Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Икенсе йәшлеген кисерә
Икенсе йәшлеген кисерәСибай – республикала иң төҙөк һәм матур ҡалаларҙың береһе. Уны күптәр Урал аръяғының ысын баш ҡалаһы, рухи мәккәһе тип тә йөрөтә. Заманда ҡала баҡыр-цинк мәғдән ятҡылығын үҙләштереү маҡсатында төҙөлһә, бөгөн ул Көньяҡ Уралдың сәнәғәт, мәҙәниәт, сәнғәт, әҙәбиәт, мәғариф үҙәгенә әйләнде.
Тап бында республика һәм төбәк-ара “Ирәндек моңдары” йыр-моң бәйгеһе, “Ирәндек батыры” спорт фестивале, “Ҡымыҙ байрамы” кеүек киң танылған конкурстар үтә, тап ошо төбәктә Башҡортостандың халыҡ артистары – билдәле опера йырсыһы Светлана Арғынбаева, талантлы бейеүсе Зөлфиә Ҡудашева, сәхнә йондоҙо Эльвира Юнысова тыуып үҫкән. Донъяла киң билдәле топ-модель Ирина Шейктың да тамырҙары Сибай ҡалаһына килеп тоташа.
Һуңғы йылдарҙа Сибай тотош бер ҙур төҙөлөш майҙанын хәтерләтә. Әленән-әле күркәм йорттар ҡалҡа, юлдар төҙөкләндерелә, яңы эш урындары барлыҡҡа килә. Бөгөн ниндәй уй-хыял, маҡсаттар менән йәшәй сибайҙар? Уларҙы нимәләр борсой, шатландыра? Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Хәлит СӨЛӘЙМӘНОВ менән әңгәмәбеҙ ошо хаҡта.
Икенсе йәшлеген кисерә– Хәлит Хәмзә улы, Сибай – таусылар ҡалаһы. Әңгәмәбеҙҙе бөгөн ҡала иҡтисадына иң тос өлөш индергән Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты­ның Сибай филиалынан башлайыҡ әле. Комбинаттың хәле нисек?
– Тотороҡло, әлбиттә. Ысынлап та, Сибай хаҡында нисек кенә фекер йөрөтһәк тә, уның иң тәүҙә таусылар ҡалаһы булыуын оноторға ярамай. Ҡала ҡаҙнаһын тулылан­дырыуҙа уның өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Сәнәғәт етештереүенең дә иң ҙур күләме Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалына тура килә. Мәҫәлән, былтыр предприятие 1,45 миллион тонна файҙалы ҡаҙылма сығарҙы, 1,5 миллион тонна руда эшкәртте, 6,8 миллиард һумлыҡ тауар про­дукцияһы етештерҙе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йылдан-йыл мәғдән запасы кәмей бара, шуға күрә яңы ятҡылыҡтар асыу йүнә­ле­шен­дә лә маҡсатлы эш алып барыла. Ҡасандыр бөтә ил буйынса икенсе урынды биләгән Сибай карьерына бөгөн экскурсияға ғына барырға мөмкин. Мәғдән тәрәнерәк ҡатламдарҙан шахта ысулы менән сығарыла.
– Һуңғы ваҡытта Сибайҙа цемент заводы төҙөү тураһында һүҙ йөрөй. Кемдер уны төҙөүгә ыңғай ҡарашта булһа, икенселәрҙә экологик хәлдең торошо, ситтән эшсе ҡулдар килтереү ихтимал­лығы тәрән борсолоу тыуҙы­ра. Ғөмү­мән, сибайҙар өсөн цемент заводын төҙөү кәрәкме һәм уға ниндәй өмөттәр бағлана?
– Әлбиттә, кәрәк. Иң мөһиме – яңы эш урындары буласаҡ, йәнә бер ҡеүәтле сәнәғәт предприятиеһы барлыҡҡа килеүе ҡала иҡтисадына ыңғай йоғонто яһаясаҡ. Һәр яңы башланғыс төрлө фекер, уйҙыр­малар тыуҙыра, шунлыҡтан ҡала халҡы ара­һындағы имеш-мимеште ишетергә тура килеү – тәбиғи күренеш. Иң мөһиме – бөгөн экологик яҡтан хәүефле булған талаптарға яуап бирмәгән производство төҙөргә рөхсәт ителмәй. Шуға күрә сибайҙарға был йәһәттән хәүефләнергә урын юҡ, киреһенсә, ин­весторҙың ҡаланы үҙ итеүен теләргә ге­нә ҡала. Бөгөн инвесторҙар менән һөйлә­шеүҙәр алып барыла, предприятие төҙөлә ҡалһа, ул комбинаттың эзбизташ сығарыу карьеры янында урынлашасаҡ. Төҙөлөш ҡасан башланыр, әлегә билдәһеҙ.
– Башҡа сәнәғәт предприятиеларына килгәндә, улар хаҡында нимә әйтер инегеҙ?
– “Урал аръяғын иҡтисади яҡтан үҫтереүҙең уртаса сроклы комплекслы программаһы”на ярашлы, байтаҡ яңы предприятиелар асабыҙ. Мәҫәлән, быраулау реагенттары заводы эшләй башланы. Унда 175 кешегә эш урыны булдырылды, киләсәктә был күрһәткестең тағы ла артыуы көтөлә. Завод газ, нефть сығарыусылар өсөн төрлө ярҙамсы продукция, шулай уҡ юлдарҙың сифатын яҡшыртыуға тәғә­йенләнгән ҡатнашма етештерә.
“Башҡорт колбасаһы комбинаты” элекке ит комбинаты ҡеүәттәрен тулыһынса алмаштырҙы, тиһәк тә була. Унда тәүлегенә һигеҙ тонналыҡ 136 төр ит ризығы етеш­терелә. Артабан предприятие хәләл ит ризыҡтары әҙерләү буйынса ла эш башламаҡсы, был йәһәттән ҡуйсылыҡ менән шөғөлләнергә ниәтләйҙәр.
Ҡасандыр гөрләп эшләгән ҡеүәтле Сибай леспромхозы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, баҙар иҡтисады шарттарына яраҡлаша алманы. Уның урынында заманса ағас эшкәртеү цехы асылды. “Сибайпромлес” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ағасты ҡалдыҡһыҙ файҙаланыу технологияһын ҡулланып, ағас юнысҡыһы плитәләре сығарыу проектын ғәмәлләштереүҙе күҙ уңында тота. Сибай элеваторын һаҡлап ҡалыуға өлгәштек, бөгөн ул Силәбе өлкәһенең “СИТНО” компанияһы ҡарамағында. 2015 йылда ярты миллиард һум инвестиция һалынған, тулыһынса заманса техника менән йыһаз­ландырылған яңы тирмән сафҡа инде. Италияның “МИЛЛ СЕРВИС” фирмаһында етештерелгән ҡеүәтле ҡорамалда тәүлегенә 300 тонна иген эшкәртелә. Тирмәндә тартылған юғары һәм беренсе сортлы он төрлө төбәктәргә һатыуға оҙатыла. Ҡаты сортлы бойҙайҙан етештерелгән Сибай оно ҙур һорау менән файҙаланыла.
Элекке бетон-иҙмә заводы биләмә­һендә “Монолит” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте йылына 30 миллион дана продукция сығарыуға иҫәпләнгән кирбес һуғыу ҡоролмаһы урынлаштырҙы. Бөгөн тауарҙы һатыу, төҙөлөш материалдары баҙарында уның үҙ урынын табыу мәсьәләһен хәл итергә кәрәк.
– Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов урындарҙа бәләкәй һәм урта эшҡыуар­лыҡты үҫтереү, мөм­кин тиклем ярҙам итеү бурысын ҡуй­ҙы. Был йәһәттән Сибайҙа хәлдәр нисек? Ҡала ҡаҙнаһын тулылан­ды­рыу­ҙа улар­ҙың өлөшө ҙурмы?
– Әлбиттә, бәләкәй һәм урта эшҡыуар­лыҡ­тың ҡала ҡаҙнаһына индергән өлөшө уртаса 20 процент тәшкил итә. Беҙ үҙ эшен асҡандарға һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙербеҙ.
Һуңғы йылдарҙа, мәҫәлән, эшҡыуарҙарға төрлө сығанаҡтарҙан 70 миллиондан ашыу субсидия бүленде. Сибайҙа “Урал аръя­ғы­ның эшлекле донъяһы” бизнес үҙәге уңыш­лы эшләй. Улар муниципаль, республика һәм федераль программаларҙа даими ҡатнаша, төрлө гранттар яулай.
– Һуңғы ваҡытта һәр район үҙ брендын булдырыу буйынса эш башланы. Сибай ҡалаһы бренды кимәленә күтә­рерлек нимәләрҙе атарға мөмкин?
– Алдан әйтеп үткәнемсә, күптән инде Сибай оно үҙенең сифатлы һәм туҡлыҡлы булыуы менән бренд кимәленә күтәрелде. Шулай уҡ беҙҙең йәшмә республикала ғына түгел, хатта сит илдә лә киң танылыу яуланы. Унан етештерелгән төрлө сувенир­ҙарҙы республика, Рәсәй һәм сит ил ҡу­наҡтары яратып һәм ҙур ҡыҙыҡһыныу менән һатып ала. Беҙҙә тәбиғи таштарҙан юғары зауыҡлы эксклюзив әйберҙәр яһау буйынса үҙ эшен асҡан эшҡыуарҙар етерлек. Мәҫә­лән, Дамир Девятовтың “Девятов и Ко” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте оҫталары флоренция мозаикаһы стилендә ҡаты таш­тарҙан иҫ киткес мөғжизәләр тыуҙырыу һәләтенә эйә. Павел Лазарен­ковтың “Сибай йәшмәһе”ндә, нигеҙҙә, сувенирҙар эшләү менән шөғөлләнһәләр, Сергей Чупковтың “Каро” оҫтаханаһында үҙебеҙҙәге агат, лазурит, йәшмә, опалдан күҙҙең яуын алырлыҡ биҙәүестәр яһала. Төрлө таштарҙан ҙур зауыҡ менән эшләнгән был уникаль әйбер­ҙәр республикала ғына түгел, хатта Мәскәү, Санкт-Петербург, Түбәнге Новгород ҡалала­рында үҙ клиенттарын тапҡан. Күҙ ҡамаш­тырырлыҡ, ҙур оҫталыҡ менән эшләнгән картиналарҙың хаҡы яҡынса 170 меңдән алып миллион һумғаса иҫәпләнә. Сибайҙың йәнә бер бренды булырлыҡ, данын киң таратырлыҡ емеше – сейә күп беҙҙә. Йыл һайын ул емерелеп уңа, ситтән килеп, халыҡтан арзан хаҡҡа һатып алалар, йөк машиналары тултырып алып китәләр. Үҙебеҙҙә үҫкән емеште эшкәртеп, һут, ҡайнатма, компот консервалары етештереү буйынса үҙ эшен асырҙай кешеләр эҙләйбеҙ, уларға ярҙам ҡулы һуҙырға әҙербеҙ. Беҙҙә ҡала һәм төбәк бренды булырҙай әйберҙәр бар, уларҙы күтәреү, пропагандалау талап ителә.
– Һуңғы йылдарҙа Сибай ҙур төҙө­лөш майҙанын хәтерләтә...
– Тулыһынса килешәм, ысынлап та ҡалала төҙөлөш әүҙем бара. Һуңғы биш йылда ғына күп ҡатлы 70-тән ашыу йорт файҙаланыуға тапшырылды. Адреслы федераль программаға ярашлы, республикала тәүгеләрҙән булып халыҡты авария хәлендәге йорттарҙан күсереп бөттөк. Был маҡсатта 1 миллиард 19 миллион 469 мең һум аҡса тотонолдо, авария хәлендәге күп ҡатлы 87 йорт һүтелеп, уларҙың урынына 37 мең квадрат метр майҙанлы торлаҡ файҙаланыуға тапшырылды, 1 мең 722 ке­ше яңы фатирға күсте. Уҙған быуаттың 50–60-сы йылдарында һалынған биҫтәләр танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе, яңырҙы. Сибай хәҙер үҙенең икенсе йәшлеген кисерә, тиһәк тә була.
– Әйткәндәй, ҡала үҙәгендә, Зәки Вәлиди урамында һүтелгән йорттар урынына яңылары төҙөләсәкме, әллә башҡа объекттар төҙөү планлаштырыламы?
– Әлегә был йорттарҙың урыны таҙар­тыла, уныһын да үҙ көсөбөҙ менән баш­ҡара­быҙ. Артабан унда күп ҡатлы йорттар төҙөү планлаштырыла. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер урындар бик тар – уларҙы конкурс буйынса эшҡыуарҙарға тәҡдим итәбеҙ. Бер-ике йылдан Зәки Вәлиди урамында байтаҡ яңы йорт, башҡа биналар ҡалҡып сығасаҡ.
– Ҡалаға халыҡ күпләп күсеп килә, торлаҡҡа можтажлыҡ арта. Шәхси йорт төҙөү өсөн ергә, социаль торлаҡ буйынса фатир алыуға сиратҡа баҫҡан­дарҙың һаны ла йылдан-йыл арта. Был тәңгәлдә хәлдәр нисек?
– Бөгөн шәхси йорт һалыуға ер биләмәһе алыу өсөн 1300 кеше ташламалы исем­лектә тора. Аукцион аша ер участкалары һатып алырға теләгәндәр ҙә бихисап. Әммә ҡаланың шәхси йорттар һалыу өсөн тәғә­йенләнгән ер ресурстары юҡ. Килеп тыуған хәлде ыңғай хәл итеү маҡсатында Баймаҡ районы етәкселеге менән һөйләшеү алып барыла. Социаль торлаҡҡа килгәндә, әле 72 фатирлы йорт төҙөү планлаштырыла. Әгәр уны тормошҡа ашыра алһаҡ, бюджет өлкәһендә эшләгән байтаҡ кеше торлаҡлы булыр ине.
– Ҡаланың төп проблемаларына килгәндә...
– Әлбиттә, иң тәүҙә юлдар мәсьәләһен билдәләр инем. Ҡала урамдарына байтаҡ асфальт түшәйбеҙ, тротуарҙарҙы ремонт­лайбыҙ, әммә ныҡ туҙған, асфальт һалын­маған урамдар күп әле. Ҡалала яңы предприятиелар асыу өсөн электр энергияһы етмәй. Бөгөн энергетика өлкәһенә инвес­торҙар йәлеп итеү буйынса һөйләшеүҙәр алып барабыҙ. Өҫтәп кәмендә 30 мегаватт күләмендәге яңы энергетика ҡеүәттәре кәрәк.
– Республика Башлығының “100 йыл­лыҡҡа – 100 объект” тигән тәҡ­димен күтәреп алып, сибайҙар нимәләр эшләргә йыйына?
– Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы айҡанлы эш планы ҡабул иттек. Уға ярашлы “Сибай ҡалаһының 100 шәхесе” проектына старт бирелде. Күренекле шәхестәребеҙ исемлеген тәүгеләрҙән булып мәғдән тапҡан Исхаҡ Мотаевтан башлап, уны күп данлыҡлы төҙөүселәр, таусылар, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәт өлкәһе хеҙмәткәрҙәре дауам итер. Аныҡ объект­тарға килгәндә, беҙ Сибай филармония­һының янғында ҙур зыян күргән бинаһын реконструкциялап, йәнә башҡа бина-ҡоролмаларҙы сафҡа индермәксебеҙ.
– Яңыраҡ Сибайҙа “Башҡортостан” гәзитенең 100 йыллыҡ юбилейы уңайы­нан бик матур сара булды. Уны үткәреү­ҙә ҙур ярҙам күрһәткәнегеҙ өсөн һеҙгә редакция исеменән оло рәхмәт. Баҫма­ны оҙаҡ йылдар уҡыусы һәм алдырыу­сы булараҡ, гәзит хаҡында фе­кер­ҙә- регеҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине...
– Үҫмер йылдарымдан уҡ “Совет Башҡортостаны” гәзитен уҡып үҫтем. Ул осорҙа гәзиттең тәүге битендә төрлө райондарҙан сәсеү, ураҡ барышы, ит һәм һөт етештереү буйынса хәбәрҙәр бирелә ине. Мин шуларҙы ҡарап, үҙебеҙҙе башҡа райондар менән сағыштыра торғайным. Бигерәк тә үҙ-ара ярышҡан Баймаҡ менән Илештәге хәлдәрҙе күҙәтергә яраттым. Бөгөн гәзиттә тап шундай мәғлүмәттәр әҙерәк, рәсми хрониканың етешмәүе лә күп осраҡта уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра. Интернет, телевизорҙы һәр саҡ ҡарап ултырып булмай, ваҡытлы матбуғат менән һәр көн иртән танышып сығыу ҡанға һеңгән. Ауыл эшсәндәрен һүрәтләгән, фермерҙар­ҙың эшен тәрәндән яҡтыртҡан, проблема­ларҙы ҡыйыу күтәргән мәҡәләләр күберәк булырға тейеш, тип һанайым. Респуб­ликабыҙ тарихы менән йәнәш атлаған “Башҡортостан” гәзитен бер быуатлыҡ юбилейы менән ҡотлайым, киләсәктә уның уҡыусыларының күбәйеүен, халыҡсан, уҡымлы баҫма булып ҡалыуын теләйем.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 091

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 644

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 510

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518