Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Балалар баҡсаһына ташлама ҡайтарылды!
Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда 43-сө ултырыш үтте. Көн ҡаҙағына 37 мәсьәлә ҡуйылған ине. Уларҙың 18-е республика закондарына ҡағылышлы булһа, 7-һе беренсе тапҡыр депутаттар иғтибарына тәҡдим ителде.

Ултырыш Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Марат Вәхитовтың доклады менән башланды. Башҡортостанда былтыр 121 миллиард һумлыҡ һалым йыйылған. Уның күпселек өлөшө НДФЛ, килемдән һәм ойошмаларҙың мөлкәтенән алынған суммаға тура килә.
Ошо көндәрҙә республика Башлығы үҙенең указы менән Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһының яңы составын раҫланы. Исемлектә Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһының ғәмәлдәге рәйесе Хәйҙәр Вәлиев (Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы тәҡдим иткән), Марат Ғәҙелов (Кушнаренко районының муниципаль район советы тәҡдим иткән), Ләйсән Ғарипова (ЛДПР партияһы), Илдар Кәримов (Благовещен районының муниципаль район советы тәҡдим иткән), Геннадий Шабаев (“Рәсәй патриоттары” партияһы күрһәткән), Руслан Ямалетдинов (“Берҙәм Рәсәй” партияһы тәҡдим иткән) бар.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары ла Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһының хәл иткес тауышҡа эйә алты ағзаһын һайланы.
Яңы состав Үҙәк һайлау комиссияһы вәкәләттәренең ваҡыты үтеүгә бәйле раҫланды.
Әйткәндәй, республика һайлау комиссияһы ағзаларының яртыһын — Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай, икенсе яртыһын Башҡортостан Башлығы тәғәйенләй.
Ултырышта депутаттар 16 йәшкә тиклем никахҡа инеүҙе лә тыйҙы. Быға тиклем урындағы үҙидара органдары бындай никахтарҙы закон нигеҙендә теркәү хоҡуғына эйә ине. Ҡарар үҙ көсөн юғалтты.

Эльвира АЙЫТҠОЛОВА, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты:
– 30 ғинуарҙан республика Хөкүмәте башланғысы менән тәҡдим ителгән “Башҡортостан Республикаһында мәғариф тураһында” Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында” 464-з һанлы республика Законы ҡабул ителгәйне. Был йәһәттән йән башына уртаса килеме йәшәү минимумының 1,5 күләменән артмаған ғаиләләрҙең генә компенсация алыу хоҡуғы һаҡлана ине. Закон проектын ҡабул иткәндән һуң, граждандарҙың мохтажлыҡтарын иҫәпкә алмай ғына барлыҡ категория граждандарына ла компенсация биреүҙе һорап халыҡтан күп кенә мөрәжәғәттәр килде. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов компенсацияны артабан түләү мөмкинлеген ҡарауҙы йөкмәтте. Республика Хөкүмәте тарафынан компенсация түләүҙе дауам итеү мөмкинлеген биреүсе килемдәрҙең өҫтәмә сығанаҡтары табылды.


Лилиә НУРЕТДИНОВА, Денис ҒИЛМАНОВ әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 091

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 644

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 510

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518