Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ағиҙел – Волга – Дон
Ағиҙел – Волга – Дон 112-се Башҡорт атлы дивизияһының яу эҙҙәре буйынса һайланма кисерештәр Мәхмүт Сәлимов, запастағы подполковник, яҙыусы, тарихсы һәм эҙәрмән. Һис шикһеҙ генерал булыр ине. Ине... Әгәр ҙә Кавказ кампанияларының береһендә яраланмаһа... Яҙмыш. Хәрби пенсияһына тик кенә ята алыр ине лә бит... Тынғыһыҙ заттарҙан ул. Үҙ иңенә яуаплылыҡ алырға ҡурҡмаусыларҙан. Үҙенең һаулығы тураһында һөйләгәнде яратмай. Шуға күрә бер генә дәлил килтерәм: әлеге сәфәргә бер аҙна ҡалғас ҡына Питерҙа хәрби госпиталдә ятып сыҡты. Оҙайлы марш-бросок осоронда шым ғына уның йөҙөнә ҡарап, ҡатыны Галина Рифат ҡыҙының шәүләләй генә уны хәстәрләүенән асыҡ аңлап була ине был акцияның Мәхмүт Бакир улына ниндәй хаҡҡа төшкәне. Әммә ул һиҙҙермәне.
Ир кеше бит. Ысын ир, ә кәпәсле зат вәкиле генә түгел.
Бөтә ойоштороу эше уның иңенә төштө. Әҙерлек барышында телефон аша һөйләшеп торғанлыҡтан, барыһы ла яҡшы булырын самалай инек. Әммә яңылыш­ҡанбыҙ. Бөтәһе лә иҫ киткес юғары кимәлдә булды. Бөтәһе лә – хәрбиҙәрсә.
Быны тәүге көндән, Волгоградтың Мамай ҡурғанындағы тәүге митингтан уҡ төшөндөк. Мәхмүт Сәлимов барыһын да аяҡҡа баҫтырған ине. Кем генә юҡ: урындағы хакимиәт вәкилдәре, казактар, хәрбиҙәр, афған һуғышы ветерандары... Был ҡурғанда 34 меңдән артыҡ яугир ерләнгән. Донъялағы иң ҙур туғандар ҡәберлегелер, моғайын... Ил азатлығы өсөн баштарын һалған батырҙар хөрмә­тенә янған мәңгелек ут эргәһенә килеп сәскә һалабыҙ... Мин дә хәрби кейемдә бит, офицерҙар ыңғайына честь бирәм. Ни бары бер нисә секунд... Ошо секундтар эсендә ҡан тамырҙары буйлап ток үтә... Йән – алҡымда... Армияла ике йыл буйы честь биреп йөрөргә насип булды. Әлеге честь биреүҙе аңламағанмын, баҡһаң... Ошонда, Сталинград (махсус Сталинград тип яҙам, беҙ шул осорға ҡайтҡандай булдыҡ) ерендә генә аңланым был хәрби ритуалды. Честь бирәм, һәм ҡаршымда 34 меңдән артыҡ һалдат. Өнһөҙ һал­даттар. Мин честь бирәм, улар өнһөҙ... Тик ҡараштар ғына... 75 йыл аша ҡарайҙар... 34 меңдән артыҡ ҡараш... Күбеһе малай ғына, минең улым менән тиңдәштәр... Ни бары бер нисә секунд... Ҡан тамырҙарымда ер тетрәй... Утлы лава алҡымға тығыла...
Ағиҙел – Волга – Дон Мамай ҡурғаны буйлап атлай­быҙ. Алда – 112-се Башҡорт атлы дивизияһы байрағы. Ҡурғанда кеше күп. Ҡарап ҡалалар. Байраҡтағы яҙыуҙарҙы уҡырға тырышалар. Һәм күңелдә – йыр: “Баш­ҡорттар китте һуғышҡа...” Туғандар ҡәберлеге эргәһендә туҡтайбыҙ. Ошонда беҙ­ҙең авторейд рәсми башланасаҡ. Сығыштар... Христиан священнигы һәм урындағы имам доға ҡыла. Бындағы йола буйынса тыуған ер менән алмашабыҙ. Мин Башҡорт­остандан алып килгән тупраҡты ҡәбер өҫтөнә түгәм, сигелгән янсыҡты Волгоград округы атаманына тотторам, ул миңә Сталинград тупрағы тултырылған гильза бүләк итә. Бер ус тупраҡ... Кемдәрҙең генә ҡаны һеңгән икән ул тупраҡҡа?..
Хушлашҡанда йәнә “Ватан-әсә”гә күҙ ташлайым... Мөһабәт һын... “Ватан-әсә”нең ялан аяғы аҫтында 34505 яугир ерләнгән. Һәм иҫкә төшә: “Ожмах әсәйҙәрҙең аяҡ аҫтында”...
Обливская станицаһы... Район үҙәге. Район ҙур түгел – халҡы 18 мең тирәһе. Бында беҙҙең тәүге осрашыу. 1942 йыл­дың ноябрендә 112-се Башҡорт атлы дивизияһы был фронтта тәүге алышҡа инә. Ошоғаса улар Косинка-Тербуны-2 оборона һыҙығында була. Әлбиттә, һуғыш ҡайҙа ла һуғыш инде... Тик оборонала торғанда юғалтыуҙар аҙыраҡ була. Тап ошо Обливская станицаһы эргәһендә төп юғал­тыуҙар башлана ла инде. Әйткән­дәй, дивизия формалашҡан саҡта уның составының 81,4 проценты башҡорттарҙан тора. Ошо Обливскаянан башлап Морозов­скиға тиклем кавдивизияның тәүге составы тулыһынса тиерлек һәләк була. Морозовск ҡалаһына тиклем бөтә полк­тарҙың иҫән ҡалған яугирҙәренән генерал Шайморатов бер йыйылма отряд төҙөй. Белешмә өсөн: Обливская менән Морозовск араһы ни бары 75 километр. Ошо араны дивизия ике ай самаһы үтә. Һәр бер утар өсөн алыш ҡаты була.
Обливскаяла урындағы халыҡ – уҡытыусылар, уҡыусылар, зыялылар, муниципаль хеҙмәткәрҙәр һәм ветерандар – оло митинг әҙерләгән. Һәр кемдең йөҙөндә айырыуса етдилек. Һәм көсөргәнешлек. Көн эҫе. Почетлы ҡарауылда торған егет­тәрҙең береһе сайҡалып китә. Тотоп өлгөрмәйҙәр, малай ҡолай. Әллә эҫенән, әллә көсөргәнеш­лектән. Митинг бөткәс, әлеге егеттең класташтары эргәһенә киләм, ҡыҙ­ҙарҙан һорайым: “Ә һеҙ Никитаның (әлеге үҫмерҙең исемен һорашып белдем) герой икәнен беләһегеҙ­ме?” Ҡыҙ­ҙар­ҙың йөҙөндә һорауға – һорау... Аңлатам: “Никитаға ҡыйын ине, ул үҙенең хәле бөтә башла­ғанын, башы әйләнгәнен тойҙо, әммә үҙенең посын ҡалдырып китмәне, аҙаҡҡаса – ҡолағанса торҙо...” Ҡыҙҙарҙың уйынсаҡ йөҙҙәре етди ҡиәфәт ала. Миңә лә тынысыраҡ: Никитанан тиҫтерҙәре көлмәйәсәк.

***
Ағиҙел – Волга – Дон Алексеев утары. Рәсәйҙең уртаса статистик күрһәткесле ауылдарҙың береһе. Калининградтан Владивос­токка тиклемге ауылдарының яҙмышы менән бер иш: батша тарафынан да, дәүләт тарафынан да онотолған. Тик Алла тарафынан түгел. Кешеләре кешелекле. Йөҙҙә­рендә нур бар. Ҡайҙалыр юғарыла оло ағайҙар Сүриә яҙмышын хәл итә, Украинаның киләсәген хәстәрләй, донъя ҡиммәттәрен нефть барреле менән үлсәй. Ә бында ыҡсым ғына кейенгән өсөнсө класс уҡыусыһы Олег сәскә тотоп митингка килгән. Ә бында ябай ғына ауылда ябай ғына кешеләр ил Хәтерен һаҡлай. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда батырҙарса һәләк булғандарҙың туғандар ҡәберлеген таҙартып, буяп, тәртиптә тота. Ҙурайғас кем булаһың тигән һорауға Олег: “Мин әлегә кем булырымды белмәйем, әммә иң тәүҙә армияла хеҙмәт итәсәкмен”, – тине. Уның ҡарашының етдилеге һәм паклығы оҙаҡ күҙ алдымда торасаҡ әле... Ҡайҙалыр кемдер доллар менән һумдың нисбәтен үлсәй... Ә Олег ул кисте башҡорт күстәнәсе – башҡорт балы менән сәй эсте...

***
Ағиҙел – Волга – Дон Юлһыҙ ерҙән оҙаҡ барабыҙ. Туҙан туҙҙырып. Йырындар, ҡалҡыулыҡтар аша. Беҙҙең маршрут битендә барасаҡ урыныбыҙ Деев утары тип күрһәтелгән. Аптыратҡыс күренеш: барған тарафта үлән баҫҡан аҡлан уртаһын­да автоматын ҡосаҡлаған совет һалдаты һәйкәле. Ул ыҡсым ғына кәртәләнгән. Башҡа бер нимә лә юҡ. Баҡһаң, хутор бөткәненә утыҙ йыллап самаһы. Ә туғандар ҡәбер­леге һәм уның эргәһендәге һәйкәл ҡалған. Тәрбиәле. Ҡараулы. Юл юҡ, ауыл юҡ. Ә һәйкәл ҡараулы. Ғөмүмән, Ростов өлкәһендә барлыҡ комплекстар, обелисктар, һәйкәл­дәр, туғандар ҡәберлеге тәртиптә. Бында ерләнгән һәр яугир улар­ҙыҡы. Һәм яуаплылыҡ – уларҙа. Бына әле ошо Деев утарының урынында, әлеге туғандар ҡәберлеге эргәһендә 1948 йылдан бирле Башҡортостан вәкилдәре булғаны юҡ. Булмаған. Ә ул саҡта бында буласаҡ Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов булып киткән. Ошонда Чир йылғаһы ярында ҡыуыш ҡороп ятҡандар. Бына алыҫ Ростов ерендә башҡорт рухы килеп ойошто: яуҙа һәләк булған батырҙар, Рәми Ғарипов эҙҙәре һәм бөгөнгө делегация... Һәм имам доға уҡый. Был ҡәбер­лектә беренсе тапҡыр. Һәм ҡурай... “Урал”... “Аямаған йәнен, түккән ҡанын, Һис бирмәгән башҡорт Уралын”... Һәм Дон ярын бирмәгән... Днепр ярын да... Висла, Одер... Һәм күктә һабантурғай талпыныпмы-тал­пына... Әйткәндәй, унда бытбылдыҡ­тар ҙа, һабантурғай ҙа башҡортса һөйләшә... Һәр хәлдә миңә шулай тойолдо...

***
Ағиҙел – Волга – Дон Обливский районында беҙҙең делегацияны район хакимиәте башлығы оҙатып йөрөй. Йәш егет. Иғтибарлы һәм илтифатлы. Килегеҙ, ти, һәр саҡ ярҙам итербеҙ. Исеме асыҡланған һәр яҡташыбыҙҙың исем-шәрифен обелисктарға өҫтәп яҙасаҡбыҙ, ти. Улар ярҙам итергә әҙер, ә беҙ әҙерме? Унда әле меңәрләгән яҡта­шыбыҙ туғандар ҡәберлегендә исемһеҙ ята бирә. Бына Лобачев утарында туҡтайбыҙ. Шулай уҡ 300-ҙән артыҡ кеше ерләнгән. Шул 1942 йылдың ҡышында ҡарт-ҡоро, бала-саға тирә-яҡтағы яландарҙан һалдат мәйет­тәрен бәләкәй сана менән һөйрәп ташып ерләгән. Шул уҡ Чугунка балкаһынан, Санеев балка­һынан... Ҙур соҡорға бер рәт һалдаттар һалынған, шинель менән ябылған да йәнә бер рәт һалдаттар... Нисә рәт булғандыр... Утын өйгән кеүек... Ни бары 50-ләп кенә исем билдәле... Ә ҡалған­дары?.. Уларҙың да туғандары барҙыр бит? Кемдер көткәндер... Әле һаман яҡындары Баш­ҡортостанда йәшәйҙер... Ә тегендә, шинель аҫтарында көтәләрҙер... Йәнә доға уҡыйбыҙ... Һәм “Урал”... Эҙәрмән яҡта­шыбыҙ Владимир Буйдаков әйтеүенсә, был урындан ике дивизия үткән: 55-се һәм 112-се. Бөгөн 55-се дивизияның был урындарҙа һәләк булғандарҙың исемлеген асыҡлау 70 процент тәшкил итә, ә 112-се дивизияныҡы – биш процент... Бер кемде лә ғәйепләүем түгел. Бары һорау тыуа. Һорауҙар...
Ошонда район хакимиәте башлығы беҙҙең менән хушлаша. Һәм, ғәфү үтенгәндәй, өҫтәп ҡуя: “Бөгөн ҡыҙым тыуғайны”... Йә Хоҙай, шундай ҡыуанысын көнө буйына йәшереп йөрөгән. Күмәкләп ҡыуанабыҙ...

***
Артабан беҙҙе ауыл хакимиәте баш­лығы оҙата. Сиволобов ауылы эргәһендә бер һәйкәл эргәһендә туҡтап китергә булдыҡ. Күҙ алдына килһә, һаман күңел тула: велосипед менән шул ауыл хаки­миәте башлығының ҡатыны ҡаршы сыҡты. Ике тәгәрмәсле транспортының кәрзиненә бер нисә шешә һут, компот тейәгән дә беҙҙе “һуғарырға” килгән. Көн эҫе. Ҡаба­ланған, ахыры, туҡтауһыҙ йөҙөндәге тирен һөртә... Ә йөҙөндә шундай ябайлыҡ... Ябай илаһилыҡ... Йә инде, беҙ кем уға?.. Рәхмәт һиңә, таныш түгел урыҫ ҡатыны!

***
Ростов өлкәһенән йәнә Волгоград яғына сығабыҙ. Чернышковскийға. Оҙон буйлы казак ҡаршылай беҙҙе. Ысын казак. Бер ҡолағындағы һырғаһы ла уның ысынлығын раҫлай. Чернышковскийҙы оҙаҡ ҡына ала алмай дивизия. Хәйлә менән яулай­ҙар. Элеватор яғынан түгел, ә арттан урап сығалар. Бында аэродром урынлаш­ҡан була. Летчиктар һәм хеҙмәтләнде­реүсе персонал – йәмғеһе 100-ләп кенә фашист була. Ажарланып, кавалерис­тар ҡылыс менән тураҡлай баяғы илбаҫар­ҙарҙы. Аңлашыла: Обливск өсөн дә, Чугунка балкаһы өсөн дә үс алалар. Чугункала ҡылыс менән самолеттарға ҡаршы сабалар ине, бына, бында килеп ҡыуып еттеләр әлеге летчиктарҙы...

***
Морозовск... Бында митингты ҙурҙан әҙерләгәндәр. Урындағы кадеттарҙы йәлеп иткәндәр. Телмәрҙәр... Ҡылыс тотҡан кадеттар... Мылтыҡтан залп... Һәм бар ерҙәге кеүек ихласлыҡ. Бер камуфляж костюм кейгән ир-уҙаман һүҙ ҡуша. Кадет корпусының директоры Владимир Абашин икән. Отпускыламын, әммә был ваҡиға айҡанлы һеҙҙе күрергә килергә булдым, ти. Ошо ерҙәрҙә һәләк булған яҡташ­тарыбыҙҙың исемдәрен асыҡлау буйынса ярҙам итергә теләген белдерҙе. Әйткәндәй, юлға сығыр алдынан Ишембай кадет корпу­сының етәкселеге менән һөйләш­кәйнем. Ошо ике кадет корпусы менән туғанлыҡ бәйләнештәре булдырыу һәм эҙәрмәнлек эшен бергәләп алып барыу тураһында. Был хаҡта Владимир Нико­лаевичҡа әйткәс, ул ҡыуанып китте... Ысынлап та, шәп эш булыр ине. Әле Мәхмүт Сәлимовтың тыуған яҡҡа ҡайтҡанын көтәбеҙ, Ишембайға барып, әлеге идеяны тормошҡа ашырыу өсөн...
Оло сәфәрҙә баштан аҙағынаса беҙҙең менән Ростов өлкәһенең Афған һуғышы союзы вәкилдәре Геннадий Акулов менән Александр Аркадьевич ҡатнашты. Ошонда, Морозовскиҙа, әлеге Абашин юлдашыбыҙ Александр эргәһенә килеп: “Афғанстан?” – тип һораны. Кейеменән таныған. Баҡһаң, икеһе лә Ҡандағарҙа хеҙмәт иткән икән. Төрлө осорҙа. Уртаҡ таныштарын таптылар. Шунда уҡ хәтирәләргә төшөп киттеләр... Ҡыҙыҡ, бер өлкәлә йәшәгән ике “афғанды” осраштырыр өсөн беҙҙең ошо сәфәр кәрәк булған икән...
Морозовск йәнә нимәһе менән иҫтә ҡалды? Был ҡаланы азат иткән саҡта сафта ҡалған полк командир­ҙарынан һуңғы башҡорт һәләк була... Әйткәндәй, ошо ҡалаға тиклем полк командирҙары дүрт-биш тапҡыр алмашына: кемеһелер һәләк була, кемеһелер яралана...

***
Артабан беҙҙең юл – сәфә­ребеҙҙең иң билдәле урындарының береһенә. Белая Калитва. 79.9 бейеклеге. 30 батыр ҡалҡыулығы. Ил тарихына яҙылған ҡаһарманлыҡ. 112-се Башҡорт атлы дивизияһы “панфиловсылары”. 1943 йылдың ғинуарында Төньяҡ Донец йылғаһы ярындағы был ҡалҡыулыҡ өсөн үлемесле алыш була. Дивизияның 30 яугире ике тәүлеккә яҡын бейеклекте һаҡлай. Дошмандың ете атакаһы кире ҡағыла, 300-гә яҡын фашист юҡ ителә... Тик беҙҙең төп көстәр килеп етеүгә утыҙ батырҙың береһе лә иҫән ҡалмай... Ҡаһармандарҙың барыһы ла Советтар Союзы Геройы исеменә тәҡдим ителә. Тик был юғары исем эскадрон командиры Аннаҡылыс Атаевҡа ғына бирелә, ҡалған батырҙарға ордендар эләгә. Әлбиттә, барыһына ла – үлгәндән һуң. Хәйер, уларҙың үлеме бары шартлы ғына, сөнки урындағы халыҡ был ҡалҡыулыҡты “Үлемһеҙ­лек ҡалҡыулығы” тип йөрөтә...
Беҙҙең сәфәр барышында Юға­ры көстөң ҡыҫылышы булғандыр тип уйлайым. Көтөлмәгән осра­шыуҙар булды. Мәҫәлән, шул “Үлем­һеҙлек ҡалҡыулы­ғы”нда Аннаҡылыс Атаевтың улы Владимир менән күрешергә насип булды. Баҡһаң, ул бында 51-се яҙ рәттән килә икән. Еңеү көнөнә. Һәр йыл беҙ 4-5 майҙарҙа килә инек, ти. Быйыл беренсе тапҡыр иртәрәк юлланғайныҡ, һеҙҙе күреү насип булды, тип ҡыуана... Беҙ ҙә сикһеҙ шатландыҡ... Әйткәндәй, һүҙ ыңғайы атаһының исеменең мәғәнәһен дә асыҡланыҡ: Аннаклыч – Аннаҡылыс төркмән телендә Изге ҡылыс икән. Шул тиклем дә ирәбе ағай булып сыҡты. Оҙаҡ аралаштыҡ. Мөмкин­лек булһа, Башҡортостанға килеп ҡайтырға теләген дә белдерҙе.
Йәнә был бейеклектә ике осрашыуҙы айырып әйтер инем. Беренсеһе – легендар 22-се махсус бригаданың легендар командиры Алексей Попович менән. Афған­стандағы позывнойы – “Борода”. Аҙаҡ – Кавказда. Тере булһа, Сәл­мән Радуев уның хаҡында байтаҡ һөйләр ине... Алексей Максимович теремек, күҙҙәрендә шуҡлыҡ... Аралашыуға асыҡ, ябай. Һуғыш эрелекте юялыр, тәкәббер­лекте, мин-минлекте йыуалыр, моғайын.
Икенсе осрашыу ҙа пландан тыш ине. Белая Калитвалағы митингка ил Президентының Көньяҡ федераль округы вәкиле урынбаҫары килә, тинеләр. Килде. Олпат кәүҙәле түгел. Һөйләшеүгә ипле, түшендә Рәсәй Геройы билдәһе. Эргәмдә торған Александр Аркадьевич кинәт шым ғына телгә килде: “Был бит теге Сафронов... Ишетеп беләм мин уны... Вертолетсы... Кавказдағы һуғыш ваҡытында вертолеты менән шундай мөғжизәләр ҡылыр булған”... Асыҡлайбыҙ... Шул үҙе булып сыҡты: Анатолий Сафронов. Ул ғына ла түгел, беҙҙең яҡташ икән, баҡһаң. Иглин районынан... Бына – үткән һуғыш ҡаһармандары һәләк булған урында яңы һуғыш геройын осраттыҡ...

***
Сәфәрҙең һәр этабында офицер­ҙар оҙатып йөрөнө. Уларҙың кеме­һелер әле хеҙмәт итә, кемеһелер – отставкала. Төрлөһө төрлө хәрби өлкәнән. Әммә бер уртаҡлыҡтары бар: барыһы ла ҡайһылыр бер ваҡытта Мәхмүт Сәлимов менән бергә уҡыған, хеҙмәт иткән йәки уның дуҫтарының дуҫтары. Шунда Мәхмүт Бакир улы бер ҡыҙыҡ һөйләне: “Ике бер-береһен белмәгән офицер осрашып, өс минут һөйләш­кәндән һуң уртаҡ таныштарын тапмаһалар, икеһенең береһе – шпион”... Рәсәй ҙур, әммә хәрби офицерҙар өсөн түгел...

***
Белая Калитвала майҙанда туҡ­тап, репрессиялар осоронда һәләк булған казактарға ҡуйылған мемориаль комплексҡа сәскә һал­дыҡ. Беҙ йыш ҡына төрлө золом­дарҙан зыян күргән халҡыбыҙ тура­һында һөйләйбеҙ. Һәм хаҡлыбыҙ ҙа... Тик ҡайҙа ғына барһам да, ҡанлы тарихҡа юлығам. Ҡырғыҙс­тан­да булдым, унда ла йылъяҙ­малар ҡанһырап ята... Косовола булдым, унда ла... Чечендар, ингуштар, ҡырым татарҙары, ҡабар­ҙалар... Һәр береһенең – айырым тарих... Тик тарих китабы биттә­ренән ҡан һарҡыла... Бына казактар яҙмышы... Революциянан һуңғы “рас­казачи­вание” ваҡытында һәләк булған казактарҙың һанын бер кем дә асыҡ ҡына әйтә алмай. Һандар – бер нисә йөҙ меңдән бер миллион­ғаса... Тымыҡ Дондың оло фажиғәһе...
Ғөмүмән, ошо урында казактар тураһында айырым әйтеп китергә кәрәктер. Йәшермәйем, сәфәремдең маҡсат­тарының береһе казактар яҙмышын, тарихын һәм йәшәйешен өйрәнеү ине. Ни тиһәң дә, 1798 йылдан 1861 йылғаса беҙ ҙә казак булғанбыҙ. Беҙ үткән маршрут тотош казак станицалары ине. Һәр ерҙә беҙгә айырым иғтибар бүл­деләр, бөтә юл буйына делега­циябыҙҙы бер казак атаманы икенсе округтың атаманына “тапшырып” барҙы. Улар ҙа ҡыҙыҡһына, беҙ ҙә... Уртаҡ яуҙар, уртаҡ походтар... Әйтергә кәрәк, ҙурланы беҙҙе казактар! Бүләктәрен, күстәнәстәрен биреп оҙаттылар... Хатта ки, үҙемдә әлегәсә булмаған яңылыҡ та ишетеп ҡайттым: баҡһаң, атаман Платов­тың йәйәһе башҡорт йәйәһе булған икән... Бына улар беләләр башҡорт йәйәһен, ә беҙ беләбеҙме? Башҡорт йәйәһе эшләй белгән бер генә оҫтабыҙ бармы? Юҡ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы... Уларҙың милли байрамдарында һәр бер бала тиерлек ҡылыс менән фланкировка күрһәтә белә, ә беҙҙекеләр? Уларҙың милли байрамдарында һөңгө менән алыш ярышы бар, хатта һыбай ҙа... Ә беҙҙә? Быйылғы йылдан улар һыбай “джигитовка” программаһына аттан уҡ атыуҙы мотлаҡ тиеп иғлан иткән... Ә беҙҙә? Уларҙың милли казак уйындарына артистар ғына түгел, ә барыһы ла тиерлек милли кейем кейеп килә... Бөтә ғаиләләре менән казак кос­тюмдарында киләләр... Ә беҙҙә? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙан өйрәнерлек өлгөләр бар...
Юл ыңғайы казактарҙың милли уйындары “Шермициялар”ға һуғыл­ғайным, шунда күрҙем барыһын да... Бер юлы уҡ атып ярышып ҡара­ным. Һынатманым, икенсе урынды алдым... Быныһы мөһим түгел, ә башҡаһы: иғтибар... Тотош майҙанда бер үҙем башҡорт кейе­мендә булғанлыҡтан, үҙемде шул арала Радик Юлъяҡшин йә Стас Михайлов кеүек итеп тойҙом... Кемдәр генә туҡтатып ҡайҙан, кем булыуымды һорашманы, кемдәр менән генә фотоға төшмәнем... Киләһе йылға Баш­ҡортостандан тулы йыйылма команда саҡыр­ҙылар. Барырбыҙ, Алла бирһә...

***
Ағиҙел – Волга – Дон Белая Калитвала беҙҙең сәфәр­ҙең 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына бәйле өлөшө тамамланды, ә юлыбыҙ артабан дауам итте. Тараф – Тарасов районына. Бында Красновка эргәһендә 13 Советтар Союзы Геройы ерләнгән. Шулар араһында ике яҡташыбыҙ бар: Зөбәй Үтәғолов менән Тимерәй Кубакаев. Бында ла беҙ килеүгә етди әҙерләнгәндәр. Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған батыр­ҙарҙың мәйеттәрен тапҡандар икән, хатта ки шуларҙы шартына килтереп ерләү сараһында ла ҡатнашыу насип булды. Алыҫ Салехардтан килгән эҙәрмәндәр тапҡан уларҙы. Егерме бер һалдат... Шуларҙың тик береһенең генә затын асыҡлай алғандар... Егермеһен ерләнеләр... Береһенең мәйетен ейәне килеп, тыуған яғында ерләү өсөн алып ҡайтып китте. “Ниһайәт, 72 йылдан һуң беҙҙең ғаилә өсөн дә һуғыш тамамланды, олатайым­дың аныҡ ҡәбере буласаҡ”, – тине ул матәм митингында... Эйе, уларҙың ғаиләһе өсөн һуғыш тамам, ә беҙҙең өсөн? Башҡортостан өсөн? Ростов ерендә генә меңдән артыҡ яҡташыбыҙ, милләттәшебеҙ һаман йә туғандар ҡәберлегендә исемһеҙ көйө, йә ҡайһылыр яланда беҙҙең барып эҙләп тапҡанды көтөп ята. Геннадий Акулов: “Һеҙ бәхетле, сөнки 112-се Башҡорт кавалерия дивизияғыҙ булған... Һеҙ уның данлы юлынан үтә алаһығыҙ, ул һаман һеҙҙе берләштерә, туплай. Ҡайһы милләт тағы шулай үҙ дивизияһы менән ғорурлана ала?” – тине. Эйе, был йәһәттән беҙ бәхетле... Тик шул дивизияның баш һалған яугир­ҙәренең рухы тынысмы? Улар беҙҙең алдыбыҙҙа, ил алдында үҙ бурыстарын үтәне. Ә беҙ? Һорауҙар, һорауҙар...
Красновкала йәнә ике осраҡ йәнде әрнетте. Береһе – ун өс батырға арналған музей, ҡыҙға­нысҡа ҡаршы, йәнә тулыланған. Тағы ике исем өҫтәлгән. Украина­лағы ығы-зығы башланғас, Рәсәй сиге аша ынтылған халыҡты арттарынан ҡыуып килгән бандерасы­ларҙан һаҡлап йәнен биргән ике сик һаҡсыһының шәхси әйберҙәре... 72 йыл элек һуғыш бөттө... Тик бында түгел... Был район тап шул сиктә урынлашҡан, беҙ йөрөгән ерҙәрҙән Украинаға ни бары бер нисә генә саҡрым... Һәм төндәрен ул яҡтан атыш тауышы ишетелә, тиҙәр...
Икенсе осраҡ – тутығып ятҡан тимер юл. Ҡасандыр был станция аша Миллеровонан Луганскиға поездар йөрөгән. Украина үҙ яғынан юлды япҡан. Юлды хәҙер үлән, ваҡ сауҡалыҡ баҫҡан. Күңелһеҙ күре­неш. Илдәр араһында сик ҡуйып була, юлдарҙы ла ябырға мөмкин, тик тарихты кәртәләп ҡуйып булмай... Уртаҡ тарихты бикләп булмай... Һәм... Хәтеребеҙҙе үлән, ваҡ сауҡалыҡ баҫмаһын ине...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 174

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840