Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ерҙең ырыҫы — үҙебеҙҙән
Ерҙең ырыҫы — үҙебеҙҙәнБаймаҡ — республиканың иң ҙур һәм ҡеүәтле райондарының береһе. Тәбиғәтенең матурлығы, халҡының эшсәнлеге, талантлы, дәртле булыуы һәм, иң мөһиме, ерендә аҫаба башҡорттарҙың күпләп йәшәүе менән дә айырылып тора ул. Һуңғы осорҙа район һәм ҡала ҙур төҙөлөш майҙансығына әүерелде, яңы производстволар асыу етеҙ бара, эшҡыуарлыҡ йылдам үҫешә, үҙенсәлекле проекттар тормошҡа ашырыла. Бөгөн ауыл хужалығы, төҙөлөш, социаль хеҙмәтләндереү өлкәләрендә ниндәй эштәр күҙаллана? Райондың ниндәй ҡаҙаныштары айырыуса иғтибарға лайыҡ, ҡайһы проблемаларҙы хәл итергә, етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә кәрәк? Ошо һәм башҡа һорауҙар менән беҙ район хакимиәте башлығы Илшат СИТДЫҠОВҡа мөрәжәғәт иттек.
Ерҙең ырыҫы — үҙебеҙҙән— Илшат Хәмит улы, Баймаҡ районы, нигеҙҙә, аграр төбәк булғас, һүҙҙе ауыл хужалығы тармағынан башла­йыҡ. Әле ер ке­шеһе өсөн иң яуаплы осор — сәсеү кам­па­нияһы башланды. Агросәнәғәт ком­плек­сының хәлен нисек баһалайһығыҙ?
— Ҡәнәғәтләнерлек тип атар инем. Былтыр Баймаҡ игенселәре 150 мең тонна ашлыҡ йыйып алды һәм, республикала икенсе урынды яулап, Башҡортостан Хөкүмәтенең Дипломына лайыҡ булды. Быйыл да улар һынатмаҫ тигән ышаныстамын.
Яҙғы сәсеүгә килгәндә, яңы миҙгелгә өмөт ҙур: ерҙе яратҡандар күптән инде техниканы әҙерләп, яғыулыҡ туплап, ең һыҙғанып сәсеүгә төштө. Көндәр аяҙ торғанда, уны тиҙ арала ойошҡан рәүештә атҡарып сығасаҡбыҙ. Быйыл аграрийҙар тарафынан барлығы 84 мең гектарҙа иген культуралары сәсеү ҡаралған, 400 мең гектарҙа ужым яҡшы ҡышлаған. Агро­сәнәғәт комплексы лидерҙары — Ленин исемендәге һәм “Рассвет” ауыл хужалығы кооперативтары, “Рәсүлев” крәҫтиән (фермер) хужалығы тәүгеләрҙән булып сәсеүгә төштө. Быйыл барлығы 450 тонна элиталы орлоҡ әҙерләнде, бөтә хужалыҡтар ҙа уның менән тулыһынса тәьмин ителгән. “Шәрәфетдинов” һәм “Рәхмәтуллин” крәҫ­тиән (фермер) хужалыҡтары Әбйәлил районының “Красная Башкирия” хужалығында ҡулланылған алдынғы “нуль технологияһы” буйынса эш башланы, яйлап был алымға башҡалар ҙа күсмәксе.
Һуңғы йылдарҙа малсылыҡта ла тотороҡло үҫешкә өлгәшелде, Күлтабан ауылындағы мегаферманы файҙаланыуға тапшырыу райондың һөтсөлөк тармағы үҫешенә ныҡлы йоғонто яһаны. Шулай уҡ йылҡысылыҡ йылдам үҫешә.
— Баймаҡтар беренселәрҙән булып республикала “Башҡорт аты” этно­фес­тивален үткәр­ҙе, тәүгеләрҙән төр­ки халыҡтарҙа йәшәп кил­гән “Ылаҡ” мил­ли уйынын күрһәтеп, Ҡыр­ғыҙ­станда II Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарында ҡатнашыу бәхетенә өлгәш­те. Башҡорт атын данлау, йыл­ҡысылыҡты үҫте­реү һеҙҙең үҙегеҙҙең ат яратыуығыҙҙан киләме?
— Бәлки, шулайҙыр. Баймаҡ районы — башҡорт тоҡомло аттың төп генофондын һаҡлаған берҙән-бер төбәк. Уның хужалыҡтарында 30 меңдән ашыу йылҡы аҫрала, өс тоҡомсолоҡ репродукторы эшләй. Ҡуянтау ауылы янында “Аҡъял” ипподромы бар, унда йыл һайын республика кимәлендәге, төбәк-ара әһәмиәттәге ат спорты ярыштары үтә. 2015 йылда тәүге тапҡыр уҙған “Башҡорт аты” этнофестивале матур традицияға әйләнде. Ул йыл һайын күп тамашасыны үҙенә йәлеп итә, башҡорт атына ҡарата ҙур ҡыҙыҡһыныу уята.
Тап ошо сара нигеҙендә “Ылаҡ” уйыны тергеҙелде. Былтыр унда ҡатнашҡан команда уйын менән яҡындан танышыу, өйрәнеү маҡсатында Ҡырғыҙстанда үткән II Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарына юлланғайны, һынатманы. Тап ошо уйынды артабан үҫтереү маҡсатында 15 ат һатып алдыҡ, уларҙы махсус рәүештә өйрәтәбеҙ, төрлө трюктарға әҙерләйбеҙ. Киләсәктә Баймаҡ командаһын донъя кимәлендә танытыу өсөн шарттар бар, хәҙер ауылдарҙа “Ылаҡ” уйыны менән ҡыҙыҡһынғандар һанының артыуы күҙәтелә.
Былтыр районда XI Республика ҡымыҙ етештереү оҫталары конкурсы үтте. Йылҡысылыҡ — бик табышлы тармаҡ, бөгөн ауыл халҡы йылҡы малы иҫәбенә йәшәй тиһәк тә, хата булмаҫ. Шулай ҙа аттарҙы көтөүгә ҡушмай, иркен йөрөтөүҙәре күп проблема тыуҙыра. Сәсеүлектәр тапала, бесәнлектәр юҡҡа сыға, хатта кеше ғүмерҙәренә хәүеф тыуҙырған ваҡиғалар ҙа осрай. Шуға күрә ат хужаларына иғтибарлы булырға кәрәк. Тәү ҡарашҡа ябай ғына күренгән мәсьәләләр урында хәл ителһә, күпкә яҡшыраҡ булыр ине.
— Илшат Хәмит улы, йылҡысылыҡ — табышлы тармаҡ, тибеҙ ҙә ул, әммә ҡымыҙҙы һатыу проблемаһы бар. Урам­да, баҙарҙа литрлап ҡына тарат­ҡан эсемлектән әллә ни ҙур табыш алып булмай түгелме?
— Килешәм. Йәй башланыу менән ҡымыҙ яратҡандар һаны арта, артабан был ағым кәмей төшә. Бейә һөтөнөң файҙалы булыуы яңылыҡ түгел, уны ғалимдар күптән раҫлаған. Бөйөк рус яҙыусылары Антон Чехов менән Лев Толстой ХIХ быуатта уҡ башҡорттарға килеп, ҡымыҙ менән дауаланған. Киләсәктә бейә һөтөн киптереп, спортсылар өсөн витаминлы энергетик эсемлек сығарыу башланғысы менән кәрәкле урындарға мөрәжәғәт иттек.
Былтыр район һабантуйында дүрт тапҡыр олимпия, 15 тапҡыр СССР чемпионы, СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мас­теры Александр Тихоновтың ҡатнашыуы ла юҡҡа булманы. Күрше Силәбе өлкәһендә тыуып үҫкән күренекле спортсы “батырҙар эсемлеген” пропагандалай башланы. Киптерелгән бейә һөтө нигеҙендә спортсылар өсөн махсус эсемлек әҙерләү буйынса һөйләшеүҙәр алып барыла. Бының өсөн махсус ҡорамал һатып алырға кәрәк, ул бик ҡиммәт тора, әле инвесторҙар эҙләйбеҙ. Әгәр ҡорамал булып, бейә һөтөн киптереү цехы асылһа, ҡымыҙ етеш­тереүселәр өсөн уны ҡайҙа итергә тигән һорау булмаясаҡ, киреһенсә, хал­ҡыбыҙҙың милли эсемлегенә ихтыяж артасаҡ. Бер юлы йылҡы итен про­пагандалауҙы ла көсәйтеү зарур.
— Инвесторҙарҙы йәлеп итеүгә йүнәлтелгән “Урал аръяғын иҡтисади йәһәттән үҫтереү буйынса уртаса сроклы комплексы программа” нисек тормошҡа ашырыла?
— Тап ошо программа нигеҙендә районда 300-ҙән ашыу яңы эш урыны булдырылды. “Сорғотнефтегаз” ААЙ-һының “Түбәнге Сортымнефть” идаралығы менән килешеү нигеҙендә 3 мең 600 кеше вахта ысулы менән эшкә урынлашты. Районда еңел сәнәғәтте үҫтереү маҡсатында тегеү һәм аяҡ кейеме производствоһы эш башланы. Икенсе Этҡолдағы аяҡ кейеме етештереү предприятиеһына 60 кеше йәлеп ителде. Ул Дәүләкән аяҡ кейеме фабрикаһы өсөн өлгөләр әҙерләй, киләсәктә өҫтәмә ҡорамал урынлаштырып, эш урындары һанын 200-гә тиклем еткереү көтөлә. “Колибри” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте дүрт цех ойоштороп, тиҙҙән Баймаҡта тегеү фабрикаһы үҙ ишектәрен асасаҡ. “Семеновск руднигы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ҡайтанан эшләй башланы, 50-гә яҡын кешегә эш урыны булдырылды.
Әлбиттә, программаға ярашлы ҡабул ителгән бөтә килешеүҙәр ҙә тормошҡа ашырыла, тип әйтеп булмай. Бәғзеләренең инвесторҙары юҡҡа сыға йәки башҡа проблемалар килеп тыуа. Мәҫәлән, “Талҡаҫ” шифаханаһы буйынса ҡабул ителгән ҡарарҙар ошоғаса үтәлмәй. Бөгөн унда заман талаптарына яуап бирерлек бер нисә корпус төҙөү мотлаҡ, шулай уҡ ҡыш ял итеүселәрҙе йәлеп итеү маҡсатында башҡараһы бик күп эш бар. Йыл әйләнәһенә тулы кимәлдә ял итеүселәрҙе йыя алғанда ғына шифаханаға ябылыу ҡурҡынысы янамаясаҡ.
— Йәмле Талҡаҫ күле матурлығы менән генә түгел, таҙалығы менән дә күптәрҙе үҙенә йәлеп итә. Районда туризмды үҫтереү йәһәтенән дә был төбәк бик уңайлы, эйе бит?
— Һуңғы йылдарҙа турист ин­дустрияһын үҫтереү йүнәлешендә махсус программа ҡабул ителде. Уның нигеҙендә “Ирәндек” ландшафтлы музей-ҡурсаулығы булдырылды, шәхси эшҡыуарҙарҙың “Ирәндек” этнотурист һәм “Аҡназар” турист базалары уңышлы эшләй. Байыш ҡурғандарына, Ғәҙелша шарлауығына йыл һайын меңдәрсә турист килә, шуға күрә төбәктә туризм тармағын яңы кимәлгә күтәреү өсөн тәүәккәлдәрҙе көтәбеҙ, уларға бар яҡлап ярҙам ҡулы һуҙырға әҙербеҙ. Мәҫәлән, Фәйзулла ауылы янында “Башҡорт ауылы” проектын тормошҡа ашырыу өҫтөндә эшләйбеҙ. Ул халҡы­быҙҙың тарихын, үткәнен, бөгөнгөһөн сағылдырған, йолаларын күрһәткән, шөғөл-кәсептәрен сағылдырған үҙәккә әйләнер тигән өмөттәмен.
— Республика Башлығының “100 йыллыҡҡа – 100 объект” тигән баш­лан­ғысын күтәреп алып, баймаҡтар нимәләр төҙөргә уйлай? Район буйынса ла ошондай уҡ проект ҡабул ителеүе билдәле, иң әһәмиәтлеләренә генә туҡталып китәйек әле.
— Беҙҙең өсөн уларҙың барыһы ла әһәмиәтле. Тарихтан билдәле булыуынса, Башҡортостан дәүләтселеген төҙөүҙә Баймаҡ районы халҡы ҙур роль уйнаған. Тап беҙҙең данлы һәм шанлы Темәс ауылында Башҡорт автономияһы тураһында хәл иткес ҡарарҙар ҡабул ителгән, Әхмәтзәки Вәлиди, Шәйехзада Бабич, Муса Мортазин, Юныс Бикбов һәм башҡаларҙың эҙе һаҡланған, шуға күрә баймаҡтар был оло тантанаға етди әҙерләнә. Оло юбилейға ярашлы, Баймаҡтың Көньяҡ биҫтәһендә балалар баҡсаһы һәм мәктәпте үҙ эсенә алған комплекс, Салауат Юлаев исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында хоккей ҡумтаһы төҙөү, Алдар батырға һәйкәл асыу кеүек эштәр күҙ уңында тотола. Шулай уҡ Темәс ауылындағы музейҙы үҙгәртеп ҡорорға, урамдарҙы төҙөкләндерергә, күперҙәрҙе ремонтларға уйлайбыҙ. Заман талаптарына яуап биргән ипподром файҙаланыуға тапшырыласаҡ. “100 йыллыҡҡа — Баймаҡтың 100 шәхесе” тигән проектты Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы күтәреп сыҡҡайны. Ул да халыҡ араһында хуплау тапты. Үҙебеҙҙең районда тыуып үҫкән 100 арҙаҡлы шәхесебеҙҙе асыҡлап, улар тураһында айырым китап баҫтырып сығарасаҡбыҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 059

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 424

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 955

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 860

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 607

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 214

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 438

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 952

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 408

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 504