Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мәғлүмәтле булыу отошло
Мәғлүмәтле булыу отошло Стәрлетамаҡ үҫешә. Яңынан-яңы йорттар ҡалҡа, социаль объекттар төҙөлә. Мәҫәлән, күптән түгел ҡаланың яңы биҫтәһендә күп ҡатлы йорттар барлыҡҡа килде, уларҙан йыраҡ түгел 1000 урынлыҡ мәктәп, балалар баҡсаһы ишектәрен асты, “Ашығыс ярҙам” ярҙамсы станцияһы һәм янғын һүндереү часы эшләй башланы, сауҙа йорттары ҡалҡты. Төрлө программалар, инвестициялар ярҙамында төҙөлөш гөрләй. Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ: муниципалитеттың киңәйеүенә ҡарамаҫтан, уның бөхтәлеге, таҙалығы инде нисәмә йыл матур йола булып һаҡланып килә. Күптән түгел Мәскәүҙә “Рәсәйҙең иң төҙөк ҡалаһы (ауылы)” конкурсы йомғаҡтары буйынса Стәрлетамаҡтың 100 мең һәм унан да күберәк кеше йәшәгән ҡалалар араһында II урынды алыуы – быға асыҡ дәлил. Тәүге баҫҡыстарҙағы позицияларын стәрлетамаҡтар инде бер нисә йыл бирмәй килә.
Әлбиттә, таҙартыу ғына таҙа­лыҡ тигәнде аңлатмай әле, халыҡтың тирә-яғына, башҡа­ларға иғтибарлы, һаҡсыл булыуы зарур. Ғөмүмән, стәрлета­маҡтарҙы был тәңгәлдә өлгө итеп ҡуйырлыҡ, улай ғына ла түгел, берҙәм, тәүәккәл һәм әүҙем дә бында йәшәгән халыҡ. Шулай булмаһа, “Урындағы башланғыс­тарға булышлыҡ итеү” програм­маһында ҡатнашыу өсөн илленән ашыу ғариза ебәрелер инеме ни? Проекттың 20 проценты – муниципалитет бюджетынан, 5 проценты халыҡтан йыйылған финанс икәнлеген билдәләгәндә, стәрлетамаҡтарҙың йәшәгән биҫтәһенә, урамына, йортона булған һөйөүенең ихласлығына шик юҡ.
Тарихҡа күҙ һалғанда, бындай программа Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәрендә, мәғлүм булыуынса, тиҫтә йыл эшләй, республикала ул 2014 йылда барлыҡҡа килде. Нисек кенә булмаһын, уның ярҙа­мында бихисап проект тормошҡа ашҡан. Тимәк, ниндәйҙер ҡалала спорт майҙансығы барлыҡҡа килгән, ҡайһылыр ауылда юл нығытылған йәки клуб яңы төҫ алған. Шулай ҙа, Башҡортос­тандың Стратегик тикшеренеүҙәр институты ғилми хеҙмәткәре Александр Куликовтың фекеренә ҡарағанда, халыҡтың ошондай проекттар хаҡында аҙ мәғлүмәт­лелеге һаман да программаны тормошҡа ашырыуҙа төп проб­лемаларҙың береһе булып ҡала. Мәҫәлән, донъяуи кимәлдәге тәжрибәгә күҙ һалһаҡ, ошондай проекттар ярҙамында һәм халыҡтың әүҙемлеге менән һигеҙ тиҫтәнән ашыу илдә урындағы инфраструктура яҡшыртыла икән, шуға күрә хәҙерге заманда мәғлүмәтле булыу отошло.
Башҡортостанға әйләнеп ҡайтҡанда, был программала тәүге йылдарҙа Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән, Ейәнсура, Йылайыр, Учалы, Хәйбулла райондары әүҙемлек күрһәтте. Былтыр һәм быйыл стәрлетамаҡтар ҙа ҡалышырға теләмәй. Мәҫәлән, үткән йылда ҡаланан өс проект көс һынашты, уларҙың икәүһе комиссия тарафынан хупланған. Балалар һәм спорт майҙан­сыҡтары улар. Башланғыстарҙың хужаһы – “Лидер” һәм “Шишмә” торлаҡ хужалары ширҡәте. Майҙансыҡтарҙа сыр-сыу килеп бала-саға йүгерә лә инде.
Мәғлүмәтле булыу отошлоСтәрлетамаҡ ҡалаһы хаки­миәте башлығының финанстар буйынса урынбаҫары Гөлнара Вәлиева белдереүенсә, бындай проекттар халыҡҡа аҙ ғына сығымдар менән ҙур эш атҡарырға, ҡайһы берҙә оҙаҡ ваҡытҡа һуҙылырҙай эштәрҙе тиҙ генә башҡарып сығырға ярҙам итә. Бәғзе бер осраҡта берҙән-бер сара ла булып тора.
– Бөгөнгө иҡтисади шарттарҙа төҙөкләндереү маҡсатында аҡса йәлеп итеү өсөн был ҙур мөмкинлек, – тип билдәләне ул.
Ғөмүмән, ҡала халҡы өсөн дә, ауылда йәшәүселәргә лә ул мөһим күренеш. Ҡала тигәндән, программала быйыл үҙгәрештәр ҙә бар. Хәҙер унда ҡатнашыу өсөн күп фатирлы йорттар советы ла ғариза бирә ала. Әйтергә кәрәк, стәрлетамаҡтарҙың әүҙем­ләшеүе ошо үҙгәрештәргә бәйле лә инде. Ятып ҡалғансы, атып ҡал, тип боронғолар белмәй әйтмәгән. Кемдәндер көтөп ятҡансы, үҙ тырышлығың менән тирә-йүнеңде хәстәрләһәң, насармы ни? Шул күпер аша үҙең сығаһың, шул урамдан ғаиләң атлай, шул майҙансыҡта һинең балаларың уйнай бит…




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519