Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡошло ерҙә ҡот уйнай
Ҡошсолоҡ – ауыл хужалығының өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе, был тармаҡ һуңғы йылдарҙа айырыуса йылдам үҫешә. Малсылыҡ, үҫемлекселек менән ныҡлап шөғөлләнгән ҡайһы бер хужалыҡтар, фермерҙар, хатта шәхси хужалығын алып барыусыларҙың күбеһе ошо эшкә тотона. Әлбиттә, был – һөйөнөслө күренеш. Дүртөйлө районының агросәнәғәт комплексында, мәҫәлән, “Әсән” тоҡомсолоҡ репродукторы” йәмғиәте лайыҡлы урын биләй. Бында, нигеҙҙә, “Линда” тоҡомло ҡаҙ үрсетәләр.


Хужалыҡ 2003 йылда райондың элекке ҡошсолоҡ фабрикаһы базаһында ойошторола. Ул осорҙа инә ҡаҙҙар һаны бер мең самаһы була, йомортҡа алыу тиҫтә меңдәр менән генә сикләнә. Әммә йәмғиәт етәкселегенең эште дөрөҫ, заманса, иҡтисади йәһәттән отошло итеп ойоштора белеүе һөҙөмтәһендә бөгөн фабрика тоҡомсолоҡ репродукторы исеменә лайыҡ.
Ҡошло ерҙә ҡот уйнай– Инә ҡаҙҙарҙың һаны 15 меңгә етте. Йылына 400 – 450 мең йомортҡа алына. Инкубацион йомортҡаларҙың 40 процент самаһы Рәсәй төбәктәренә оҙатыла. Бынан тыш, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Дағстан һәм башҡа илдәр менән ике яҡ өсөн дә отошло килешеүҙәр төҙөлгән, – ти предприятие директоры Әмир Тәлғәт улы Фәтихов. – Ә ҡалғаны йомортҡа, ҡаҙ бәпкәләре рәүешендә халыҡҡа һатыла. Беҙҙә үҫтереү һәм һимертеү өсөн ике меңдән алып 10 мең башҡа тиклем генә ҡаҙ ҡала. Көҙ-ҡыш улар халыҡ араһында айырыуса ҙур ихтыяж менән файҙаланыла, шуға ла продукция һатыуға бәйле ауырлыҡтар һиҙелмәй.
“Линда” тоҡомло ҡаҙҙар үрсетеү буйынса республикала берҙән-бер тоҡомсолоҡ репродукторы булған “Әсән” йәмғиәтендә сығарылған йомортҡалар юғары сифатлы. Хужалыҡтың “Тоҡомсолоҡ малсылығы-2016” күргәҙмәһендә I дәрәжә алтын миҙал, “Агрокомплекс” агросәнәғәт форумына ярашлы үткән ХХVI Халыҡ-ара махсуслаштырылған күргәҙмәлә III дәрәжә диплом яулауы, башҡа бихисап бүләккә лайыҡ булыуы продукцияһының юғары сифат күрһәткесе тураһында һөйләй.
Ҡошло ерҙә ҡот уйнай
Бында етештереүҙең тулы циклы булғас, продукцияға хаҡты артыҡ күтәрмәү, хаҡтар тотороҡлолоғон һаҡлау мөмкинлеге бар. Әле йәмғиәттә 70-тән ашыу кеше эшләй, юғары квалификациялы белгестәр ҙә етерлек. Башҡортостан дәүләт аграр университеты ғалимдары менән берлектә ҡаҙҙарҙың продуктлылығын арттырыу йәһәтенән төрлө ғилми тәжрибәләр йыш үткәрелә, шулай уҡ селекция эше лә яҡшы ҡуйылған. Етәкселек хеҙмәткәрҙәренә ваҡытында һәм тотҡарлыҡһыҙ хеҙмәт хаҡы түләй, төрлө социаль яҡлау саралары ҡаралған. Һалым буйынса ла бурыстары юҡ.
Әле фабриканың 860 гектар ере бар. Ҡош-ҡортто ашатыу өсөн кәрәк булған бойҙай, арпа, люцернаны үҙҙәрендә үҫтерәләр. Баҫыуҙарҙы эшкәртеү, сәсеү, урыу өсөн ҡеүәтле һәм заманса техникаһы ла бар, ашлыҡ һаҡлау келәттәрен үҙҙәрендә булдырыу ҙа йәмғиәтте өҫтәмә сығымдарҙан азат иткән.
Ҡаҙсылыҡ комплексы ҙур хужалыҡты хәтерләтә. Һигеҙ корпуста инә ҡаҙҙар, ике бинала алмашҡа йәш үрсем аҫрала. Ошонда уҡ ике ҙур инкубация цехы урынлашҡан, ҡаҙ көтөүлектәре лә бар. Үҫтерелгән ҡош-ҡортто һаҡлау, ҡаҡлау өсөн яңы заманса цех эшләй. Ҡаҙсылыҡ менән ныҡлап шөғөлләнеү өсөн уңайлы шарттар һәм тейешле матди-техник база булдырылған.
Ҡошло ерҙә ҡот уйнай– Әлбиттә, юғары ҡаҙаныштар юҡтан ғына килмәй. Уны яулау өсөн фабрикала үҙ һөнәренең оҫтаһы булған тырыш, уңған хеҙмәткәрҙәр бар. Әсән ҡаҙҙарының һәм инкубацион йомортҡаларының донъя баҙарын яулауында уларҙың өлөшө һис шикһеҙ ҙур, – ти фабрика директоры Әмир Тәлғәт улы Фәтихов.
Ҡошсолар Розалия Ильясова, Илүсә Сәғитова, Миңвәриә Сөләймәнова, Хафиза Мулланурова, Илмира Шакирова, Зилә Мәрҙәнова, Илүсә Саҙретдинова, Гөлсинә Шәйхетдинова, Зөһрә Әлибаева, водитель Хәлил Йосопов, электрик Салауат Мөжипов һәм башҡалар – фабриканың тотҡаһы, терәк-таянысы. “Әле республиканың ҡошсолоҡ баҙарында конкуренция етерлек, шуға ла, теләйһеңме-теләмәйһеңме, сифат иң беренсе урында булырға тейеш. Хәҙер күптәр элекке кеүек арзанды эҙләмәй, ә юғары сифатлы булыуын шарт итеп ҡуя. Һатып алыусыларыбыҙҙы ошо йәһәттән дә ҡәнәғәтләндерергә тырышабыҙ. Бөгөн насар эшләһәң, ялҡауланһаң, иртәгә тауарың үтемһеҙгә әйләнә, – ти ҡошсолар. – Ҡаҙ бәпкәләре менән күпселек осраҡта райондаштарыбыҙҙы тәьмин итәбеҙ, улар алдында оятҡа ҡалмаҫҡа тырышабыҙ”.Ҡошло ерҙә ҡот уйнай
Фабрика етәкселеге киләсәктә донъя баҙарын инкубацион йомортҡа ғына түгел, әҙер ит продукцияһы һәм етештерелгән деликатестар менән дә яулау маҡсатын ҡуйған.

С. ҒӘЛИмйәнов.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 062

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 426

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 957

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 862

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 609

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 216

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 440

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 952

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 408

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 504