Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мин ни өсөн “Башҡортостан” гәзитен алдырам?
Гөлфиә ЮНЫСОВА, Башҡортос­тандың халыҡ шағиры:
Мин ни өсөн “Башҡортостан” гәзитен алдырам?– “Башҡортостан” (унан алдағы исеме “Совет Башҡортостаны”) гәзите ғүмерем­дең балҡып торған нуры, яҡындарҙан-яҡын уҡытыусы-тәрбиәсем, серҙәш ду-­ ҫым, үҙемде белә башлағандан алып минең яҙмышымда ул. Тәүҙә гәзиттәге ҙурыраҡ хәрефтәрҙе танырға, аҙаҡ ҡу­шып уҡырға өйрәндем. Һәр өйгә көтөп алған ҡунаҡ булып килеп торҙо гәзитебеҙ. Үҫә килә, аң-зиһен офоҡта­рымды киңәй­тергә ярҙам итте. Башҡор­тостаны­быҙ­ҙағы хәл-ваҡиғалар, ҡы­ҙыҡлы, фәһемле яҙмышлы кешеләр, дан ғаиләләр, алдын­ғы хеҙмәт коллективтары, мәҙәниәт, фән, сәнәғәт яңылыҡ­тары, сәнғәт оҫталары менән таныш­тырҙы. Уның матурлыҡ, изгелек, хаҡлыҡ, илһөйәрлек тойғолары тәрбиә­ләүҙәге роле баһалап бөткөһөҙ.
Әҙәбиәткә, журналистикаға ҡыҙыҡ­һыныу уятҡан, унда үҙемдең дә ҡатна­шыу теләгемә фатиха биргән әйҙәүсем дә – ошо гәзитебеҙ. Уҙған быуаттың 60-сы йылдар уртаһынан алып уның биттәрендә күпме шиғри шәлкем­дәрем, мәҡәләләрем донъя күрҙе. Ижади тормошома арналған күпме әңгә­мәләр, очерктар баҫылып сыҡты. Ярты быуатҡа яҡын дауам иткән журналислыҡ хеҙмәтем дә тап ошонда, “Башҡортостан”да, башланды бит. Хаҡлы ялда булһам да Матбуғат йорто – минең өсөн иң ҡәҙерле, иң яҡын урын. Әле булһа “Башҡортостан”дың әүҙем авторымын, шуға ҡыуанам.
Шуныһы ҡыуаныслы: “Башҡортостан” гәзите аша бөгөн дә Башҡортос­таны­быҙҙың йөрәге тибешен, заман һулышын тоябыҙ. Республикабыҙҙың төп баҫмаһы – халҡыбыҙ өсөн йәшәү ориентиры ла, аҡыл-зиһен, илһөйәрлек, намыҫлылыҡ, әҙәплелек хис-тойғоларын дөрләтеп ебәр­гән илаһи үҫеш сығанағы ла. Гәзит­тең ниндәйҙер һанын уҡый алмай ҡалын­һа, нимәлер етмә­гән һымаҡ, күңел боша башлай. “Башҡор­тостан” аша үҙебеҙҙең район-ҡа­ла­ларыбыҙҙа ғына түгел, күрше өлкәләрҙә, Мәскәүҙә, донъяла барған хәл-ваҡиғалар, сәйәсәт, мәҙәниәт, сәнғәт һәм башҡа өлкәләрҙәге яңылыҡтар менән таны­шабыҙ, тарих төпкөлдәренә сәйәхәт ҡылабыҙ. “Башҡор­тостан” – туған теле­беҙҙе, йолалары­быҙҙы һаҡларға яр­ҙам итеүсе, бөйөк һәм күренекле шәхес­тәребеҙҙе күтәреүсе, иң алдынғы, иң шәп тормош хеҙмәт тәж­рибәләре менән ур­таҡ­лашыусы, миллә­тебеҙҙең рухи үҫе­шендә ҙур роль уйнаусы, алмаштырғыһыҙ рухи сығанағыбыҙ ул.
“Башҡортостан”ыбыҙҙың ҡәҙерен бе­лә­йек, йәмәғәт! Яҙылайыҡ, уҡыйыҡ, йә­шәтәйек уны. Хәҙерге көрсөк осоронда республика баҫмалары өсөн дә еңел тү­гел. Тираж­дарҙың кәмеүе йөрәкте һыҙ­лата. Бер ниндәй Интернет та, теле­ви- дение ла рәхәтләнеп, яйлап, үҙең теләгән ваҡытта, үҙеңә уңайлы урында ҡыш­тырлатып гәзит-журнал уҡыуҙы алмаштыра алмай. Хаҡы ла, заманына ҡарап, әллә ҡайҙа китмәгән: ярты йыл­лыҡҡа яҙылыу бәләкәйерәк табын ҡороу­ҙан да күпкә осһоҙораҡ бит. Өй тулы ҡиммәтле йыһаз, ғаиләләрҙә бер генә түгел, хатта ике-өс машина булыуы һәйбәт күренеш, әлбиттә. Тик уларҙың хужаларына рухи аҙыҡ та кәрәк бит. Яңы килгән гәзитте тотоп, унда ниҙер яҙыл­ғанын уҡыр өсөн өйгә ашығыу үҙе үк күңелгә күпме ҡыуаныс бирә.
Башҡортостан – халҡыбыҙ өсөн иң яҡын, иң ҡәҙерле, иң ғәзиз төшөнсә. Был изге һүҙ – республикабыҙҙың һәм милләтебеҙҙең төп рухи сығанағы булған гәзитебеҙҙең дә исеме. Ә инде уларҙы һәр саҡ бар итеү һәм дан итеү – һәр беребеҙҙең мөҡәддәс бурысы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840