Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
...Ҡаты гөрһөлдәү тауышы мөһим заданиены үтәп ҡайтып килгән һалдаттарҙың икеһен ике яҡҡа алып осорҙо. Күкрәк тәңгәлендәге ҡаты һәм ауыр нәмәне тойоп, иҫенә килде Мөхәмәт Резбаев. Көс-хәл менән күҙҙәрен асты, башы ауырта, ҡолағы бер ни ишетмәй. Немец һалдатының кирза итеге уның күкрәген иҙеп алып бара.
– Әһә, тере был мәхлүк! Әйҙә тор, атла! – тип бойорҙо ул.
Мөхәмәт йығылып китмәҫкә тырышып, тороп баҫты. “Павел ҡайҙа икән?” тип уйларға ла өлгөрмәне, үҙенән 10–15 метр йыраҡлыҡта ятҡан дуҫының ҡанға батҡан үле кәүҙәһен күреп әсен­де. “Эх, был ҡәбәхәттәр ҡулына эләгеү – ниндәй хурлыҡ. Бының өсөн баштан һыйпамаясаҡтар бит. Нимә эшләргә, ҡулда бер граната булһамы...”
...Әсирлеккә төшкән һалдат­тарҙы немецтарҙың лагерына алып барып, теҙеп баҫтырҙылар.
– Арағыҙҙа ат ҡарай белгәндәр бармы?
Мөхәмәт бер аҙым алға атланы. Аттар янына уны мылтыҡ тоҫҡап алып килделәр. “Эй, бахыр аттар! Ҡәһәрле һуғыш һеҙҙе лә һиҫкәнергә өйрәткән, мал­ҡайҙарҙың күҙҙәре тулы һағыш һәм хәсрәт”, – тип уйланы ғүмере буйы конюх булып эшләгән ир, уларҙы күргәс.
– Бына ошонда хәҙер йәшә­йәсәкһең, маңлайыңа пуля алғың килмәһә, яҡшы итеп ҡара ат­тарҙы, – тип әмер бирҙе дошман һалдаты, һаҡта торғанына нимә­лер бышылданы ла сығып китте.
Атты иң аҡыллы хайуан тип әйтәләр, бына әле лә улар әсир­ҙең хәленә ингәндәй бышҡырып ҡаршы алды. Мөхәмәт һәр бе­реһен яратып һыйпаны, алдарына йәшел үлән килтереп һалды, һыу эсерҙе. Үҙе лә шул һыуҙа сайҡанып алды, ҡан ойошҡан бит-ҡулын йыуҙы. “Малдың ни ғәйебе бар был ҡанлы һуғышта? Күпме ат ятып ҡала яу яланында!” Мөхәмәттең күҙҙәренән йәш тамды. Уның ауылда ҡалған Орлик ҡушаматлы аты ни эшләй икән? Уны ла һуғышҡа алып киткән­дәрҙер йә колхоз эшенә егәләр­ҙер, тип уйлап алды. Ағиҙел буйы туғайҙарында ат көткән саҡтарын иҫенә төшөрөп, көрһөнөп ҡуйҙы.
Немец һалдаттары әсирҙәрҙе бөтә ауыр эшкә екте. Кәрәкме-юҡ­мы, ҡарап тормайҙар, иң мө­һиме, үҙҙәренең өҫтөнлөгөн күр­һәтергә, ошо ерҙең хужалары итеп тойорға тырышалар. Ас- яланғас, яралы һалдаттар таңдан алып ҡара төнгә тиклем бил бөгә. Мөхәмәт аттарҙы аҡтыҡ көсөн һалып ҡараны, ашатып-эсерҙе, аҫтарын ҡараны, арба-саналарҙы йүнәтте, йүгән-дилбегә кеүек кәрәк-яраҡты рәтләне. Немецтар һәр ерҙә бөхтәлек ярата, әҙерәк кенә бысраҡ күрҙеләрме – Мөхәмәтте иҫтән яҙғансы туҡмап ташларға ла күп һораманылар.
...Бер көн дошман һалдаттары ҡайҙалыр йыйына башланы. Өҫ-баштары ялбырап бөткән, ас­лыҡтан хәлһеҙләнгән әсирҙәрҙе сафҡа теҙеп баҫтырҙылар.
– Һеҙҙе былай ғына атып үлтермәйбеҙ. Хәҙер бик күңелле тамаша буласаҡ, тәүҙә шуны ҡарағыҙ, – тип оятһыҙ йылмайҙы немец офицеры.
Шул ваҡыт овчаркалар менән бер төркөм һалдаттар килеп баҫты. Эттәр бер туҡтауһыҙ өрә, бына-бына әсирҙәрҙең өҫтөнә ташланыр кеүек.
– Сафта торған килеш унға тиклем һанарға! – тигән әмер яңғыраны.
Әсирҙәр бер-бер артлы һанар­ға кереште.
– Беренсе, икенсе, өсөнсө...
– Унынсы...
Унынсы әсирҙе мылтыҡ төйҙә­һе менән сафтан төртөп сығарып, немец һалдаттары овчаркаларын ысҡындырҙы... Ҡомһоҙ эттәрҙең ҡоро һөйәккә ҡалған әсирҙе йолҡ­ҡослағанын башҡалар ҡара­маҫ өсөн күҙҙәрен йомдо, дош­ман­дарҙың мыҫҡыллы көлөүе эт өрөүенән дә нығыраҡ ишетелде.
– Беренсе, икенсе, өсөнсө...
– Унынсы...
“Ошо икән дошман ҡулынан үлемем! Эх, теге юлы снаряд ярсығынан үлһәм, мең артыҡ булыр ине”, – тип уйланы Мөхәмәт. Уның атаһы Ғариф ҡарт тирә-яҡта билдәле, бик уҡымышлы мулла ине. Намаҙ, доғалар уҡыған саҡта, үлгән йә сирле янында ясин сыҡҡан ваҡытта Мөхәмәт иғтибар менән тыңлай торғайны. Шуның өсөн дә бер нисә доға иҫендә ҡалған. “Бе­рәүҙән һуң сират миңә етәсәк, үлер алдынан белгән доғала­рымды уҡып, әжәлде Хоҙайға һыйынып ҡаршы алайым”, – тип Мөхәмәт шым ғына доға уҡый башланы:
– Лә илаһи иллалаһ...
Тыуған йортонда ҡалған өс ҡыҙы, улы, ҡатыны уның күҙ алдынан үтте. Күңеленән генә улар менән хушлашты, гонаһтарын ярлыҡауҙы һорап ялбарҙы.
– Беренсе, икенсе, өсөнсө...
– Унынсы... Мөхәмәт күҙен йомоп, дошман эттәренең һөжүменә ҡаршы атланы.
Туҡта, ни булды һуң әле? Ниңә бер эт тә миңә ташланмай? Әллә был төшмө?
Ирҙең мейеһендә бер-бер артлы мең һорау тыуҙы, ул яй ғына күҙен асты. Бәй, ни күрә: немец һалдаттары тырым-тырағай ҡайҙа­лыр йүгерә, урман яғынан “ура-а-а” тауыштары ишетелә. Әсирҙәр әле генә барған мәхшәр­ҙән айный алмай баҫып тора бирҙе.
– Беҙҙекеләр килә, ура-а-а, үҙебеҙҙекеләр, беҙ ирекле, – тип Мөхәмәт ҡысҡырып ебәрҙе. Иптәштәре көтөлмәгән шатлыҡ­тан бер-береһенең ҡосағына ташланып илаша ине...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 051

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 415

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 947

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 853

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 595

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 206

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 430

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 951

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 401

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 486

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 311

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 497