Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡумыҙ телендә һөйләшкән төбәк
Ҡумыҙ телендә һөйләшкән төбәкБашҡорт халыҡ музыка ҡоралы булған ағас һәм ҡыл ҡумыҙ Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш райондарында һаҡланып ҡалыуы менән билдәле. Ә донъяға уны Мәсетле районы танытты тиергә лә мөмкин.
Мәҫәлән, бер арауыҡта юғал­ған музыка ҡоралы булып һа­нал­ған ағас ҡумыҙҙың өлгөһө лә ошо районда табылған тип иҫәпләнә. Оҙонлоғо – 17, киң­леге 1,5–2 сантиметр, ҡа­лын­лы­ғы ике миллиметр булған яҫы ҡаты ағас киҫәгенән ябай ғына төҙөлөшлө музыка ҡора­лын Ғүмәр ауылында йәшәгән Кәфиә Ғарипова һаҡлап ҡалған була.
Ә төбәктең арҙаҡлы улы Роберт Заһретдинов тырышлығы менән 2007 йылда ҡумыҙҙа уйнаусылар һәм өҙләүселәрҙең республика фестивале үткә­релә башлай. Ике йылдан был бәйге төбәк-ара кимәленә сыға. Унда Мәскәү, Һамар, Силәбе, Ырымбур, Свердловск, Кемерово өлкәләренән, Яҡут һәм Тыва республикаларынан өс йөҙҙән ашыу ҡатнашыусы йыйыла. Улар шулай уҡ райондың төрлө ауылдарында ла сығыш яһай.
Ҡумыҙ телендә һөйләшкән төбәкЛәкин музыка ҡоралын танытыу бының менән генә тамамланмай. 2010 йылда Роберт Заһретдинов йәнә бер бүләк яһай – районда ҡумыҙ музейы асыла. Хәҙер ул Мәсетле районының тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейына инә. Халыҡ ҡарамағына унда бай тупланма йыйылған. Был йәһәттән 65 төрлө ҡумыҙҙы һәм башҡа халыҡтарҙың уға оҡшаш музыка ҡоралдарын теләгән берәү ҡарай ала. Шулай уҡ унда ҡумыҙҙың тарихына ҡағы­лышлы ике йөҙләп экспонат һаҡ­лана. Улар араһына ау­дио-, видеокассеталар, дисктар, фотоһүрәт­тәр, методик һәм ғилми әҙәбиәт инә. Өҫтәп шуны ла әйтергә кәрәк: Башҡор­тостанда был берҙән-бер Ҡумыҙ музейы.
Ошо районда тыуып үҫкән Миңлеғәфүр Зәйнетдинов та ҡумыҙҙы танытыу эшен әүҙем алып бара. “Донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы” тигән исемен дә бит тик ятып ҡына яуламаған ул. Халыҡ-ара фестиваль һәм бәйгеләрҙә ҡатнаша, төрлө өлкәләрҙә концерт, лекциялар менән сығыш яһай, балалар фольклор төркөмдәре ойоштора.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 173

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 892

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840