Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡартлыҡтағы бәхет
Ҡартлыҡтағы бәхет Ҡәйнәм Әминә Сафа ҡыҙы Мәһәҙиева быйыл 80 йәшлек юбилейын билдәләй. Бик оҙон ғүмер был. Эш теҙелеп үткән йылдар һанында ғына түгел, ә уның йөкмәткеһендә, ниндәй мәғәнә һалыныуында, ниндәй ынтылыштарҙан һәм кисерештәрҙән туҡылыуында.
Баймаҡ районының Байрамғол тигән матур исемле ауылында донъяға килгән ул. Тыуған ауылында йырлап торған исеменән башҡа ҡыуанып телгә алырлыҡ бер ни ҙә юҡ. Алты ғына айлыҡ сағында атаһы ауырып үлеп ҡала. Әсәһе хаҡындағы хәтирәләр ҙә йәлләткес һәм ҡыҙғаныс: “Колхоз эшендә арманһыҙ булып арып ҡайта ла, аяҡтары һыҙлау­ҙан илап, йоҡлап китә алмай ыҙалай торғайны”. Үҙе көндәр буйы өйҙә бикле ултыра – булған ғына кейем берҙән-бер апаһы Йәмиләнең өҫтөндә.
Шул арала ауылдары бөтөрө­лөп, Муллаҡайға күсәләр. Ауырлыҡ менән көткән тормоштары тағы күпме шулай дауам итер ине икән, әгәр ҙә апаһы кейәүгә сығып, әсәһе менән һеңлеһен Түбә ҡасабаһына күсереп алмаһа? Бик тәүәккәл булып сыға апаһы, шахтаға эшкә урынлашып, ирҙәр менән бер ҡатарҙан руда сығара. Көнлөк нормаһын 200-250 процентҡа үтәп, алдынғы забойщик тигән даны сыға, район советы депутаты итеп һайлана. “Апайым миңә әсәй ҙә, атай ҙа булды, – ти ҡәйнәм. – Ас та итмәне, яланғас та йөрөтмәне, уҡытты ла”.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, апаһы ирҙән уңмай – ҡулында телһеҙ булып тыуған сабыйы бар килеш айырылырға мәжбүр була. Һуңынан зәғиф балам кемгә кәрәк тип, оҙаҡ йылдар тормошҡа сыҡмай. Улына 20 йәш тулғас ҡына Зиннур Сәфәрғәлин исемле алты балалы тол иргә барып, уның өс улы менән өс ҡыҙын ҡарап үҫтерә, башлы-күҙле итә. Был да Йәмилә инәйҙең тәбиғәте менән ҡаһарман йөрәкле кеше булыуын йәнә бер иҫбат итә.
Ә ҡәйнәм мәктәпте тамамла­ғандан һуң, Өфөлә китапханасылар курсын бөтөрә. Шунан Ҡолсора ауылында хеҙмәт юлын башлай. Ике йылдан Темәс егете Бикйән Әбделғәлим улы менән ҡауышып, ошо ауылға килен булып төшә. Ғүмеренең иң ҡәҙерле йылдары Темәстә үтте тип иҫәп­ләй ул. Дәртләнеп донъя ҡор­ған, ғәзиз балалары тәпәй баҫҡан ер, тәүге тапҡыр әсәй булыу бәхетен кисергән, өләсәй булыу шатлығын тойған мәлдәр, матур йәш сағының мәңге уңмаҫ-юйылмаҫ сағыу иҫтәлектәре булып, әле лә күңелен йылытып, яҡтыртып тора. Ҡайным менән икеһенең иртәнән кискә тиклем эшләп, хеҙмәттән йәм тапҡан көслө, күркәм мәлдәре лә шунда була.
24 йылдан ашыу Темәс ауылы китапханаһы мөдире була ул үҙе. Яратып, бөтә күңелен биреп эшләй. Китап фонды бик ҙур була. Халыҡтың мөкиббән китеп китап уҡыған осоро бар ине шул: йәше-ҡарты әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһына, әҙәби геройҙарға оҡшарға тырыша. Аҙна һайын ауыл клубында китап уҡыусылар конференциялары, әҙәби уҡыуҙар үткәрелә, китап күргәҙмәләре, яҙыусылар менән осрашыуҙар ойошторола. Стена гәзиттәре, боевой листоктар сығарыла. Шунда уҡ ҡәйнәм ҡумыҙсылар түңә­рәге ойоштороп ебәрә. Агитбригада менән көндөҙ ялан батыр­ҙарына концерт ҡуйырға сығып китәләр, кистәрен күрше ауыл­дарҙа сығыш яһайҙар. Илһамлы хеҙмәте юғары ба­һалана уның. 1976 йылда Әминә Сафа ҡыҙы Мәһәҙиева Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.
Сәмле эш менән үткән йылдарын ул һәр ваҡыт һағынып иҫкә ала. “Гөрләтеп эшләп йөрөүең үҙе бер бәхет бит”, – ти ул. Был һүҙҙәрендә элекке хеҙмәт кешеһен данлаған осорға маҡтау ҙа, йәштәрҙе эшһеҙлектән йон­сотҡан бөгөнгө заманға әсенеү ҙә бар.
Ҡайным 15 йәшенән элемтәсе булып эш башлай. Һуңынан уны юғары вольтлы электр селтәр­ҙәре ойошмаһына эшкә саҡы­ралар. Ҡайҙа сым өҙөлгән, ҡайҙа ут һүнгән, шунда йүгерә. Ямғыр, буран тимәй, бағана башына менә. Тәбиғәте менән тынғыһыҙ йән үҙ хужалығында ла һәр нәмәгә өлгөрә. “Йә баҡса үҫтерергә керешеп китер ине, ҡуян да көттө, бал ҡорттары аҫраған сағы ла булды. Күркә лә үрсетте. Ныҡ ҡыҙыҡһыныусан кеше ине. Улдарын да эшкә өйрәтте, хеҙмәт тәрбиәһе бирҙе”, – тип иҫкә ала ирен ҡәйнәм. Хәйер, хеҙмәт тәрбиәһе булмаһа, биш малайҙы үҫтереп ҡара!
“Шул хәтлем ҡулсыр булдылар, күҙгә инеп барырҙар ине, – тип хәтерләй ҡәйнәм улдарының бала сағын. – Кейемдәрен алмаштырып ҡына сығып китәһең, ҡайтыуыңа бысранып бөткәндәр, өйҙөң аҫты-өҫкә килгән. Ултырып иларҙай саҡтарым булды. Үҫә төшкәс, аңланылар. Мин эштән килеүгә өйҙө йыйыштырып, һыу ташып ҡуйырҙар ине. Әле генә һымаҡ ҡолонсаҡтарымдың урам тулып йүгереп йөрөгән саҡтары!”
Малайҙар – Сәлимйән, Ғаяз, Нияз, Ғәлимйән, Фаяз – аллы-артлы үҫеп етә. Ауылдағы барса бала-саға кеүек, бөтә эште күмәк­ләп башҡаралар, бер-береһен ҡарап, ҡурсалап өйрәнә­ләр. Айырыуса ҡайным алыҫҡа эшкә киткәс, әсәгә улдары терәк тә, ярҙамсы ла була.
Ҡайнымдың Краснодар өлкә­һенә эшкә сығып китеүе – айырым тарих, әммә уға туҡталмай булмай. Сөнки ғаиләнең тормошона ҙур йоғонто яһаған ваҡиға ул. Эш шунда: ҡәйнәмде астма сире яфалай башлай. Табиптар уға диңгеҙ һауаһын тәҡдим итә. Ҡайным менән икәүләп, йыл аша тигәндәй, ул ваҡыттағы союздаш республикаларҙа урынлашҡан шифаханаларға йөрөп торалар. Шулай сираттағы дауаланып ҡайтыуҙың файҙаһы тейгәндәй булғас, ҡайным Ҡара диңгеҙ буйында урынлашҡан Геленджик ҡалаһына барып төҙөлөшкә эшкә урынлаша һәм өс йылдан өс бүлмәле фатир алып, ғаиләһен шунда күсерә. Хәйер, был ваҡыт­та улдарының өлкәндәре инде башлы-күҙле булып, үҙ ояларын ҡорған, Ғәлимйән менән кинйә­ләре Фаяз ғына яндарында була.
Мин килен булып төшкәндә, улар әле шунда йәшәй ине. Ҡайным ауылда өйрәнелгән ғәҙәте буйынса туғыҙ ҡатлы йорт эргәһендәге буш ятҡан ерҙә картуф үҫтерә ине, сейә, черешня, алмағас ултыртҡайны. Ете йылға яҡын ғүмер итә улар Геленджикта, әммә балалары өйҙән сығып китеп бөтөп, икәүҙән-икәү ҡалғас, һағыш баҫа башлай. Бигерәк тә ҡәйнәм тыуған яғын һағыныуҙан үҙәге өҙөлә. Яр буйына сығып, диңгеҙ шауына ҡушылып илап йөрөп ҡайта торғайным, ти ул. Үлгәс, сит-ят ерҙә ятып ҡалыуҙан ҡурҡа. Шулай итеп, ҡәйнәмдең һаулығы яҡшырғас, кире Башҡор­т­останға күсеп ҡайталар.
2002 йылда ҡайным баҡый­лыҡҡа күсте... Ә ҡәйнәм бына 20 йылға яҡын Сибайҙа йәшәй. Тыуған яғына ҡайтҡас, уның, әйтерһең дә, икенсе һулышы асыла. Төрлө мәҙәни сараларҙа ҡатнаша, концерт­тарҙа моңло итеп халыҡ йырҙарын башҡара. Никах йортонда эшләп килгән “Мәҙхиә” клубының әүҙем ағзаһы булараҡ, башҡорт халыҡ йолаларын һаҡлауға, уларҙы тара­тыуға һәм үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерергә тырыша. Һабан­туйҙарҙа тирмәләрҙе йыһазлан­дырыуға ҙур ихласлыҡ менән көсөн һала. Бер нисә йыл рәттән Мәскәү ҡалаһында үткә­релгән һабантуйҙарҙа ҡатнашты. Тыуған мөхиттә йәшәүҙең рәхәтен татып, кинәнеп көн итә. Балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә аҡыл-кә­ңәштәрен биреп, белгәндәрен өйрәтергә тырыша. Көндәлек иң ябай, иң ялҡытҡыс ваҡ эштәрҙе лә матур итеп эшләй белә торған сифаты бар уның. Шулай уҡ уларға ҙур яуаплылыҡ менән ҡарай белеүе лә һоҡландырғыс. Һөйләр һүҙен дә бик уйлап, урын-еренә еткереп әйтә белә.
Һигеҙ йыл элек Сәйғәфәр ауылынан Уйылдан Муллахәлит улы Кәримов менән тормошон бәй­ләне ул. Шунан бирле хәҙер инде 10 балаға терәк-таяныс булып, уларҙың шатлыҡтарына һөйөнөп йәшәп ятыуҙары. Икеһе лә дин юлында, Сибайҙа ла, ауылда ла төрлө сараларҙа көтөп алынған хөрмәтле кешеләр. Ҡартлыҡ бәхете тап шулай булалыр ҙа. Ҡәйнәм уға бик лайыҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 173

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 892

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840