Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сирләһәң, эшкә сығырғамы?
Халыҡҡа эш һәм ойошмаларға персонал табып биреү буйынса тикшеренеү алып барған HeadYunter хеҙмәте Башҡортостанда яңы эш урыны эҙләүселәрҙең сирләүгә ҡарата мөнәсәбәтен асыҡлаған. Улар: “Сирләгән осраҡта эшкә сығаһығыҙмы, әллә бюллетень алырһығыҙмы?” тигән һорауға яуап биргән.
Асыҡланыуынса, респонденттар­ҙың 53 проценты, иртән торғас сир­ләгәндәрен һиҙһәләр, шунда уҡ дарыу эсәләр һәм... барыбер эш урындарына ашығалар. Тағы ла 21 проценты өйҙә ҡала, ләкин “алыҫтан тороп” эшләүгә күсә, йәғни хеҙмәт задание­һын үтәүҙе дауам итә. 18 проценты, отгул алып, бер-ике көн дауаланып алырға ҡарар итә, фәҡәт һигеҙ процент хеҙмәткәр генә дауаханаға барып бюллетень яҙҙырасаҡ.
Ә хеҙмәттәштәренең мөнәсәбәте нисек? Баҡһаң, коллективтың 45 проценты сирләп тә эшендә йөрөгәндәргә ҡарата ризаһыҙлыҡ белдерә икән. Тағы ла 37 проценты был хәлде аңлап ҡабул итә, 18 проценты вайымһыҙ ҡаласаҡ.
Сырхау килеш тә эшен ҡалдыр­маҫҡа тырышҡандарҙың 44 проценты был ҡылыҡтың сәбәбен матди хәлгә ҡайтарып ҡалдыра, сөнки сирләгән осраҡта эш хаҡы кәмерәк буласаҡ. 41 проценты үҙ бурыстарының ҡатмарлы икәнлегенә һәм уларҙы башҡа бер кем дә башҡара алмаясағына һылтана. 35 проценты, мәҫәлән, һыуыҡ үткәреүҙе эш ҡалдырырлыҡ сәбәп тип тапмай. 18 проценты түрәһенең ризаһыҙлыҡ белдереүенән шөрләй.
– Хәҙерге заманда технологиялар үҫешһә лә, күпселек ойошмаларҙа хеҙмәт бурысын үҙ йортоңда ултырып ҡына башҡарыу мөмкинлеге булһа ла, етәкселәр быны бик аңлап ҡабул итә һалмай, – ти HeadYunter хеҙмә­тенең Башҡортостандағы матбуғат хеҙмәте етәксеһе Ольга Ғибаҙуллина.
Шул уҡ ваҡытта респонденттарҙың 51 проценты уларҙың сирләү-сирлә­мәүе етәкселек өсөн барыбер тип иҫәпләй. Ә 23 проценты раҫлауынса, етәкселәр сирләп киткәндәргә эшкә килеүҙе тыя һәм бер-ике көнгә отгул бирә. 17 процент хеҙмәткәр сирләп киткән саҡта ла түрәнең эшкә сығыуҙы талап итеүен белдерә. Тик туғыҙ проценты ғына үҙ етәксеһенең был осраҡта тейешле тәртипте күҙәтергә, йәғни бюллетень яҙҙыртып алырға күрһәтмә биреүе тураһында әйткән.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 812

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 933

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840