Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Балаларҙа – тормош мәғәнәһе
Балаларҙа – тормош мәғәнәһе Ижтимағи һәм иҡтисади үҙгәрештәр хайран ҡалырлыҡ ҙур аҙымдар менән алға барған заманда йәшәйбеҙ. Балаларҙы тәрбиәләү мәсьәләһе көнүҙәк проблема булып тора. Үҫеп килгән быуынға нисек дөрөҫ тәрбиә бирергә, милли рухта тәрбиәләргә, тыуған яҡҡа һөйөү уятырға? Ошо һәм башҡа мәсьәләләргә яуап алыр өсөн 1 июнь – Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә республикала ата-әсәләр форумы асылды.
Сараның маҡсаты – мәғариф сәйәсәтен камиллаштырыу буйынса фекер алышыуҙа һәм ҡарарҙар ҡабул итеүҙә ата-әсәләрҙең ҡатнашлығын әүҙемләштереү.
Маҡсатлы, булдыҡлы балалар тәрбиәләү өсөн ата-әсәнең балаһына булған иғтибары ҙур. Юҡҡамы ни ошо көндәрҙә Владимир Путин 2018 йылдан Бала саҡ унйыллығы указына ҡул ҡуйҙы.
Балаларҙа – тормош мәғәнәһе– Балаларҙы тәрбиәләү, уҡытыу, ке­ше итеү күп көс талап итә. Совет заманында эштән фатир биргәндәр. Бөгөн иһә баҙар шарттарында йәшәйбеҙ. Ата-әсәгә торлаҡ мәсьәләһен үҙ көсөнә ышанып хәл итергә тура килә. Улар күп ваҡы­тын эштә үткәрергә мәжбүр. Спорт секциялары, түңәрәктәр – барыһы ла түләүлегә әйләнеп бара. Бала үҙ йүнен үҙе күрә. Яйлап Интернет донъяһына сума. Балаларҙы виртуаль донъянан тартып алып, тәбиғәтебеҙҙең матур­лығын күрһәтергә өйрәнәйек. Иң мөһиме – Ватанға һөйөү уятыу. Күп уйлағандан һуң тәжрибәле белгестәрҙән торған структура төҙөргә булдыҡ. Ул балаларҙы уҡытыу, өйрәтеү, тәрбиәләү кеүек бурыстарҙы башҡарырға тейеш, – тине, форумды асып, республика Башлығы Рөстәм Хәмитов.
Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Анна Кузнецова, Баш­ҡортостандан сенатор Лилиә Ғүмәрова, Ата-әсәләр лигаһы лидеры Нина Добрынченко-Матусевич, Ғаиләгә һәм ғаилә ҡиммәттәренә социаль ярҙам итеү милли ата-әсәләр ассоциацияһы башҡарма директоры Лариса Санатовская, республиканың бөтә муниципалитеттарынан ата-әсәләр берләшмәһе вәкилдәренең сығыштары балаларҙы Интернетта яҡлау, ата-әсәләрҙең тәрбиә биреү өсөн яуаплылығы, балалар хоҡуҡтарын яҡлау мәсьәләләренә арналды. Форумды ойоштороусылар фекеренсә, йәш граждандарҙы ата-әсәләр һәм йәмғиәт берҙәмлектә тәрбиәләргә тейеш.
Төп өлөштән һуң аралашыу “Сәләмәт быуын”, “Балаларҙы хоҡуҡи яҡлау”, “Ата-әсәләр тәжрибәһе. Хәҙерге заман ата-әсәләре нимә белергә тейеш?”, “Интернетта балаларҙың медиахәүеф­һеҙ­леге” майҙансыҡтарында дауам итте.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 616

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 411

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 319

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506