Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ер аҫтын биш бармағындай белә
Ер аҫтын биш бармағындай белә Сибайға ҡала статусы биргән тау-байыҡтырыу комбинатында хеҙмәт итеү беҙҙә иң абруйлы һәм лайыҡлы шөғөл иҫәпләнә. Әүәлдән бөтә Башҡортостанға киң билдәле Күсей ауылы егете Динар Хөснөтдинов та таусы һөнәренең ҡәҙерен белеп, үҙ эшенә яуаплы ҡарай.
Беренсе тапҡыр шахтаға төшкәндә 27 йәшлек Динар бригаданан тороп ҡалып аҙашыуҙан ҡурҡа. Күп кило­метрҙарға һуҙылған ер аҫты коридор­ҙарында бер үҙең ҡал әле, ҡурҡмаҫ ереңдән ҡурҡырһың. Ул мәлде хәҙер минең геройым көлөп хәтергә ала.
Егет Күсей тулы булмаған урта мәктәбен тамамлағас, Сибай ҡалаһы­ның 24-се һөнәрселек лицейында иретеп йәбештереүсе һөнәрен үҙләштерә. Диплом алғас, хеҙмәт юлын Магнитогорск металлургия комбинатында башлай, артабан хәрби хеҙмәткә алына, диңгеҙ пехотаһына эләгә. Был элиталы ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт итеүе менән ғорур­лана. Армиянан ҡайтҡан һалдат 2010 йылдың мартында Сибай ер аҫты руднигына быраулау ҡоролмаһы машинисы ярҙамсыһы булып урынлаша. Бер аҙ тәжрибә туплағас, үҙе машинист урынында эшләй башлай. Ауыр, яуаплы хеҙмәт ҙур физик көс, таһыл­лыҡ талап итә. Элекке морпex Динарҙа улар етерлек. Йәнә Күсей ауылы кешеләре өсөн тау эше – борондан яҡшы таныш шөғөл. Таусылар, алтын эҙләүселәр тураһында хикәйәттәр, риүәйәттәр, легендалар ишетергә теләһәң, Күсейгә кил. Бер риүәйәткә ярашлы, ер аҫты байлыҡтары хужа­бикәһе Алтынсәс нәҡ ошо яҡтарҙағы бер иҫке шахтала йәшәй, имеш. Ул үҙенең серҙәрен көслө, тырыш кеше­ләргә генә аса. Нимәнелер оҡшатмаһа, һәләк итеп ҡуйыуы ла ихтимал...
Шахтала эшләү хәүефле икәнлеген бында һәр кем яҡшы аңлай, шун­лыҡтан ер аҫтында тир түккәндәрҙән һәр саҡ уяулыҡ, иптәштәреңә ярҙам итеүгә әҙерлек, ышаныслы булыу талап ителә. Күсей егете Динар – нәҡ шундайҙарҙан. Әлеге көндә “Яңы Сибай”, “Аҫҡы ҡатлам”, “Ҡамаған” ятҡы­лыҡтары ер аҫты ысулы менән эш­кәртелгәнлектән, быраулаусылар бер урындан икенсеһенә күсеп йөрөп эшләй. Мыҡты кәүҙәле, ихлас йөҙлө Динар Хөснөтдиновты уларҙың бары­һында ла осратырға мөмкин, уны шахталарҙа белмәгән кеше юҡтыр. Уҙаман үҙенең эшенән бик тә ҡәнәғәт. Ауыр, яуаплы, әммә оҡшай, ти ул.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 617

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 413

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 491

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509