Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Эшле булам тиһәң, Бөрөгә бар
Эшле булам тиһәң, Бөрөгә барХеҙмәт баҙарында Бөрө медицина-фармацевтика колледжы әҙерләп сығарған белгестәргә ихтыяж ҙур, шуға ла уларҙың 90 процентҡа яҡыны һөнәре буйынса эшкә урынлаша. Бында ҡабул итеп, уҡытып, ҡулдарына диплом тапшырып сығарыу менән генә сикләнеп ҡалмайҙар, эшле итеү яғын да хәстәрләйҙәр. Ә быға, нигеҙҙә, медицина-иҫкәртеү учреждениелары менән килешеү нигеҙендә өлгәшәләр. “Ауыл фельдшеры” программаһына эләгеп, биш уҡыусы грантҡа эйә булған һәм ауылға эшкә йүнәлгән. “Башфармация” дәүләт унитар предприятиеһы, үҙәк район дауаханалары белгес кәрәклеге хаҡында алдан заявка бирә. Шулай уҡ коммерция дарыуханаларында ла фармацевтарға ихтыяж бар. Липецк, Пермь, Ҡазан ҡалаларынан да саҡырыу алғандар.
Эшле булам тиһәң, Бөрөгә бар– Беҙҙә уҡып һөнәр алырға те­ләгәндәр ифрат күп. XI класты тамам­лағас та, IX кластан һуң да ҡабул итә­беҙ. Көндөҙгө бүлектә лә (әле мең са­маһы студент иҫәпләнә, уларҙың ярты­һынан күберәге – бюджет нигеҙендә), ситтән тороп та уҡырға мөмкин. Хатта үҙҙәрендә ошондай уҡ колледж булған төбәктәрҙән дә киләләр. Сәбәбен беҙҙә төплө белем бирелеү менән аңла­талар. Уныһы дөрөҫтөр, сөнки барлыҡ уҡытыусылар ҙа үҙ эшен яҡшы белә, ижади ҡарашлы, заман талаптарын аңлай. Береһен дә айырып телгә алғым килмәй, шуны ғына әйтәм: һәр ҡайһыһы – үҙ урынында, – тип колледж менән таныштырҙы уның директоры, Башҡортостандың атҡаҙан­ған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре Татьяна Красильникова.
Колледждың матди-техник базаһы­ның ныҡлығы ла ылыҡтыра торғандыр, әлбиттә. 360 урынға иҫәпләнгән дөйөм ятаҡ бар, ике уҡыу бинаһында ете йүнәлеш буйынса белем бирелә. Уҡыу-тәжрибә майҙансығында дарыу үләндәренең төрлөһөн үҫтерәләр. Йыйып, төнәтмәләр, дарыуҙар яһайҙар, ҡулланырға өйрәнәләр. Студенттар белемде бик теләп үҙләштерә, ҡыҙыҡһыныуҙары көслө. Юғиһә һары мәтрүшкәне, ҡара миләште, әнисте, етенде һәм башҡа ҡайһы бер шифалы үләндәрҙе ҡулына алып та ҡарамаған үҫмерҙәр була икән.
Әйткәндәй, Татьяна Михайловна­ның ғаилә династияһы ошо өлкәлә мәшғүл. Әсәһе Лидия Венцеславна башта завуч, 1944 йылдан 23 йыл фармацевтика училищеһы етәксеһе булып эшләй, уҡыу-тәрбиә эшенә күп көс түгә. Уның фиҙакәр хеҙмәте күп һанлы миҙалдар менән билдәләнә, “БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы” исемен йөрөтә. Әле ҡыҙы ла фармацевт һөнәрен һайлаған. Татьяна Красильникова уҡыу йортона 25 йыл етәкселек итә. Ошо осорҙа уны Рәсәйҙә алдынғы урынға сығара. Әйтәйек, республика кимәлендәге һөнәри конкурстарҙа колледж гел тәүге урындарҙы яулай. 2017 йылда ул “Рәсәй Федерацияһының иң яҡшы 100 мәғариф учреждениеһы” иҫәбенә инеп, диплом яуланы. Башҡорт дәүләт медицина университеты менән эшлекле хеҙмәттәшлек үҙ һөҙөмтәһен бирә: баш ҡала профессорҙары килеп дәрестәр бирә, ғилми эшмәкәрлек алып бара.
Фармацевтика бүлеге мөдире Айгөл Сураева әйтеүенсә, күптән түгел урта һөнәри уҡыу йорттары араһындағы Экология йылына арналған “Киләсәккә аҙым” Бөтә Рәсәй ғилми-тәжрибә конференцияһында ҡатнашып, Ирина Дәүлиева иң яҡшы ғилми-тикшеренеү эше өсөн I дәрәжә диплом менән бүләкләнгән.
Уҡыу йортоноң тарихына арналған музейҙа республикала дарыухана­ларҙың үҫеш осорон сағылдырған бай йөкмәткеле экспозиция менән таны­шырға була. Йәнә колледждың ғорур­лығы – дауалау-иҫкәртеү һәм фармацевтика учреждениелары эшмәкәр­леген сағылдырған ҡеүәтле техник база. Кластарҙа муляждар, заманса ҡорамалдар ярҙамында студенттар практик тәжрибә туплай. Уҡыу йортонда электрон документтар менән эшләгән ысын дарыуханала шөғөллә­нәләр. “Һаулыҡ” тип аталған бүлексәлә ҡорамалдар нигеҙендә студенттар сәләмәтлекте тикшереү нигеҙҙәрен өйрәнә.
Бөрөләге был уҡыу йортон элек-электән яҡшы беләләр тиһәк, яңылыш булмаҫ. 1934 йылда барлыҡҡа килгән, бай тарихлы ул. Заман, әлбиттә, үҙгәрештәрен индерә тора. Мәҫәлән, 2005 йылда, медицина һәм фармацевтика колледждары берләштерелеп, яңы урта һөнәри белем биреү колледжы барлыҡҡа килә. Ә 2010 йылда Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән колледж автономиялы белем биреү учреждениеһы статусын ала.
Әле бында яҡын-тирәләге район­дарҙан ғына түгел, ә тотош республиканан, мәҫәлән, Октябрьский, Стәр­летамаҡ, Йылайыр, Баймаҡ кеүек алыҫ төбәктәрҙән дә килеп уҡыйҙар.
Ҡабул итеү, һөнәри белем биргән башҡа колледждарҙағы кеүек үк, конкурс нигеҙендә үткәрелә. Йәштәр дауалау, шәфҡәт туташы эше, лаборатор диагностика, фармация, акушерлыҡ, ауырыуҙарҙы тәрбиәләү буйынса кесе медицина хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән бүлектәрҙә ҙур теләк менән уҡый. Былтырҙан “санитар” һөнәренә эйә булғандарға ла сертификат алыу талап ителә башланы. Шунлыҡтан үҙәк район дауаханалары менән килешеү нигеҙендә санитарҙарҙың белемен камиллаштыралар. Ҡыҫҡаһы, эшле булам тиһәң, Бөрөләге уҡыу йортон һайла...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 089

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 984

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518