Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Башҡортостан” Сибайҙан башлана!
“Башҡортостан”  Сибайҙан башлана!Рәсәй төбәктәре буйлап йөрөгәндә шуға иғтибар иткәнем бар: унда ниндәйҙер ваҡиға әллә булған, әллә юҡ, Игорь полкы әллә килгән, әллә үтмәгән, Есенин унда шиғыр уҡыған, әллә юҡ, әммә бер генә мәғлүмәт ишетеп ҡалһалар ҙа, шуға бағышлап сара уҙғаралар, таҡтаташ, һәйкәлдәр асалар. Эйе, был – ыңғай күренеш, ниңә аптырарға, тиерһегеҙ? Аптыраған юҡ та ул, тик эш шунда ғына: Башҡортостан еренең һәр квадрат метры тарих менән һуғарылған, аҙым һайын аҫыл батырҙарҙың, сәсәндәрҙең ҡаны ҡойолған, һөйәктәре ята, әммә беҙ шул хаҡта ауыҙ тултырып һөйләмәйбеҙ, хатта ки шул тиклем өйрәнеп киткәнбеҙ, иҫкә алырға ла онотоп ебәрәбеҙ төҫлө...
Әммә йолалар, халыҡ ижады һаҡланған, бөгөн дә хакимиәт башлыҡтары милли мираҫҡа таянып эш иткән Уралдың көньяғында йәшәгән милләттәштәребеҙ беҙгә үҙҙәренең ғәмәле, әүҙемлеге, тыуған тупраҡтың һәр бөртөгө боронғолоҡ ауазы менән һуғарылыуын аңлауын өлгө итеп күрһәтә. Ни сыҡһа, уларҙан сыға, тип юҡҡа әйтмәйҙәр бит ул: ана бит үҙ хәбәрсебеҙ, Баймаҡ ҡыҙы Кәримә Усманова ла тотто ла, эшлекле яҡташтарына, рухлы төбәктәштәренә таянып, Сибайҙа – был төбәктең баш ҡалаһында “Башҡортостан” гәзитенең йөҙ йыллығын үткәрергә йөрьәт итте!


Рәсмилекте еңгән халыҡсанлыҡ

“Башҡортостан”  Сибайҙан башлана!Сибай ҡала хакимиәте башлығы Хәлит Сөләймәнов: “Республикабыҙҙың төп баҫмаһы – “Башҡортостан”. Уның йөҙөндә беҙҙең һәр беребеҙҙең яҙмышы, асылы сағыла. Дәүләтсе­легебеҙҙең ғорурлығы, таянысы ул”, – тигән һүҙҙәр менән асып ебәрҙе А. Мөбәрәков исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрында “Башҡортостан” гәзитенең 100 йыл­лығын билдәләү тантанаһын. “Республиканың автономияһы башында торған “Башҡортостан” гәзитенең юбилейының төп сараһы сценарийы әле яҙылмаған да, әммә сибайҙар, һәр ваҡыттағыса әүҙемлек күрһәтеп, беҙҙе үҙҙәре үк матбуғат баҫмаһының байрамына саҡыра. Был юҡҡа түгел, автономия башындағы бик күп саралар ҙа тап ошо ерлектә үткән һәм Темәс ауылы менән бәйле”, – тине баҫманың баш мөхәррире Азамат Юлдашбаев. Кисә генә “Сәсмәүерем – селтәрем” тип аталған милли башҡорт кейеме байрамы (был хаҡта айырым мәҡәләлә һөйләшербеҙ) тәьҫиренән арына алмаған күңелдәр яңы тәрән кисереш­тәр донъяһына, халҡыбыҙҙың асылын сағыл­дырған сығыштар иленә сумды!..
Баймаҡ районы хакимиәтенең социаль һәм кадрҙар мәсьәләһе буйынса урынбаҫары Гөлшат Сирғәлина, Әбйәлил районы хакимиәтенең социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Урал Хәлисов, Хәйбулла районы хакимиәтенең финанс мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Альмира Шәйәхмәтова, Йылайыр районы хакимиәтенең социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Александр Коротков сығыштарында баҫманың дәүләт сәйәсәтен алып барыуҙағы, халыҡ мәнфәғәтен хәстәрләүҙәге ролен баһалап, заман менән бергә атлауын билдәләне. Эйе, барыһы ла рәсми урындарҙа эшләгән вазифалы заман­даш­тарыбыҙ, әммә һәр кем “Башҡортостан” гәзите хаҡында үҙ һүҙен, күңел түрендәге фекерҙәрен еткереүе тойолоп торҙо. Гәзит хеҙмәткәрҙәрен ҙурлап, бүләктәр ҙә тотоп килгәндәр. Хәйбулла районы әлегә тиклемге яҙылыусылар исемлегенә тағы ла 100 уҡыусы өҫтәләсәген белдерҙе: улар баҫманың юбилейы уңайынан ветерандарға, өлкән быуын вәкилдәренә шул рәүешле бүләк эшләгән! Рәхмәт һәр төбәктең етәкселәренә, уҡыусы­ларына, уларҙың яҡты мөнәсәбәте менән баҫмабыҙҙың тиражы һаҡланып килә лә инде! Йылайыр районы хакимиәтенең социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Александр Коротковтың саф башҡортса ҡотлауы шулай уҡ күңелдәргә май булып яғылды. Мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытмайҙар тигән башҡорт­тарға тыңлатырға ине уның кеүектәрҙең телмәрен! Теләгән кеше өйрәнә, һөйләшә, аралаша, теләмәгән – сәбәп эҙләй!
“Башҡортостан” гәзитенең ошо яҡтағы үҙ хәбәрсеһе Шәйхислам ағай Айсыуаҡов, йәмәғәт хәбәрселәре Салауат Мөхәмәтшин, Рәшит Үтәев, яҙыусы, прозаик Хәйҙәр Тапаҡов, “Баймаҡ телевидениеһы” директоры Гөлнур Ишбулатова, Әбйәлил районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, “Осҡон” гәзитенең баш мөхәррире Вил Илһамов, Йылайыр районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, “Сельские огни” гәзитенең баш мөхәррире Барис Солтанов шиғыр юлдары, ялҡынлы һүҙ аша дәүләттең төп баҫмаһы киләһе быуаттарға ла артылып сығыуын теләне.
Кемдер халыҡ йолаларын тотоуҙы, милләт тарихына таянып йәшәүҙе иҫкелек ҡалдығы тип әйтмәксе була ла, килеп сыҡмаҫ шул. Иманым камил: үтер бына 10-15 йыл һәм бөтә кешелек, үҙенең тарихына йәбешеп, киләсәккә үрләүе хаҡында бөтә донъя халҡына һөйләй башлар. Юҡҡа ғына бөгөн этномәҙәниәт хаҡында һүҙ алып бармай йәштәр! Был бит мода өсөн түгел, ҙур Йыһанда кеше булараҡ, халыҡ булараҡ үҙеңде юғалтмау өсөн!!!

Рухи ҡеүәт, иман ҡото
Һаҡлап торор беҙҙең халыҡты


“Башҡортостан”  Сибайҙан башлана!Өфө халҡын йыр-моң менән аптыратыуы еңел түгел. Беҙ, баш­ҡорт­тар, моңдоң ни икәнен бәлә­кәй­ҙән белеп үҫкәс, һәр сығыш яһау­сыға иҫебеҙ китеп бармайбыҙ, ҡул саба һалмайбыҙ. Башҡорт­остандың баш ҡалаһы булараҡ, мәркәзгә концерт ҡуйырға кемдәр генә килмәй ҙә кемдәр генә ауыҙ асып уны яуларға тырышып ҡара­май?! Ауыл балалары булһаҡ та, беҙ ҙә Өфөбөҙҙә йәм табып, уны йәмләргә тырышып йәшәп ятабыҙ. Бында ишеткән һәр тауыш моң, яңғыраған ауаз йыр түгеллеген хәҙер инде яҡшы бе­ләбеҙ. Әммә бына төбәктәргә барып халыҡсан, ихлас бер генә тауыш ишетелеп ҡалһын, күҙҙән йәш тәгәрәй башлай. Әбйәлил районының Хәлил ауылы биләмәһе ветерандарының “Малайҙар” вокаль ансамбленең (етәксеһе Әҙеһәм Хәмзин) сығы­шын ҡарағандан һуң уйландым ошо хаҡта. А. Мөбәрәков исемен­дәге Сибай башҡорт драма театрында ошо көнгә шаһит булғандар күрҙе был тамашаны. Ҡайһы милләттең аҡһаҡал йәшендәге ир-егеттәре үҙаллы ансамбль төҙөп, ошолайтып йырлап тора алыр ине икән?! Аҡса түләһәләр, төрлө наградалар вәғәҙә итһә­ләр, йырлар­ҙар ине, бәлки, ә бына башҡорт­тарҙың күңеле, ғүмере баҡый йөрәге йырлай. Уларға рәхмәт әйтергә сыҡҡан Азамат Рәмил улының: “Башкавдивизия эҙҙәре­нән йөрөгәндә тамағыма төйөр ты­ғыл­ғайны, һеҙҙе лә мин тыныс тыңлай алмайым. Бындай халыҡты бер ниндәй заман афәте лә еңә алмаясаҡ!” – тигән һүҙҙәре хәҡиҡәттең үҙе түгелме ни?!
Сибай педагогия колледжының “Аҡйондоҙ” халыҡ бейеү ансамбле, вокаль трионың “Беҙ ауылдың шәп егеттәре” йыры, “Сибай” халыҡ бейеү ансамбленең “Башҡортостан – гөлбостан” бейеүе, Сибай концерт-театр берекмәһе йырсылары сығышы бер тынала ҡаралды. Һәр бер артистың, башҡарыу­сының ихласлығы, тауышындағы дәрте, бейеү хәрәкәтендәге йәшәү ҡомары сәхнәнән залға табан урғылды. Ошо ерҙең генә түгел, кеше­ләренең дә энергетикаһы, йөрәк моңо беҙҙең күңелдәргә тулды. Артистарҙы елле әҙерлә­гәнһегеҙ, рәхмәт Сибай мәҙәниәт бүлеге начальнигы Элиза Кирә­йе­ваға! Әсәнән күргән – тун бескән, тип юҡҡа әйтмәйҙәр шул. Элиза Ғүмәр ҡыҙының әсәһен мәҙәниәт, әҙәбиәт өлкәһендә эшләгән һәр кем яҡшы белә – күпме йылдар төбәктең рухи майҙанын рухи ҡаҙаныштар менән һуғарҙы Луиза Ҡаһарман ҡыҙы Дәүләтшина!
Беҙ студент саҡта шундай әйтем бар ине: бейемәгән Баймаҡ кешеһе юҡ. Шуны раҫлап, был байрамда беҙҙе ҡотларға килгән баймаҡтар исеменән Илшат Ғүмәров “Рекрут” бейеүен башҡарҙы. Йылайыр ҡыҙы Линиза Солтанованың йырын да яратып ҡабул иттек. Хәйбулла районынан килгән гармунсы, йырсы, ҡумыҙсы, һәүәҫкәр композитор Гөлфиә Хәләфетди­нованы “Бәйлә­нештә” социаль селтәре аша ғына белә инек. Талантлы ҡыҙҙың дәртле йырҙарына, моңло көйҙә­ренә күптәр ғашиҡ. Ул, әйтерһең, һәр ваҡыт ниндәйҙер бер моңға көйләнеп йөрөй: оҡшаған шиғырын күреп ҡалһа, тота ла йыр яҙа. Был кисәлә лә ул дәртле йырҙары менән кәйефтәрҙе күтәрҙе. Төбәк­тәрҙә йәшәй ул халыҡ моңон һаҡлаусылар!
“Йондоҙ” вокаль-эстрада сту­дия­һында шөғөлләнгән ҡыҙҙар һәм егеттәр сығышы йәшлек дәрте, өмөт­лө киләсәк нуры менән һуға­рылғайны (етәксеһе Әлфиә Балхи­на). Әйткәндәй, был көндө баҫ­мабыҙға яҙылыусылар араһын­да ҡиммәтле бүләктәр ҙә уйнатылды.
Ҡотлауҙар, рәхмәт һүҙҙәре менән кисә тамамланырға тейеш ине кеүек, әммә залда, фойела дауам итте. Шағир Салауат Әбүзә­ров менән икәүләп сәхнәнән шиғыр уҡығайныҡ. Ниңә тағы ла берәй икешәрҙе һөйләмәнегеҙ, көн дә килеп тормайһығыҙ бит, тинеләр. Эйе, шиғыр ярата, йыр ярата беҙ­ҙең халыҡ. Тыңлаусыһы, уҡыусыһы булғанға яҙылалыр ҙа улар.

Күңелдәр ҡалды сафланып

“Башҡортостан”  Сибайҙан башлана!Был көнөбөҙҙө беҙ Ғәҙелша шар­лауығына сәфәрҙән башла­ғай­ныҡ. Башҡортостаныбыҙҙың иң күркәм урындарының береһе бул­ған шарлауыҡ беҙҙе берсә көлөп, берсә моңайып ҡаршы алды. Һәр беребеҙ ярата тәбиғәт ҡосағында ял итергә. Таштарҙағы яҙмаларға ҡарағанда, бында ниндәй милләт вәкилдәре генә булып китмәгән, әммә үҙе артынан таҙартырға онотҡандар арабыҙҙа етәрлек. Ете тоҡ сүп йыйып алып төштөк шарлауыҡтан. Был беҙҙең өсөн үҙе бер таҙалыҡ байрамы булды. Республиканың күрке булған урындар беҙҙә етәрлек, әммә, хөрмәтле милләттәштәр, ябай ғына хәҡиҡәтте ниңә бер-беребеҙгә әйләнгән һайын ҡабатлайбыҙ икән: таҙартҡан ерҙә түгел, бысратмаған урында таҙа! Аҙ ғына булһа ла тәбиғәткә ярҙам итә алыуҙан күңелдәргә лә ҡыуаныс тойғоһо йүгерҙе. Бигерәк тә эленгән теләһә нәмәләрҙән һарғая, кибә башлаған ағасты сепрәк-сапраҡтарҙан арындырғанда. Иманға килгән хөрмәтле замандаштар, бахыр үҫемлек теләк үтәмәй, ата-бабаларыбыҙ күптән инде бер Аллаһтың барлығын һәм берлеген таныған, йонсотмайыҡ донъябыҙ күрке булып ултырған ағастарҙы, бары тик Аллаһтан һорайыҡ, уға һыйынайыҡ, уның менән серләшәйек.

Мин яратам һине, Сибай!

Күпме йәш ижадсыларға, милләтебеҙҙең бөгөнгө аҫыл заттарына ҡанат ҡуйған төбәк ул – Сибай. Башҡортостан автономия­һы башында торған, милләт яҙмышын яҙған баҫманың юбилей саралары тап ошо төбәктән башланыуы, бер ҡараһаң, һис ғәжәп түгел. Сибайҙар, баймаҡтар, йыла­йырҙар, хәйбул­лалар, әбйәлилдәр был тантананы иң тәү сиратта үҙ байрамы, халыҡ байрамы тип иҫәпләй. XXI быуатта үҙ дәүлә­тендә үҙ һүҙен әйтеп килгән “Башҡортостан” гәзите милләте ҡеүәте менән көслө!

P.S. Ғүмерҙең төрлө миҙгеле була. Болоттар ҡуйырып киткән саҡтарҙа ошо яҡтың ырыҫлы байрамын ихлас, ысын тойғоло халҡының яҡты мөнә­сәбәтен иҫкә алып, шул мәлдәргә һыйы­нырмын. Өфөгә ҡайтып та өлгөрмәнек, Сибайҙы, Ғәҙелшаны, Манһырҙы – ошо яҡтың көслө рухиәтен һағындым!..
Лариса АБДУЛЛИНА.



“Башҡортостан”

Һин – халҡымдың һүнмәҫ рухы,
“Башҡортостан”!
Һин – милләттең ҡот-ырыҫы, “Башҡортостан”!
Башҡортома зауыҡ биреүсе – “Башҡортостан”!
Телем, тиеп саң ҡағыусы – “Башҡортостан”!

Халҡым, тиеп, илем, тиеп быуат аштың,
Олатайҙар йәшенә лә килеп баҫтың!
Шаулы-шаңлы замандарҙы һин үткәрҙең,
Ил күргәнде үҙ иңеңдә һин күтәрҙең!

Күпме әҙип һинең аша алға атланы,
Күпме йәштәр һинең һүҙҙән ҡанатланды!
Берәгәйле һүҙең менән дандар алдың,
Инабатын һин күтәрҙең башҡорттарҙың!

“Башҡортостан” – милләтемдең һин бит йөҙө!
“Башҡортостан” – башҡортомдоң әйтер һүҙе!
Йөҙ йәшәгән Аҡһаҡалдай аҡыл биреп,
Киләсәккә етәклә һин, әйҙә, беҙҙе!


Мотал РӘМОВ.
Сибай ҡалаһы.




Рух мәккәһе

Сал быуатлыҡ йәшкә еттең,
Рух илсеһе – “Башҡортостан”,
Тиңләр инем ҡыйғыр ҡошҡа
Бейеклекте иңләп осҡан.

Бейеклектәр яулай-яулай
Әйҙәйһең һин һәр саҡ алға,
Милләтемә маяҡ та һин,
Ҡанатыбыҙ әгәр талһа.

Юҡ, осмайбыҙ упҡынға беҙ:
Юрамаһын дошман мәкер,
“Башҡортостан” йәшәгәндә,
Аҡтамырҙай халҡың ҡалҡыр.

Йәшә шулай паклыҡ бөркөп,
Нурың сәсеп тирә-яҡҡа.
Рухың һынмай алға бар һин,
Дөрөҫлөктө теркәп аҡҡа.

Оло юбилейың ҡотлап
Тәбрик итә бөгөн халҡың,
Рух мәккәһе – “Башҡортостан”,
Йәшә шулай, йәшә балҡып.

Рузидә ҮТӘШЕВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 174

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840