Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хеҙмәттәшлегемә – ярты быуат
Республикала “Башҡортостан” гәзитенең 100 йыллыҡ юбилейына арналған тәүге сара беҙҙең төбәктең баш ҡалаһында – Сибайҙа – үткәрелде. “Башҡортостан” беҙҙән башлана” исемле күркәм кисәлә мин дә ҡатнаштым һәм Баймаҡ районы делегацияһы составында драма театры сәхнәһенә күтәрелдем. Башҡортостандың төп милли баҫмаһы тураһында күп хуплау һүҙҙәре, изге теләктәр әйтелде. Мин дә иҫтәлекле хәтирәләрем менән уртаҡлашмаҡсымын.
Яратҡан гәзитем менән бына 50 йыл инде хеҙмәттәшлек итәм, уның штаттан тыш хәбәрсеһе лә булдым. 1993 йылда гәзиттең 75 йыллығына ҡарата сығарылған буклетта иң әүҙем авторҙар исемлегенә индерелгәнмен (Баймаҡ ҡалаһы һәм районынан берҙән-бер кеше булараҡ), махсус бүләк тә тапшырҙылар. Ә 2010 йылда гәзиттең Рәсәйҙә иғлан ителгән Уҡытыусы йылына арнап үткәрелгән “Һөйөү һалдың кескәй йөрәгемә...” ижади конкурсында беренсе урынды яуланым. Ошо уҡ йылда “Тубырсыҡ” ҡушымтаһындағы “Минең сабыйым” фотобәйгеһендәге уңыштары өсөн ейәнсәрем Элина менән ейәнем Тимур ҙа лайыҡлы бүләкләнде. Редакцияның Маҡтау грамотаһын, гәзит ойошторған шахмат конкурстарында еңгән өсөн тапшырылған китаптарҙы ҡәҙерләп һаҡлайым. 2012 йылда “Башҡортостан”да миңә тағы бер хөрмәт күрһәтелде: Илдар Ғәбитовтың кроссвордында һүрәтем баҫылды (гәзит уҡыусылар район журналистары араһынан Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премияның беренсе лауреатын билдәләргә тейеш ине).
Алтмыш йәшемә ҡарата яҙылған очерктың да (2000 йыл, авторы – коллегам мәрхүм Тәфтизан Ушанов) тап “Башҡортостан”да сығыуы минең өсөн ҙур ғорурлыҡ, онотолмаҫ бүләк булды. 2015 йылда иһә “Башҡортостан” 75 йәшлек юбилейым уңайынан Мәүлиҙә Яҡупованың “Журналист ағай” тигән күләмле мәҡәләһен баҫты. Ул унда бер туған ҡустым, Баймаҡтың билдәле журналисы, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Хәйризаман Үтәев менән төплө әңгәмә ҡорған. Әйткәндәй, ошо яҙма М. Яҡупованың быйыл “Китап” нәшриәтендә баҫылған “Там, где перышко стало пером” китабына ла индерелгән. Китап тигәндән “Башҡортостан” минең “Гәзит – тормош көҙгөһө. Жизнь – газетной строкой” исемле йыйынтығым (Баймаҡ, 2007) сығыуына ла ярҙам итте. Был журналист яҙмаларында Баймаҡ район гәзиттәрендә, республика баҫмаларында донъя күргән мәҡәләләрем ике телдә баҫылған. Шуларҙың байтаҡ өлөшө – 27 хәбәрнамә – “Башҡортостан”дан.
Эйе, мин абруйлы гәзиттең хәбәрсеһе булғаныма ғорурланам, байтаҡ журналистары менән яҡындан таныштым, хеҙмәттәшлек иттем. Улар тураһында матур хәтирәләр һаман да онотолмай. Бер нисәһен һанап үтәйем: Йылайыр районынан яҡташтарым Кинйәғәле Амантаев (уның ҡатыны – башҡорт телен камил белгән, “Башҡортостан”да өлкән корректор булып эшләгән Тамара еңгәй Тимофеева), Сәлмән Ярмуллин, шулай уҡ Иғдислам Мырҙабаев, Аҫылғужа Баһуманов, Ғәтиәт Үзбәков, Азат Байсурин, Ирек Кинйәбулатов, Шәйхислам Айсыуаҡов, Фәүзиә Иҙелбаева, Ильяс Иҫәнбаев һәм башҡалар.
Уҡытыусым, оҙаҡ йылдар гәзиттең үҙ хәбәрсеһе булып эшләгән Ильяс ағай менән бигерәк тә яҡын булдыҡ, командировкаларға бергә йөрөнөк, уй-фекерҙәребеҙ уртаҡ ине. Әйткәндәй, юғарыла телгә алынған конкурсҡа ебәрелгән мәҡәләмдең бер геройы Ильяс Иҫәнбаев үҙе ине. 1982 йылда мин Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премияға тәҡдим ителгәс, ул “Башҡортостан” гәзитендә “Тынғыһыҙ ижадсы” тигән мәҡәләһен баҫтырып, күп йыллыҡ хеҙмәтемде ихлас хуплауын белдерҙе. Абруйлы журналистың тос фекере премияға лайыҡ булыуыма булышлыҡ итмәй ҡалмағандыр.
Заманында “Башҡортостан” гәзите аша Баймаҡ игенселәренең, малсыларының, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең данын тотош республикаға тараттым. Мәҫәлән, Социалистик Хеҙмәт Геройы Риза Яхин, Ленин орденлы механизаторҙар Хәкимйән Үлйәбаев, Миңлеғәле Ғайсин (“Йылайыр” совхозы), Әүхәҙи Маликов (“Һәүәнәк” совхозы), яҙыусылар Берйән Байымов, Азамат Ҡәҙерғолов, уҡытыусылар Гөлнур Лоҡманова, Булат Сәғитов, Азамат Салихов тураһындағы һүрәтләмәләр, мәҡәләләр уҡыусылар тарафынан ыңғай баһаланды. Шулай уҡ Одесса портында “Баймаҡ” теплоходында булыуым, башҡорт телен өйрәнеүсе американдар тураһындағы мәҡәләләр, Силәбе өлкәһенән юлъяҙмалар ҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Өс яугир Һиҙиәт Садиҡ улы Күсәбаев, Борхан Абдулла улы Сәмиғуллин, Вара Бәшәр улы Буранбаев – Баймаҡ төбәгенең арҙаҡлы шәхестәре. Өсөһө лә заманында район гәзитенең мөхәррирҙәре булған, һәр саҡ Тыуған илгә тоғро хеҙмәт иткән, үҙ бурыстарын фиҙакәр үтәгән, намыҫтарына тап төшөрмәгән. Был уҙамандар тураһындағы очеркымды “Башҡортостан” 1992 йылда баҫтырып сығарҙы. Өс тағандың береһе лә юҡ инде. Күңелдә бәләкәй генә йыуаныс ҡалды: хөрмәтле ветерандар хаҡында йылы һүҙҙе республика гәзите аша үҙҙәре иҫән саҡта әйтеп өлгөрҙөм.
Районыбыҙҙың иң әүҙем хәбәрсеһе Салауат Мөхәмәтшин, дуҫ журналистар Әҡсән Вахитов, Әбделхәй Буранбаев, Хәйризаман Үтәев тураһындағы һүрәтлә­мәләр ҙә абруйлы гәзиттә донъя күрҙе. Республи­кабыҙҙың билдәле шәхесе, ауылдашым, класташым, институтташым, фән докторы, Мәскәү профессоры Абрар Ярлыҡаповтың данлы тормошона арналған ҙур күләмле мәҡәлә баҫтырыуым менән дә ғорурланам.
Күптән булдырылған “Көн һайын ошо урында...” рубрикаһында баҫылған мәҡәләләр гәзит уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уята, шуға күрә уларҙың авторҙарына ла оло кинәнес. Был шатлыҡты миңә лә кисерергә яҙҙы: 2009 йылда “Ҡәләмде штыкка алмаштырып...” (фронтта һәләк булған Баймаҡ журналистары хаҡында), “Илле йылдан һуң да мәктәпкә тартыла күңелем”, 2011 йылда “Иңендә – халыҡ хәстәре” (Баймаҡ район гәзитенә – 80 йыл), 2012 йылда “Данлы исеме онотолмаған” (республикабыҙҙың тәүге ғалимдарының береһе Зәбихулла Исҡужин тураһында) тигән мәҡәләләр баҫтырҙым. Яҙмамды “Башҡортостан”да 1992 йылдың 22 авгусында баҫылған “Яҙыласаҡмын!” исемле мәҡәләмдән өҙөк менән тамамлайым.
“... Ғөмүмән, яратҡан гәзит йәки журнал тураһында һүҙ барғанда, хаҡ мәсьәләһе беренсе урында торорға тейеш түгел. Миңә, мәҫәлән, “Башҡортостан” – рухи аҙыҡ сығанағы (иманым камил, башҡа бик күптәр өсөн дә шулайҙыр). Тимәк, көндәлек тормошто унһыҙ күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Ваҡытында беҙ (мин үҙебеҙҙең урта быуын тураһында әйтәм) туған телебеҙҙе йүнләп өйрәнә алманыҡ. Хәҙер килеп “Теле юҡтың иле юҡ” тигән әйтемдең асылына төшөнә башланыҡ, был йәһәттән аҙмы-күпме булһа ла белемебеҙҙе арттырырға тырышабыҙ. Был изге эштә “Башҡортостан” беҙгә дәреслек булып тора. Унда йәнле һөйләш телен дә, матур әҙәбиәт өлгөләрен дә күрергә мөмкин, шуға күрә мин күп мәҡәләләрҙе ҡәләм тотоп уҡыйым, таныш булмаған тапҡыр һүҙҙәрҙе, әйтемдәрҙе, мәҡәлдәрҙе, телдең төрлө хазиналарын яҙып алам...”




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840