәргә йылы ойоҡбаш-бейәләй бәйләп, посылка әҙер­ләйҙәр, ауыл янындағы йылғала яу яла­ны­нан ҡайтарылған, дошман пулялары, снаряд ярсыҡтары теткеләп бөтөргән ҡанлы һалдат бушлаттарын йы­уып, кип­тереп, ямап, тәртипкә килте­рәләр һәм ҡа­бат фронтҡа оҙаталар. Ҡыҫҡаһы, фи­ҙа­кәр, тырыш хеҙмәте менән Еңеүҙе яҡы­най­тыуға үҙ өлөшөн индерә Бибиямал.
Бер нисә йыл дауамында барған ҡан ҡойғос һуғыш, ниһайәт, тамамлана. Бар халыҡты тулҡынлан­дырып, шатлыҡ йәш­тә­ренә ҡойон­дороп, ауылға берәм-берәм һал­даттар ҡайта башлай. Дәһшәт­ле һуғыш йылдарында һөйөклө иренең хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында аяныслы хат-хәбәр алыуға ҡара­маҫтан, Бибиямал да һөйгән йәрен зарығып көтә. Тик тормош иптәше ҡайтмай ҙа ҡайтмай. Һуңы­нан егәрле, уңған ҡатынға яусылар килә башлай, тик уларҙы кире бороп ебәрә.
— Был донъяла хәләлем Әнүәргә тиң башҡа берәү ҙә юҡ, мин уны һис кемгә алмаштырмаясаҡмын! — тип яуаплай ул. Күңеле менән һөйөклө иренең, берҙән-бер улының ғәзиз атаһының, иҫәнлегенә ышанып йәшәй, ҡайһы төндәрҙә үкһеп илауҙан һалҡын мендәрҙе сылатып, керпек тә ҡаҡмай сыға. Ахырҙа Бибиямал инәй үҙенең керһеҙ, саф мөхәббәтенә тоғро ҡалып, ғүмер юлдашын көтөп ала алмайынса донъя ҡуя...
Йылдар уҙа... Ҡасандыр йәштәш­тәренә эйәреп сит-ят тарафтарға сығып китмәйенсә, ата-баба нигеҙендә матур ғаилә ҡороп, әсәһе менән бергә татыу йәшәгән, ғәзизе күҙҙәрен мәңгелеккә йомғас, хөрмәтләп һуңғы юлға оҙатҡан Илфат инде үҙе лә ғүмер көҙөнә аяҡ баҫа. Эх, ҡайҙа булды һуң уның типһә тимер өҙөрҙәй егәрле йәш саҡтары?! Дәрт-дарманы ташып торған сибәр егет тауҙарҙы күсерер көскә эйә ине бит! Ә бына һуңғы ваҡытта биреште, көҙгө елдә ҡалтыранған һары саған япрағы һымаҡ дерелдәп кенә тора хәҙер.
Эш майлы аш түгел, тип юҡҡа ғына әйтмәгән шул халыҡ. Хәйер, бергә ғүмер кисергән ҡатыны, балалары һәм ейәндәре бик тә ярата һәм ихтирам итә үҙен, сөнки улар мохтажлыҡ кисермәй етеш, мул тормошта йәшәһен тип ал-ял белмәй тырыш хеҙмәт һала ғаилә башлығы. Яҙын, көҙөн, ҡышын — тракторҙа, йәй комбайнда эшләй, һәр саҡ алдынғылар сафында, фотоһүрәте почет таҡтаһынан төшмәй. Бихисап дәүләт наградаһы менән бүләкләнә, “Хеҙмәт ветераны” тигән маҡтаулы исем бирелә. Бер уйлаһаң, тормош юлын үкенмәҫлек итеп матур уҙҙым, тип әйтергә тулы нигеҙ бар һымаҡ...
Шул ваҡыт Илфат Әнүәр улын һағыш­лы уйҙарынан кинәт бүлде­реп, почтальон ҡыҙ Санияның тауышы яңғырай. Ул баҡсаларын­дағы эскәмйәлә бер нөктәгә текәлеп бойоғоп ултырған, сәстәренә сал йүгергән һиммәт кәүҙәле ағай янына килеп баҫа һәм, ҡояштай балҡып йылмайып, һөйөнсө алырға ашыға:
— Илфат ағай, бында һеҙгә, дөрөҫө­рәге, мәрхүмә әсәйегеҙ Бибиямал әбей исеменә адресланған заказлы хат бар! Бик йыраҡтан, диңгеҙ аръяғындағы Америка Ҡуш­ма Штаттарҙа йәшәгән ниндәйҙер туғанығыҙҙан килгән. Әйҙәгеҙ, имзағыҙҙы ҡуйып алығыҙ әле.
Бер нәмә лә аңламаған ир-уҙаман, тулҡынланыуын көс-хәлгә еңеп, почтальон күрһәткән урынға имзаһын ҡуя һәм ҡыҙҙы ысын күңелдән рәхмәт әйтеп оҙатып ҡала. Унан ҡалтыранған ҡулдары менән ҡалын тышлы сәйер конвертты аса. Эстә — ап-аҡ ҡағыҙ битенә тигеҙ, матур хәрефтәр менән яҙылған хат һәм ниндәйҙер документтар. Үҙ атаһы ебәргән тетрәндергес тәүге һәм һуңғы хатты Илфат ҡабаланып уҡырға керешә:

“Һаумы, Бибиямал!
Бик күп йылдар уҙғас, һиңә хат яҙыусы кеше ирең Әнүәр була. Быға тиклем хәбәр юллап, үҙемдең иҫәнле­гемде белгертмәгәнем өсөн, зинһар, ғәфү ит. Сәбәбе бар ине шул. Һуғышҡа инеү менән ҡаты яраланып, контузия алып, бер нисә ай госпиталдә яттым. Һауығып аяҡҡа баҫҡас, гитлер­сыларға ҡаршы көрәшеүҙе дауам иттем. Тик оҙаҡламай әсирлеккә эләктем һәм һуғыш аҙағында Америка һалдаттары азат иткәнсе фашизм ҡоллоғонда булдым. Ҡәһәрле яу тамамланғас, Тыуған илгә әйләнеп ҡай­тырға ҡыйманым: тырнаҡ ҡәҙәре ғәйе­бем булмаһа ла, немецтарға бил бөккән өсөн “һатлыҡ­йән” мөһөрө һуғып, төрмәгә ултыртыр­ҙар тип ҡурҡтым. Бер иптәшем менән Америка һалдат­тарына эйәреп уларҙың иленә китергә ҡарар иттек. Башта бик ауыр булды. Әммә ҡулым эш белгәс, телем өйрәнде инде: ике-өс йыл тигәндә, урындағы халыҡ менән инглиз­сә еңел аралаша башланым. Тора-бара бындағы бер ҙур заводҡа эшкә урынлаштым һәм, карьера баҫ­ҡысы буйлап юғары күтәрелеп, етәксе урын­баҫары вазифаһына тиклем үрләнем. Мәрйә ҡыҙына өйләндем. Һинең күҙ йәштәрең төшкәнгәме, әллә ҡабат ҡорған ғаиләм хыянатҡа нигеҙләнгән­гәме, шәхси тормошомдан уңма­ным: ҡатыным сәлә­мәт­леккә туйманы, йыш сирләне, бала­ларыбыҙ ҙа булманы. Шулай итеп, ғүмер буйы Америкала йәшәнем һәм бик күп байлыҡ тупланым. Хәҙер өлкән йәшкә еткәс, үҙем дә ҡаты ауырыйым. Ба­ҡый­лыҡҡа күскәнсе һеҙҙең алда ғәйебем­де танып, ихлас ғәфү үтенеп, бер нисә миллионлыҡ милкемде берҙән-бер ғәзиз улыбыҙ Илфаттың исеменә күсереү тураһындағы васыятна­мәмде ебәрәм...”

*Исемдәр үҙгәртеп алынды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 963

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 621

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 954

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 492

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509