Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Герой ауылдашым Тимербулат
Герой ауылдашым Тимербулат Йәшлек яҙмаларымды ҡараштырып ултырғанда, 1959 йылда яҙылған шиғырҙарым араһында:
Тәйрүк буйына теҙелгән
Ауылым Кинйәбулат.
Шунда тыуған һәм үҫкән
Герой ағай Тимербулат,
– тигән юлдарҙы уҡып, уйланып та, йылмайып та ҡуйҙым. Уйланыуымдың сәбәптәре күп, ә бына йылмайыуымдың берәү генә – өйрәнсек рифмалаштырылған юлдар.

Советтар Союзы Геройы Тимербулат Ғәләүетдин улы Халиҡов ағай минең ауылдашым ине. Малай сағымдан уҡ күреп йөрөнөм, уның менән ғорурланыуым урынлы һәм сикһеҙ булды. Күрһәткән ҡаһарманлығы хаҡында үҙенән һорарға, әлбиттә, батырсылығым етмәне. Атайым уның хаҡында яҙырға уйлауымды бик һәйбәт белһә лә, үҙенә был хаҡта әйтергә баҙнат итмәне. “Ярар, улым, үҫә төш, ҡәләмең дә шымарһын. Мәле еткәс, уға үҙем әйтермен”, – тип мине ышандырҙы. Ваҡыт үтә торҙо.
Атайым Фәйзрахман Ҡотломөхәмәтов һуғышҡа тиклем “Уран” колхозының тәүге шоферы булған, унан һуң Ишембай заводында эшләп алды. Әммә 50-се йылдарҙа уны – шофер, автомеханик, слесарь һәм токарь һөнәрҙәренә эйә оҫтаны – юллап колхозға ҡайтарҙылар. Был саҡта хужалыҡтың бер нисә машинаһы ла бар ине. Атайым – колхоз автомеханигы – уларға үҙ тырышлығы, ныҡышлығы менән йылы ер аҫты гаражы төҙөргә тигән ҡарарға килде лә өсәүләп – үҙе, Нафиҡ ағайым һәм мин – эште башланыҡ. Төҙөлөш йәй буйына барҙы, тик етәкселәрҙән яныбыҙға килеүсе лә, хеҙмәт өсөн табель яҙыусы ла булманы. Бер көн Тимербулат ағай килде. “Кәрәкле эшегеҙгә ниңә колхоз ярҙам итмәй, ер аҫты гаражын малайҙар менән генә нисек төҙөп бөтмәк кәрәк?” – тип әйткәне, борсолғаны хәтеремдә ҡалған. Һуңғараҡ ауылдаштар, һуғышта ятып ҡалғандар хаҡында һүҙ башланғас, атайым: “Энем, бына һинең геройлыҡты халыҡ белеп еткермәй, бигерәк тә йәштәр”, – тигәс, Тимербулат ағай ҡулын ғына һелтәп:
– Уныһы ни инде, Фәйзрахман ағай? Иң мөһиме – еңеп ҡайттыҡ бит, – тип кенә ҡуйҙы.
– Шулай ҙа һеҙҙең батырлыҡты бигерәк тә йәштәргә һөйләргә кәрәк. Бына минең малайҙың бик белгеһе килә, ҡәләме шымарып китеп, яҙа ла алыр, – тине атайым.
Тимербулат ағай оҙаҡ өндәшмәй торҙо. Бер аҙҙан:
– Уларҙы яҙа башлаһаң, ҡағыҙ етмәҫ… Шымарт­һын әле ҡәләмен, ҡарарбыҙ, – тине лә, хушлашып, урынынан ҡуҙғалды.
Тимербулат ағайҙың ауырыуы көсәйҙе, шуға ул йыш ҡына дауаханаларҙа ла ятып сыҡты. Бындай саҡта кешене нисек борсойһоң? Ул 1958 йылда, 41 генә йәшендә, гүр эйәһе булып ҡуйҙы…
Ғәләүетдин бабайҙың икенсе улы Тимербулат Халиҡов Ишембай районының Кинйәбулат ауылында донъяға иң даулы дәүерҙә – 1917 йылғы революция мәлендә – килә. Имәндәй ныҡлы егет Бөйөк Ватан һуғышы башланырҙан ике йыл алда һалдатҡа алына – Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итә, 1941 йылдың декабрендә иһә яуға китә.
…1943 йылдың сентябре. Генерал-лейтенант Г.А. Белов етәкселегендәге 61-се армия ғәскәрҙәре Черниговтан төньяҡтараҡ аҡҡан Десна йылғаһына яҡынлаша. Был саҡта 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы, корпустың беренсе эшелонында булып, Зметнево-Сосница-Баба һәм Березина йүнәлешендә һөжүм итә. Төп маҡсат – дошманға нығынырға мөмкинлек бирмәү, көтмәгәндә флангыларына һәм тылына сығыу. Фашистар сафында һәр яҡлап паника тыуҙырыу…
Ун һигеҙенсе сентябргә Тимербулат Халиҡов хеҙмәт иткән дивизияға “Лена” станцияһын алырға бойороҡ бирелә. Быға тиклем башҡорт аттары тәүлегенә 50 километрҙан ашыуыраҡ яу юлын үткән була, ләкин туҡтарға ярамай. Дошмандың, уңайлы урындарҙы ҡарап-һайлап, нығынып өлгөрөүе бар. Бына төн һалҡын таңға ауыша. Ҡапыл алда тәгәрмәс, ат тояҡтары тауыштары ишетелә. Оҙаҡламай һалдаттар дошмандың ҙур йөк колоннаһын күрә һәм уҡтай осоп уға ташлана. Утыҙҙан ашыу фашист юлда ятып ҡала, илленән күберәк йөк һалдаттар менән бергә ҡулға төшөрөлә. 60-сы гвардия район үҙәге Березнаға яҡынлаша. Ул һуғышҡа ҡәҙәр күп кенә халыҡ йәшәгән төйәк була, бынан Чернигов һәм башҡа ҡалаларға төп юл бара. Стратегик яҡтан әһәмиәте иҫ киткес ҙур, шуға ла бында дошмандың ике батальоны урынлашҡан.
Нәҡ бына ошонда ауылдашым Тимербулат ағай Халиҡов тиңһеҙ ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Бына нимә тиелә был хаҡта бүләкләү ҡағыҙында: “1943 йылдың 18 сентябрендә Березнаға һөжүм иткәндә иптәш Халиҡов 2-се взводта беренсе булып ауылға барып инә һәм дошмандың көслө миномет утына эләгә. Ул тиҙ генә немецтарҙың батарея флангы­һына күсеп, пулеметын урамға урынлаштыра ла сигенгән дошманға ҡаршы ут аса. Һөҙөмтәлә взвод, 87 һалдат һәм офицерҙы ҡырып, 78 гитлерсыны әсиргә алып, дошман гарнизонын юҡ итә”.
Ауылдашымдың һәм башҡа ҡаһарман башҡорт улдарының тиңһеҙ батырлығы һөҙөмтәһендә Березна дошмандан таҙартыла. Был тораҡ өсөн барған һуғышта 400-ҙән ашыу фашист әсиргә алына, өс мең граната, 50 меңдән ашыу патрон, ике орудие, дүрт миномет һәм аҙыҡ-түлек һаҡланған ҙур келәт ҡулға төшөрөлә. Ә инде ятып ҡалған дошманды һанап торорға ваҡыт булмай. Полк, яңынан аттарға атланып, таганкаларға ултырып, фашисты эҙәрләп алға ынтыла.
Тимербулат Халиҡов ошо тиңһеҙ батырлығы өсөн награданың иң олоһона лайыҡ булғандыр, әлбиттә. Ләкин иле, тыуған ере хаҡына утҡа-һыуға кергән, үлемгә барған ябай һалдат был хаҡта уйлаймы?! Уға күберәк дошман ҡырылһын да Ватанға тиҙерәк еңеү килһен.
Башҡорт улы Тимербулаттың үҙен аямай, иҫ киткес тәүәккәллек-ҡыйыулыҡ менән дошманға ҡаршы алышыуы көндәлек һалдат хеҙмәтенә әүерелә. Әлеге ҡаһарманлығынан һуң нәҡ ун көн үтеүгә, 28 сентябрҙә, ул тағы ла ҙур батырлыҡ ҡыла.
Төнөн иптәштәре менән Днепрҙы йөҙөп сығып, фашист автоматсылары өҫтөнә төрлө яҡтан ут яу­ҙы­ра башлай. Көтөлмәгән ҡот осҡос тәүәккәл­лек­тән, көстән немецтарҙың тере ҡалғаны ҡорал­дарын ташлап ҡаса башлай. Күптәре, ҡулдарын күтә­реп, әсирлеккә төшөргә әҙерлеген белдерә. Тик ул саҡта ярһыған ауылдашымды, уның иптәш­тәрен бер ни менән дә туҡтатыр әмәл булмай. Яр буйы, ҡыуаҡтар араһы фашист мәйет­тәре менән тула… Һөҙөмтәлә полктың бар подразделениелары, йылғаны имен-аман сығып, алға ташлана.
Йөҙәрләгән һалдаттың, бер нисә командирҙың күҙе алдында күрһәтелгән батырлыҡты күрмәү, баһаламау мөмкин түгел. Оҙаҡламай Чернигов полкының 60-сы гвардия командиры, майор И.В. Горлатов өлкән сержант Тимербулат Ғәләүетдин улы Халиҡовҡа Советтар Союзы Геройы исемен биреүҙе юллап рапорт яҙа. Шул уҡ көндө дивизия командиры, гвардия полковнигы Г.А. Белов уға ҡул ҡуя. Юғары исем Тимербулат ағай Халиҡовҡа 1944 йылдың 15 ғинуар Указы менән бирелә.
Тыуған ауылына ҡайтҡас, 1946 йылда СССР ха­лыҡ депутаттарының беренсе саҡырылыш Юғары Советына депутат итеп һайлана. Тыныс тормошта Тимер­булат ағай төрлө хужалыҡтарға етәкселек итте. Уның Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән оло батырлығы халҡыбыҙ күңелендә мәңге йәшәй.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 093

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 892

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518