Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Асылмаған ишек...
Көйөргәҙе районындағы музейҙарҙың ниндәй хәл-торошта икәнлеген уларҙың етәкселәренән белештек.
Гөлнур ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА, район­дың тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры:
– Музей район бюджеты ҡарама­ғында. Балалар, ҡунаҡтар килә, хаҡы – 25 һум. 2015 йылда Кинйәабыҙҙың Кинйә Арыҫланов исемендәге музейы, былтыр Яңы Морапталдың Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге музейы грант отто, быйыл иһә район үҙәгендәге музей буйынса документтар йыйып бирергә уйлайбыҙ. Бындағы “Йәшлек” мәҙәниәт һарайына капиталь ремонт эшләнәсәк. Музей ҙа ошо бинала булғас, эштең хаҡы сме­таға ингән. Республиканан бүленгән аҡсаға тәҙрә, ишектәр алмаштыры­ласаҡ, тупһабыҙҙы ла яңыртырға уйлайбыҙ.

Әлфирә НИҒМӘТУЛЛИНА, Яңы Морапталдағы Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге музей директоры:
– Хәл бик маҡтанырлыҡ түгел шул. 1972 йылғы бина хәҙер иҫке инде, ремонт кәрәк. Бер кешегә музейға инеү хаҡы 20 һум ғына булһа ла, килеүселәр аҙ. Етмәһә, төндә бинаға бурҙар төшкән. Билдәһеҙ әҙәмдәр боронғо зат­лы әйберҙәрҙе урлаған.
“Кинйә Арыҫланов музейы – беҙҙең ғорурлығыбыҙ. Уны һалдырған, асҡан осорҙо хәтерләгеҙ, ниндәй ҙур ваҡиға һымаҡ ҡабул ителгәйне. Тик ғорурлығы­быҙҙың бөгөнгө хәле мөшкөл – ул район бюджеты ҡарамағында, республика үҙенә алһын, тип яҙмаған ер ҡалманы.
2015 йылда музей 90 мең һумлыҡ грант отҡайны, компьютер кәрәк-яраҡтары алғандар. Бында хәҙер һәр кем үҙе аҡса эшләһен тигән принцип йәшәй. Тик беҙ бит Третьяковка түгел, билет хаҡы 25 тәңкә тора, ти, ә ситтән килгән кешенең юлына кәмендә бер мең һум китә. Хәҙерге көндә ике генә кеше музейҙы ҡарап, йыйыштырып тота (бында клуб та бар бит). Береһе – клуб мөдире, икенсеһе – музей директоры. “Бар эш тә беҙгә йөкмәтелгән – сәскәһен дә ултырт, үләнен дә сап, иҙәнен дә йыу, экскурсия ла үткәр… Йәнә бер штат булғанда арыу булыр ине…”, – тип һүҙен өҙә директор Мөслимә Биктимерова.
Әле бына музей түбәһенән һыу аға (яңыраҡ ҡына район хакимиәте уны ремонтларға тип 500 мең һум аҡса бүлгән, тиҙҙән һыу ағыуы туҡтар, тип ышанабыҙ). Кергән ишеге асылмай тиерлек – аҫты тейә. Ахырҙа, уны бөтөнләй ябып ҡуйып, килеүселәрҙе икенсе яҡтан индерергә булдылар. Тормошта ла шулай асылмаған ишеккә ҡул һелтәп, башҡаһынан тиҙ генә кереп китергә булһа икән.
Бәлки, берәй ҡасан беҙ туҡылдатҡан ишектәр асылыр ҙа музейҙарыбыҙға йөҙ менән боролорҙар – республика үҙ ҡарамағына алыр, юҡһа район бюджеты өсөн улар бик ауырға төшә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840