Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Теге яҡ”ҡа асылған тәҙрә
“Теге яҡ”ҡа асылған тәҙрәКөндәр йылына башлау менән балаларҙың тәҙрәнән ҡолауына бәйле күңелһеҙ осраҡтар арта. Был хаҡта хәбәрҙәр республикабыҙҙың әле бер, әле икенсе төбәгендә ишетелеп ҡала.
Өйҙә ике бер туған ғына ҡала. Ата-әсәләре эштә. Олорағы иғтибарын башҡа нәмәгә йүнәлтеүе була, кесеһе тәҙрә төбөнә менеп, себен-серәкәй инмәһен өсөн ҡуйылған сеткаға таяна. Тик үҙе бәләкәй ағай өс йәшлек баланы нисек тота алһын инде... Һөҙөмтәлә өсөнсө ҡаттан ҡолаған бала ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла.
Икенсе бер осраҡта ҡурҡыныс фажиғәнән ҡотолоп ҡалалар. Үтеп барған кешеләр һигеҙенсе ҡаттағы тәҙрә төбөндә торған баланы күреп ҡала. Ә ул тәҙрәне берсә асып, берсә ябып, үҙенсә уйнаған була. Иҫәптә секундтар икәнен ҡайҙан аңлаһын инде ул. Шаһиттар йәһәтләп ҡотҡарыусыларҙы саҡыра. Асыҡланыуынса, атаһы баланың үҙен генә ҡалдырып эшкә сыҡҡан да киткән. Күршеләре бындай осраҡтың тәүгә түгеллеген дә белдерә.
Үкенескә ҡаршы, балаларҙың тәҙрә менән “танышҡан” осраҡтары гел уңышлы тамамланмай. Статистика мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙә йыл һайын биш йөҙләп сабый өсөн ул теге донъяға “асыла”... Балалар араһындағы йәрәхәт алыуҙарҙа был, юл фажиғәләренән һуң, икенсе урында тора.
Америка Ҡушма Штаттарында ла ошо йәһәттән тикшереү үткәргәндәр. Унан күренеүенсә, һигеҙ йыл эсендә 98 415 бала тәҙрәнән ҡолап төшөп, дауаханаға эләккән. Бәләгә тары­ғандарҙың өстән ике өлөшө – йәп-йәш сабыйҙар. Беҙҙә лә был йәһәттән хәл шәптән түгел. Бигерәк тә үткән йәйҙең ҡыҙыуында күңелһеҙ ваҡиғалар бермә-бер күбәйгән.
Ни эшләйһең, эҫе көндәрҙә тәҙрәне шар асып ҡуйыу ғәҙәти күренеш бит. Ләкин эш һәр ваҡыт унда ла түгел. Ҡайһы саҡта ябыҡ тәҙрә лә ҡарауһыҙ ҡалған балаға уны асып ҡарарға ҡамасауламай. Быяла артындағы сағыу донъяны, үтеп-һүтеп йөрөгән кешеләрҙе кемдең күргеһе килмәҫ?..
Күптәр себен-серәкәй инмәһен өсөн ҡуйылған сетканы хәүефһеҙ тип тә хаталана. Ләкин ул күҙгә генә ныҡлы кеүек күренә. Бала бары терәлһен генә үҙенә, тәҙрә артындағы сағыу донъя шунда уҡ башҡа төҫкә инә лә ҡуя...
Хәҙер ауылдарҙа ла пластик тәҙрә ҡуйыу киң таралды. Яҡшы бит. Кәрәк икән, тулыһынса асып була үҙен, кәрәк икән, бер ситен генә. Ҡышҡыһын да ҡатлап тораһы түгел. Сеткаһы ла бар үҙенең. Тик шунда ла өй тәпәш әле тип, йәки башҡа сәбәптәрен уйлап сығарып, ғәмһеҙ ҡалырға ярамай. Бер-ике метр ҙа – сабый өсөн бейек ара. Бәғеркә­йеңдең имен-һау үҫеүенә ни етә һуң?!
Ауыл ере булһынмы, ҡаламы – ҡайҙа ла ошоға бәйле күңелһеҙ осраҡтар күп. Башҡортостан Республи­каһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты даими киҫәтеү яһай, һаҡланыу ысулдарын өйрәтә. Дөйөм ҡағиҙәләрҙе иҫтән сығармаҫҡа саҡыра улар.

* Тәҙрәне бүлмә елләтеү өсөн асҡанда ла, баланы ҡарауһыҙ ҡалдырырға ярамай. Форточканы ғына файҙаланыу яҡшыраҡ булыр.

* Тәҙрәне 10 сантиметрҙан артыҡ асмаҫҡа. Бының өсөн нығытҡыс ҡуйырға. Шулай уҡ балаға тәҙрәне нисек асырға икәнен күрһәтмәү хәйерле булыр.

* Сетканы ла нығытҡысһыҙ ҡулланмаҫҡа. Шунда ла уға артыҡ ышанырға ярамай.

* Тәҙрә янында уйнаған баланы иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫҡа.

* Ултырғыс, дивандарҙы тәҙрә эргәһенә ҡуймаҫҡа. Балаға улар баҫҡыс рәүешендә буласаҡ.

* Баланы тәҙрә төбөнә менергә, унан һонолоп тышҡа ҡарарға өйрәтмәҫкә.

* Әгәр биш–ун йәштәрҙәге бала бүлмәлә яңғыҙы ҡалырға ҡурҡа икән, уны ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа ла иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамай. Ата-әсәһен эҙләп, тәҙрә төбөнә менеүе бар.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 091

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 644

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 510

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518