Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Үҫеш йүнәлештәре өйрәнелде
Салауат районында республиканың төньяҡ-көнсығышында инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу, муниципаль-ара һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде. Сарала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Мөхәмәтдинов, республика Башлығы Хакимиәте, Хөкүмәт Аппараты вәкилдәре, министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре, төньяҡ-көнсығыш райондарҙың хакимиәт башлыҡтары, Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге вәкиле, башҡа рәсми кешеләр ҡатнашты.
Һөйләшеү барышында төрлө фекерҙәр өйрәнелде, ҡарарҙар ҡабул ителде. Мәҫәлән, Баш­ҡортостандың төньяҡ-көнсы­ғы­шында тупланған тәбиғи ҡеүәт балыҡ үрсетеү кластеры төҙөү мөм­кинлеген бирә. Уның үҙәге Нуриман районында буласаҡ. Башҡортос­тандың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов ошо турала белдерҙе. Уның әйтеүенсә, кластер балыҡ һәм балыҡ продукцияһы етештереүҙе, эшкәртеүҙе, һатыуҙы, шулай уҡ тере балыҡ баҙарҙары селтәрен ойоштороуҙы үҙ эсенә алырға тейеш. Эксперт баһаларына ҡарағанда, төньяҡ-көнсығыш райондарҙа 3,5 мең тоннаға яҡын ҡиммәтле балыҡ төрҙәрен етештереү мөмкинлеге бар.
— Быйыл республика ҡаҙна­һынан балыҡсылыҡҡа 25 миллион һум аҡса бүлеү күҙаллана. Шуға күрә был бик өмөтлө йүнәлеш булмаҡсы, — тине ауыл хужалығы министры.
Нуриман районындағы “Тыныс яр” (“Тихий берег”) яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте нигеҙендә балыҡсылыҡ буйынса компетенциялар үҙәген ойоштороу күҙаллана. Был предприятие консалтинг хеҙмәте күрһәтеү, франшизаны ғәмәлгә индереү йәһәтенән тейешле технологияларға һәм белгестәргә эйә.
Кәңәшмәнән һуң “түңәрәк өҫтәл” үткәрелде. Унда ҡатнашыусылар Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш райондары менән Силәбе өлкәһе муниципалитеттары араһындағы сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлек йүнәлештәрен тикшерҙе. Күрше төбәк республикабыҙға сәнәғәт тауарҙарын сығарыу күләмен арттырырға ниәтләй.
Ҡыйғы районында уңышлы эшләп килгән тегеү фабрикаһы, Әбйәлил районында шешәләргә һыу тултырыу комплексы һәм ғаилә ялы үҙәге, Йылайыр районында ағас күмере етештереү цехы — Силәбе өлкәһе менән Башҡортостандың сиктәш райондары хеҙмәттәшлеге һөҙөмтәһендә тормошҡа ашырылған проекттарҙың бер өлөшө генә. Бындай тәжрибәне киләсәктә лә үҫтерергә кәрәк.
— Күрше төбәктәргә үтеп инеү һөҙөмтәһендә эшҡыуарлыҡҡа ярайһы уҡ ҙур ярҙам күрһәтелә. Был — үҫеш нөктәләренең береһе, — тине Силәбе өлкәһе губернаторы урынбаҫары Евгений Голицын.
Муниципаль-ара кооперация — ике төбәктең сиктәш райондарын уңышлы үҫтереү нигеҙе ул. Ошо фекер осрашыуҙың лейтмотивына әүерелде. Райондар үҙ-ара ярышыу түгел, ә берлектәге проекттарҙы үҫтерергә тейеш. Мәҫәлән, металлургия сәнәғәте һәм машиналар эшләү әүәл-әүәлдән ныҡлы үҫешкән Силәбе өлкәһе әле ауыл хужалығы продукцияһы менән ҡыҙыҡһына. Ә Башҡортостанға иһә бульдозерҙар, ауыр техника, төҙөлөш материалдары кәрәк.
— Силәбе өлкәһендә Башҡортос­тандың ауыл хужалығы продукцияһын юғары баһалауҙары сер түгел. Силәбеләр беҙҙең ауыл хужалығы продукцияһын һатыу өсөн майҙансыҡтар бүлергә, ташлама бирергә әҙер, — тине республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Мөхәмәтдинов.
Былтырғы йомғаҡтарға ҡарағанда, ике төбәк араһында тауар әйләнеше 30 миллиард һум самаһы тәшкил иткән. Тимәк, үҫеш йүнәлештәре етерлек.
Осрашыуҙа яҡтар ике төбәк эшҡыуарҙарының проблемаларын билдәләне, уларҙы хәл итеү юлдарын асыҡланы, муниципалитеттарға кәрәкле проекттарҙы тикшерҙе. Тимәк, тиҙҙән яңы предприятиелар һәм эш урындары барлыҡҡа килеүгә өмөт ҙур.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 091

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 644

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 510

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518