Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Һаман да юлдаРайоныбыҙҙа Булат Яныбаевты белмәгән кеше һирәктер. Ул утыҙ биш йыл буйы “Белоретгаз” ойошмаһының хеҙмәтләндереү бүлексәһендә эшләп, үҙен тәжрибәле мастер, алмаштырғыһыҙ етәксе итеп танытты.
Булат Ғәбделхаҡ улы етәк­ләгән коллектив оҙаҡ йылдар ауылдарға һәм шәхси хужалыҡ­тарға “зәңгәр яғыулыҡ” үткәрҙе. Улар башҡарған эштәргә дәғүә белдергәндәре юҡ. Халыҡ ара­һында абруйы юғары, ныҡлы Булат Ғәбделхаҡ улының. Шуға күрә лә бер нисә тапҡыр район Советы депутаты итеп һайланды. Был бурысты ла ул исем-атына тап төшөрмәй лайыҡлы аҡланы. Ышаныс күрһәткән Боғанаҡ, Асы ауылдары халҡы менән бәйләнешен өҙмәй, уларҙың наказдарын үтәп, даими ярҙам итеп торҙо.

Булат Ғәбделхаҡ улы үҙен тынғы белмәгән йәмәғәтсе була­раҡ та танытты. Әле лә хаҡлы ялға сыҡтым тип ҡул ҡаушырып ултырмай, халыҡ араһында мәж килә.
Уҙған быуаттың 80-се йылдары аҙағында йәмәғәтселектәге эшмәкәрлеге бигерәк тә яҡшы күренде. Башта ул Белоретта “Иҙел башы” йәмәғәт ойошмаһын төҙөүҙә әүҙемлек күрһәтте. Республиканың үҙаллылығы өсөн көрәшеүселәр сафында ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәне. Ә был эш Белорет ҡалаһында еңел генә үтмәне. Шул осорҙа урыҫсанан дубляж булған район гәзитен башҡорт телендә сығарыу мәсьәләһен күтәреп сыҡҡан мөхәррир Гүзәл Ситдиҡова “Иҙел башы” әүҙемселәре менән бергә Булат Ғәбделхаҡ улынан хуп­лау, мәсьәләне хәл итеүҙә терәк тапты. Көн талабына яуап биргән мәҡәләләре даими баҫылды. Ниһайәт, саф башҡорт телендәге “Урал” гәзите донъя күрә башланы.
Шул уҡ йылдарҙа ун биш меңләгән милләттәшебеҙ йәшәгән ҡалала милли мәғариф учреждениелары булдырыуҙы хәл итеүҙә лә Яныбаевтың өлөшө юҡ түгел. Ҙур ҡаршылыҡтарҙы еңеп, Белорет ҡалаһында асылған башҡорт гимназияһы менән балалар баҡсаһы бөгөн дә уңышлы эшләп килә.
Булат Яныбаевты беҙ Егәҙегә “Урал” гәзите редакцияһы ойош­тор­ған осрашыуға китеп барған саҡта, юлда фотоға төшөрөп алдыҡ. Баҡтиһәң, ул да шул ауылға китеп бара икән. Тынғы­һыҙ уҙаман ауыл хакимиәтенең яңы һайланған башлығы менән осрашырға килешкән булып сыҡты. Һуңынан клубта үтәсәк сараға ла хакимиәт башлығы менән бергә килеп етергә һүҙ биреп айырылышты ул.
– Ҡасандыр өс меңләп кеше йәшәгән ауылдың яртыһы ла ҡалманы. Биләмәгә ҡараған башҡаларында ла тормош һүнә бара. Уларҙы көрсөктән сығарыу юлдарын бергәләшеп эҙләргә, бөтөп барған ауылдарға йән керетергә ине. Яңы һайланған хакимиәт башлығы – йәш кеше. Тәжрибәһе лә етмәйҙер, тиҫтә йылдар буйына барлыҡ­ҡа килгән проблемалар менән уның бер үҙен ҡара-ҡаршы ҡалдырыу килешкән эш булмаҫ. “Алма беш – ауыҙыма төш” тип, өҫтән ҡушҡанды көтөп ятмай, ауыл хакимиәте үҙ инициативаһы менән эшләргә тейеш. Бының өсөн тәү сиратта киләсәгенән төңөлгән халыҡты уятырға кәрәк. Иң беренсе ауыл хакимиәте биләмәһенә ҡараған ерҙәрҙе хоҡуҡи нигеҙҙә нығытып ҡуйыу бурысы тора. Бының өсөн яңы һайланған комиссияның эшен юлға һалырға кәрәк. Икенсенән, мәшғүллек мәсьәләһе. Ауыл халҡының эш юҡ тип ятыуынан ҡотолоу. Был бит – парадокс. Эш ауыл ерендә тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел дәһә. Ҡыҫҡаһы, ауыл Советы депутаттарына, хакимиәт башлығы Ринат Радик улына эш етерлек, – ти Булат Ғәбделхаҡ улы.
Әйткәндәй, ул үҙенең ауылын тергеҙеү, ата-олаталары ҡорған нигеҙҙе ҡоротмау өсөн нисәмә йылдар көрәште... Егерме саҡрым аралағы юлды төҙөкләндереү, күперҙәрҙе яңыртыу... Хәҙер ауылдаштары еңел машиналарҙа ғына ҡайтып йөрөй. Һуңғы йыл­дар­ҙа Өмөтбайҙа яңы өйҙәр күренә башлауы ла ҡыуаныслы. Сиратта Баҡый, Һаралы ауылдарын һаҡлап алып ҡалыу. “Бер йоҙроҡтай тупланып эшләһәк, быныһын да еңеп сығырбыҙ”, – тип ышана уҙаман.
Һәр эштә лә әүҙем Булат Ғәбделхаҡ улы, үҙенә тынғы бирмәй, ауылым, яҡташ­тарым, тыуған яғым, халҡым, тип янып йәшәй. Ул – Белорет районында төпләнеп йәшәгән Кирәй-ҡыпсаҡ ырыуы башлығы ла. Былтыр Ишембай, Ғафури, Бөрйән район­дарындағы ырыуҙаштарын саҡы­рып Өмөтбайҙа матур байрам ойошторҙо. Сығымды үҙе кеүек әүҙем ауылдаш эшҡыуар­ҙар менән бергә ҡапланы.
Булат Ғәбделхаҡ улының шәхси кәсебе лә бар. Ул хаҡлы ялға сыҡҡас та предприятие асып, элек башҡарған эшен дауам итә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 093

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 892

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518