Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Иң ҙур байлыҡ һағында
Иң ҙур байлыҡ һағындаГелән йылылыҡ бөркөлә был яҡтарҙан. Күҙ асҡыһыҙ буран ер менән күкте тоташтырып шашһынмы, сатлама һыуыҡ үҙәккә үтергә тырышһынмы, мыжыҡ ямғыр туҡтауһыҙ шыңшыһынмы – бер ни ҙә күңелдәге ҡояшты ҡаплай алмай. Оло Эйек, Һүрәм, Өҫкәлек буйҙары, киртләс-киртләс тауҙар төйәге үҙ йылыһын кешеләргә лә йомарт өләшкән.
Эйе, тыуған ерен һөйгән, уның бөгөнгөһө һәм киләсәге өсөн янып-көйгән, уңыштарын уртаҡ “иләү”гә өйгән изге күңелле хеҙмәтсән халыҡ ғүмер итә бында. Төйәкте тағы ла матурыраҡ, урындағы тормошто байыраҡ, мулыраҡ итеп күреү маҡсаты дөйөм эшмәкәрлектә асыҡ сағыла. Ҡайһы ғына өлкәне, тармаҡты алма, үҫешкә ынтылыш, тарихты онотмайынса, барлыҡ көс-ҡеүәтте егеп, киләсәккә ышаныслы нигеҙ һалыу төп маҡсатҡа әүерелгән.
Алдағыны хәстәрләү – тамырҙарыңды нығытыу. Ошо ерҙә балалар һәм ейәндәр ҙә хужаларса ышаныслы ғүмер кисерһен, нәҫел дауам итһен, рухи ҡиммәттәребеҙ һаҡланһын тигән маҡсатты алға ҡуйған ейәнсуралар йәш быуынға айырыуса ҙур иғтибар бирә. Тыуымдың тотороҡло һаҡланыуы төбәктәге барлыҡ тармаҡтарҙың да эшмәкәрлегенә заманса һулыш бирә: сабый донъяға килә икән, ғаиләлә күңелле мәшәҡәттәр күбәйә, шулай уҡ медицина хеҙмәткәрҙәренә, тәрбиәселәргә, уҡытыусыларға эш арта, балалар баҡсалары, мәктәптәр һ.б. учреждениеларға яңы бурыстар өҫтәлә. Ошо бәрәкәттә алға бара ла төбәк.
Иң ҙур байлыҡ һағындаБында үҙ бурысын лайыҡлы үтәгән ойошмалар араһында Иҫәнғол район үҙәк дауаханаһы айырым иғтибарға лайыҡ. Халыҡтың сәләмәтлек һағында торған медицина учреждениеһы йылдан-йыл ҡеүәтлерәк була бара, уңайлы, заманса шарттар тыуҙырыла. Әле уның Абҙанда һәм Иҙелбәктә участка дауаханалары, өс табип амбулаторияһы, 48 фельдшер-акушерлыҡ пункты бар. Райондың һаулыҡ һаҡлау тармағында 450-гә яҡын кеше эшләй.
Күптән түгел үҙәк дауахананың инфекция бүлеге бинаһы тотошлай яңыртылған. Уҙған быуаттың 70-се йылдарында уҡ төҙөлгәнлектән, уға әллә ҡасандан уҡ ремонт талап ителгән булған. Етәкселектең тырышлығы, хәстәрлеге һөҙөмтәһендә хәҙер инде яңы бина күркәмлеге, замансалығы менән күңелде һөйөндөрә.
Халыҡты ҡыуандырған йәнә бер ваҡиға: үҙәк дауаханала ярты йыл самаһы элек лифт эшләй башлаған. Бәғзеләр өсөн был, әлбиттә, бигүк мөһим түгелдер, әммә һаулығы буйынса мөмкинлеге сикләнгәндәрҙең бер проблемаһы кәмегән: уларға баҫҡыстан менеп-төшөп йөрөү үҙе ҙур бәлә бит. “Элек дауаханаға, эргәлә генә йәшәһәм дә, мотлаҡ ирем, ҡыҙым йә ейәнем менән бергә килергә тура килә ине – коляскала йөрөгәс, баҫҡыстан нисек яңғыҙ менмәк кәрәк? Хәҙер иһә, лифт ҡуйылғас, өҫтән ауыр йөк төшкән һымаҡ булды, туғандарымды ла аҙым һайын борсомайым”, – ти, мәҫәлән, хаҡлы ялдағы Әнисә Әминева.
Өҫтәүенә былтыр үҙәк дауаханаға федераль программаға ярашлы реанимобиль алынған. Ҡеүәтле техника Ейәнсураның төпкөл ауылдарына ла елдәй елдереп барып етә. Барлыҡ кәрәкле аппаратура менән йыһазландырылған машинала реанимация, интенсив терапия ярҙамы күрһәтелә, махсус дауалауға мохтаж сирлеләрҙе айырым медицина учреждениеһына ышаныслы шарттарҙа алып барыу өсөн дә уңайлы. Бында ауырыуҙарҙы ташыуға тәғәйенләнгән йәнә бер “Ашығыс ярҙам” машинаһы бар. Уны дауахана үҙ аҡсаһына һатып алған.
Уңыш, әлбиттә, еңел яуланмай. Ул тәү сиратта етәкселектең дөрөҫ эш алып барыуына бәйле. Был йәһәттән ейәнсураларға көрһөнәһе түгел: район үҙәк дауаханаһының баш табибы, Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән Азат Байгилдиндың булдыҡлы, өлгөр хужа булыуы һәр кемгә мәғлүм. 2011 йылдан эшләгән хәстәрлекле етәксе гелән халыҡ араһында, бер үтенес-мөрәжәғәтте лә иғтибарһыҙ ҡалдырмай, проблемаларҙы кәңәшләшеп, күмәкләп хәл итеү яғында. Азат Әхмәт улының тап ошо сифаттары, тырыш хеҙмәте күптән түгел тағы ла юғары баһаланды: ул республикала “Иң яҡшы медицина ойошмаһы етәксеһе” исеменә лайыҡ булды.
Хужа шәхси үрнәк күрһәтә икән, хеҙмәткәрҙәр ҙә уңышы менән ҡыуандыра: дауаханала үҙ эшенең оҫталары тупланған. Денис Габаутдинов, Лира Мөьминова, Ғәфүр Мәһәҙиев, Дамир Йосопов, Айрат Дүшәнбаев, Дато Бикбаев һәм башҡалар – тап шундайҙарҙан.
– Сифатлы эш өсөн бөтөн мөмкин­лектәр тыуҙырылған, – ти улар. – Әммә шул уҡ ваҡытта белгестәргә ҡытлыҡ бар. Мәҫәлән, гинеколог, хирург кәрәк, фельдшер-акушерлыҡ пункттарына хеҙмәткәрҙәр етешмәй. Белемле йәштәрҙе көтәбеҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 089

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 984

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518