Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һыуһын ҡандырғыс тере һыу
Һыуһын ҡандырғыс тере һыуҠасандыр Баймаҡта китап магазинының гөрләп торған сағы бар ине. Ул ябылғандан һуң рухи көрсөк кисерҙек. Белем шишмәһе булған китапһыҙ тормошобоҙҙо күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын. Юғары мәҙәниәтле халыҡ ҡына илен күтәрә, үҫтерә ала. Ә был сифаттың нигеҙе, рухиәттең ҡалҡаны – китап. Район башҡорттары ҡоролтайының ҡарарына нигеҙләнеп, З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте ярҙамы менән күптән түгел “Баймаҡ” сауҙа комплексында “Башҡорт китабы” тигән һатыу урыны асылды.
Район башҡорттары ҡо­ролтайы рәйесе Ришат Ишем­бәтов: “Туған телдә сыҡҡан баҫмалар һатыуҙы тергеҙергә кәрәклеге тураһында һөйләш­кәйнек. Яңылбикә Мөхәмәт­йә­нованың тәҡдиме менән З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенә бәйләнешкә сыҡ­тыҡ, директоры Илһам Йән­дәүләтов ярҙам итергә һүҙ бир­ҙе. “Баймаҡ” сауҙа комплексы етәксеһе Әҙһәм Ҡо­тоевҡа рәхмәт – ошонан урын бүлде”, – тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты. Артабан яҡта­шыбыҙ, “Китап” нәшриәте директоры Илһам Миңлеғәле улы был мәсьәләнең күптән өлгөрөп еткәнен билдәләне.
– Рамаҙан айында матур ваҡиғаның шаһиты булдыҡ,– тине ул. – Республикала сыҡ­ҡан китаптарҙың 70 проценты беҙҙә баҫыла. Хөкүмәт махсус субсидия бүлә, шуға күрә баҫмаларҙың хаҡы арзан. Беҙ нәшриәттә сыҡҡан һәр яңы китапты ебәреп торорға вәғәҙә бирәбеҙ. Магазиндарҙың яҙмышы һатып алыусынан тора, шуға күрә бында йышы­раҡ килегеҙ, таныштарығыҙға, туғандарығыҙға мәғлүмәт еткерегеҙ.
Артабан район хакимиәте башлығының социаль мәсьә­ләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Гөлшат Сирғәлина сауҙа урынын “Китап” нәшриәтенең филиалы” тип нарыҡланы, уға оҙон ғүмер, уңыштар теләне.
Китапты ике кеше тыуҙыра – ижадсы һәм уҡыусы. Беҙҙең район ижадсылары “Йәнгүҙәй” исемле әҙәби берекмәгә туп­ланған. Уның эшмәкәрлегенә киләһе йыл 20 йыл тула. Улар үҙҙәренең тәүге ижадын “Ирәндек гәүһәрҙәре” исемле йыйынтыҡта сығарҙы. Шунан рухланған байтаҡ ижадсылар – тарихсы Борис Хәйретдинов, шағирә, тыуған яҡты өйрә­неүсе Рәйсә Иҫәнбаева, әсе телле Әлфиә Юлыҡ, нескә хисле Әлфиә Бикташева, шулай уҡ республиканың почетлы крайҙы өйрәнеүсеһе Әмир Сәйғәфәров, журналистар Салауат Мөхәмәтшин, Рәшит Үтәев һәм башҡалар үҙ йы­йынтыҡтарын даими сыға­рыуға өлгәште. Тимәк, Баймаҡ ижадсылары ла халҡы күңе­ленә юлды китап аша һала.
Башҡорт баҫмалары, биге­рәк тә нәфис әҙәбиәткә сар­саған халыҡ өсөн, Урал батыр бөрккән һыуһын ҡандырғыс тере һыуға тиң. Киләсәктә милли китаптарҙы һатыу эше тағы ла киңәйер, ҡала һәм район халҡының яратҡан урынына әүерелер, тип ысын күңелдән ышанабыҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 1 507

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 1 210

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 1 490

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 1 586

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 1 393

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 1 591

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 1 291

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 1 641

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 533

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 473

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 560

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 426