Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Күләгә”нән сығырға ашыҡмайҙар
“Күләгә”нән сығырға ашыҡмайҙар Һуңғы осорҙа үҙенә үҙе эш табып торған йүнселдәрҙе, йәғни “күләгә”ләге эшҡыуарлыҡты дәүләт теркәүе аша үтеү һәм ҡаҙнаға даими һалым түләп тороу менән ҡыҙыҡһындырыу өсөн ҙур тырышлыҡ һалына. Ләкин яңыраҡ Рәсәйҙең бизнес-омбудсмены Борис Титов был йүнәлештең уңышлы барып сыҡмауын танырға мәжбүр булды.
Быйылғы тәүге өс айҙа, мәҫәлән, Рәсәйҙең һалым органдарында үҙаллы эшләгән 27 кеше генә иҫәпкә ҡуйылған. Хатта 12 миллион кеше йәшәгән Мәскәүҙә лә йорт йыйыштырыусы булып эшләргә теләгәндәрҙән – ике, репетитор һәм бала ҡараусыларҙан берәр ғариза ғына бирелгән. Финанс министрлығы тәҡдиме менән һалым буйынса ике йыллыҡ каникул тап ошо өс һөнәргә иғлан ителгәйне, йәғни шул осор дауамында был шөғөлдәргә ҡатнашы булғандар һалым түләмәҫкә хоҡуҡлы.
Борис Титов яңыраҡ “РБК” агентлығына биргән интервьюһында үҙ тәҡдимен – ирекле эшләгәндәрҙе бер үк урында юридик ойошма итмәй генә теркәүҙе – тормошҡа ашырырға тырышасағын әйтте. Был осраҡта уларҙың һәр береһе йылына 10 мең һумдан алып 20 мең һумға саҡлы һалым түләргә тейеш була.
Эксперттар әйтеүенсә, әлеге мәлдә “ҡара” секторҙа 15 миллиондан алып 20 миллионға тиклем кеше эшләй. Икенсе төрлө әйткәндә, уларҙың хатта яҡынса һаны ла билдәле түгел, фәҡәт самалау ғына. Был ҡатлам кешеләренә шәхси эшҡыуарҙарҙы, шәхси ярҙамсы хужалыҡ менән шөғөлләнгәндәрҙе, кооператив ағзаларын, адвокаттар менән нота­риустарҙы, таксистарҙы, фотографтарҙы, йортта сәс ҡырҡыусыларҙы, бала ҡараусыларҙы, тәржемәселәрҙе, еләк-емеш йыйып һатыусыларҙы һәм башҡа ҡайһы бер һөнәр эйәләрен индереү ҡабул ителгән. Улар эшһеҙ ҙә түгел, ялланып та хеҙмәт итмәй, башҡаларҙың көсөн дә файҙаланмай, шул уҡ ваҡытта бер ойошмала ла теркәлмәгән.
Тиҫтәләрсә миллион кешене “күләгә”нән сығарыу рәсми теркәлмәй эшләгәндәрҙе енәйәт һәм коррупция ҡыҫымынан ҡурса­ларға ярҙам итәсәк. Ошо йүнәлештә эште уңышлы дауам итеү өсөн федераль һәм төбәк кимәлдәрендә ҡануниәткә үҙгәреш­тәр индереү ҙә талап ителә. Был йәһәттән белгестәр тәү сиратта “Урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү тураһында”ғы, “Шәхси ярҙамсы хужалыҡ тураһында”ғы федераль закондарҙы, Рәсәйҙең Һалым кодексын күҙ уңында тота.
Тәбиғи, был мәсьәләлә төп урынды “Күпме эшҡыуар “күләгә”нән сығырға ҡарар итер?” тигән һорау биләй. Бер теркәлгәс, әлбиттә, барлыҡ дәүләт реестрҙарында күренәһәң һәм артабан да контроль аҫтында эшләргә тура киләсәк. Ә был шарт тәүҙә генә ылыҡтырғыс булып тороп, аҙағыраҡ һалым күләме лә, башҡа талаптар ҙа ҡатылана башлаһа? Теркәлергә ниәт иткән эшҡыуарҙар өсөн бының ыңғай һәм кире яҡтары бар.
Ыңғай яҡтары:
1. Һалым һәм башҡа мотлаҡ түләү­ҙәрҙән ике-өс йылға азат ителеү.
2. Эшмәкәрлек буйынса бер ниндәй ҙа отчет талап итмәүҙәре.
3. Һалымдан азат осор үткәс, патент системаһына оҡшаш түләүгә күсереү: ул пенсия, медицина, социаль страхов­каларҙы үҙ эсенә ала, ләкин, әлегә күҙаллауҙарынса, айына 1500 һум самаһы ғына булырға мөмкин.
4. Бер айға саҡлы ваҡытҡа патент алыу һәм артабан уны файҙаланған өсөн түләү туҡтай икән, эшҡыуарҙың исемлектән төшөп ҡала алыуы.
5. Үҙ шөғөлө булған кешенең бер юлы бер нисә эшмәкәрлекте алып барыу хоҡуғы.
6. Ҡулланыусыларҙың рәсми теркәлгән эшҡыуарға ышанысы ҙурыраҡ булыуы.
7. Банктан һәм башҡа урындарҙа кредит алыу мөмкинлеге.
8. Быларҙан тыш, төбәктәр эшҡыуар­ҙың үҙ эшмәкәрлегендә файҙаланған мөлкәте өсөн һалымға ташлама яһарға, уларҙы һөнәргә өйрәтеү буйынса түләүһеҙ дәүләт һәм муниципаль программаларға индерергә хоҡуҡлы.

Кире яҡтары:
1. Дәүләт теркәүе үтмәйенсә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән өсөн административ штраф (һәр тотолған осраҡ өсөн 500 һумдан алып 2000 һумға саҡлы).
2. Әгәр ҙә эшҡыуар үҙ шөғөлө менән дәүләткә ҙур зыян килтергән йәки үтә ҙур табыш алған (айына 2 миллион 500 һумдан ашыуыраҡ) икән, был кешене енәйәт яуаплылығына тарттырыуҙары ла ихтимал.
3. Һалым һәм полиция тарафынан рәсми теркәү үтмәгән эшҡыуарҙарҙы асыҡлау ынтылышы көсәйә барыуы, бының өсөн техник мөмкинлектәр ҙә артыуы.
4. Енәйәтсе төркөмдәрҙең талауына ҡаршы дәүләт яғынан яҡлау табыуҙың сикләнгән булыуы, сөнки бындай эшҡыуар үҙе лә ҡануниәтте боҙа – һалым түләмәй.
5. Шулай уҡ рәсми теркәлмәй эшләгән башҡа граждандар яғынан намыҫһыҙ конкуренция һәм быға ҡаршы ялыу менән мөрәжәғәт итеү мөмкинлегенең булмауы.

Теркәлмәй генә тауар етештереп һатҡан йәки хеҙмәтләндергән һәр кем, ошо “плюс” һәм “минус”тарҙы иҫәпкә алып, үҙаллы ҡарар ҡабул итергә тейеш.
– Беҙ дәүләт етәксеһенең башланғысын тулыһынса хуплайбыҙ: үҙаллы эшләгән рәсәйҙәрҙе легалләштерергә кәрәк. Етмәһә, күпселек намыҫлы хеҙмәт итеү яҡлы, – ти Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Баш­ҡортостандағы төбәк штабының “Намыҫлы һәм йоғонтоло иҡтисад” эш төркөмө етәксеһе Денис Мусин. – Был мәсьәлә һуңғы ике йыл дауамында әүҙем тик­шерелә. Һөҙөмтәлә эшҡыуарҙар йәм­ғиәтенең үтенесен юғарыла ла ишеттеләр, хәҙер был үҙгәрештең ҡануни нигеҙҙә нығытылғанын көтәбеҙ. Был закондар үҙ эшмәкәрлеге булған һәр кемде рәсми теркәлеү менән ҡыҙыҡһындырырға, ҡабат “күләгә”гә китергә мәжбүр итмәҫкә тейеш.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 173

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 892

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840