Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ер алам тиһәң…
Ер мәсьәләһе күптәрҙе борсой. Закондарҙы белмәү арҡаһында тейешле участканы нисек алырға белмәй йөрөгәндәр ҙә байтаҡ. Ошоно иҫәпкә алып, уға кемдәрҙең һәм нисек эйә булыу мөмкинлеген бәйән итәбеҙ.
2014 йылдың 23 июнендә ҡабул ителгән “РФ Ер кодексына һәм Рәсәй Федера­цияһының айырым закондар актына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы 171-се Федераль закон ер мөнәсәбәттәре өлкә­һендә һуңғы 14 йылда иң ҙур реформа булды. Ул ер участкалары бүлеү тәртибен камиллаштырыу һәм ер мөнәсәбәттәренә бәйле мәсьәләләрҙе бөтөрөү маҡсатында, ғәмәлдәге закондар буйынса күп йыллыҡ тәжрибәгә нигеҙләнеп ҡабул ителде.
Элек 18 йәше тулған һәр граждан йәшәгән урыны буйынса бушлай бер тапҡыр ер алыу хоҡуғына эйә булһа, яңы законда был ҡаралмаған. Башҡортостан Республикаһының “Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында”ғы 59-сы законының 10-сы статьяһына ярашлы дүрт категорияға ҡараған граждандар торлаҡ төҙөүгә бушлай ер алыу ташламаһына эйә. Улар — Рәсәй Торлаҡ кодексының 52-се статьяһына ярашлы торлаҡҡа мохтажлыҡ буйынса иҫәптә тороусылар; торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтажлыҡ кисергән йәш ғаиләләр (ир һәм ҡатындың 35 йәше тулмаған булырға тейеш) һәм тулы булмаған бер йәки унан күберәк балалы йәш ғаиләләр; өс һәм унан күберәк бәлиғ булмаған балалары булған граждандар; бәлиғ булмаған инвалид бала тәрбиәләүселәр.
Был категорияларға ҡараған граждандар ер участкаһы алыуға иҫәпкә тороу өсөн ғариза менән үҙҙәре йәшәгән төбәк­тәге Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүсе үҙәккә мөрәжәғәт итергә те­йеш. Ғаризаға түбәндәге документтарҙы ҡушып тапшырыу мотлаҡ:
= Бөтә категорияларға ла тәү сиратта шәхесте раҫлаусы документтың күсер­мәһе, әгәр ғариза икенсе кеше аша би­релгән осраҡта ышаныс ҡағыҙы һәм ғаилә составы тураһында белешмә.
= Икенсе категорияға ҡараусылар, бы­ларға өҫтәп, тағы ла никах таныҡлығы кү­сермәһен; тулы булмаған ғаилә ос­ра­ғын­да, баланың тыуыу тураһындағы таныҡлығы күсермәһен; күп фатирлы йортта йәшәгән осраҡта шәхси иҫәп кү­сермәһе йәки шәхси торлаҡ йортта йәшә­гән хәлдә өй йә хужалыҡ кенәгәләренән күсермә тапшырырға тейеш.
= Өсөнсө категория буйынса никах таныҡлығы күсермәһе (булған осраҡта), балаларҙың тыуыу тураһындағы таныҡ­лығы, 14 йәштән өлкән булһалар, пас­порттарының күсермәһе, ата-әсәлек хоҡу­ғынан мәхрүм ителмәү тураһында опе­ка һәм попечителлек органынан бирелгән белешмә.
= Дүртенсе категорияға ҡараусылар, быларҙан тыш, инвалидлыҡты дәлил­ләгән медик-социаль экспертиза дәүләт хеҙмәте тарафынан бирелгән белеш­мәнең күсермәһе.
Артабан граждандарҙың ғаризалары милеккә бушлай ер участкалары биреү мәсьәләләре буйынса комиссияға йү­нәлтелә. Комиссия ғариза биреүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу йәки иҫәпкә ҡуйыуҙан баш тартыу тураһында ҡарар сығара. Иҫәпкә ҡуйыу ғариза биргән көндән сират тәртибендә башҡарыла һәм һәр категория буйынса булдырылған айырым иҫәп кенәгәһендә теркәлә. Бынан тыш, иҫәп “Торлаҡҡа мохтаж граждандар иҫәбе” ав­томатлаштырылған мәғлүмәт система­һында ла алып барыла. Иҫәпкә ҡуйылған һәр гражданға иҫәп эше асыла, унда шәхси торлаҡ төҙөү өсөн бушлай ер участкаһы бүлеүгә нигеҙ булып торған бөтә документтар һаҡлана.
Граждандарға бер тапҡыр бушлай милеккә биреү өсөн формалаштырылған ер участкалары исемлеге төбәк гәзитендә һәм муниципаль район хакимиәтенең рәсми сайтында яҡтыртылғас, ун көн эсендә комиссия тарафынан участкаларҙы иҫәптә тороусы граждандарға яҡынса тәғәйенләү башҡарыла. Был турала ауыл биләмәһе хакимиәтенә белдереү ҡағыҙы ебәрелгәндән һуң, граждан ун көн эсендә тәҡдим ителгән ер участкаһынан яҙма рәүештә баш тартҡан осраҡта, икенсе участка тәҡдим ителгәнгә тиклем ул сиратта тороп ҡала. Граждан белдереү ҡағыҙын алғандан һуң, 15 календарь көнө уҙғас, комиссияның ер участкаларын бүлеү тураһындағы протоколына нигеҙләнеп, Башҡортостан Ер һәм милек мөнәсәбәт­тәре министрлығының райондар буйынса милек менән идара итеү комитеты ер участкаһын бушлай милеккә биреү тура­һында ҡарар сығара һәм ер участкаһын милеккә биреү актын әҙерләй. Ғариза биреүсегә билдәләнгән көндә милек менән идара итеү комитетына килеп, ер участ­каһы бүлеү тураһындағы ҡарарҙы һәм ер участкаһын бушлай биреү тураһындағы килешеүҙе һәм актты алырға ғына ҡала.
Үрҙә әйтелгән ташламалы категория­ларға эләкмәгән граждандар иһә ярҙамсы хужалыҡ алып барыуға ҡуртымға ер участкаһы алыу мөмкинлегенә эйә. Был маҡсатта тәғәйенләнгән ер участкалары тураһында ауыл биләмәһе хакимиәте район гәзитенә кадастр номерын һәм ерҙең майҙанын күрһәтеп иғлан бирә. Закон менән билдәләнгән ваҡыт арауығында граждандар ауыл биләмәһе хакимиәтенә йәки милек менән идара итеү комитетына ғариза бирә. Әгәр 30 көн дауамында был ер участкаһына ҡарата башҡа ғаризалар булмаһа, ул гражданға килешеү нигеҙендә тапшырыла, ғариза биреүселәр бер нисәү булған осраҡта аукцион һөҙөмтәһе буйынса ҡуртымға бирелә. Әлеге ер участкаһында граждан өс йыл эсендә өй төҙөһә, ерҙе кадастр хаҡының өс процентын түләп, шәхси милеккә рәсмиләштереү хоҡуғына эйә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 085

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 444

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 977

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 886

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 638

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 236

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 459

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 961

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 427

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 504

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 327

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 513