Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сикмәй хәҙер...
Кис ҡапҡаларҙы терәштереп, ишектәрҙе бикләп керҙем дә бәйләмемде алып ултырҙым. Нәҡ Ғабдулла Туҡайҙың шиғырындағы кеүек: “Тик икәүбеҙ – уй ҙа мин…” Юҡ, улай уҡ яңғыҙ түгелмен икән, миңә һыйынып, бер ни белмәй йоҡлап ятҡан бесәйем, унан тағы ҡаршыла һөйләп-күрһәтеп торған телевизорым бар. Уны ла мөкиббән китеп ҡарай торған ғәҙәтем юҡ шул. Көндөҙ ҡабыҙмайым, кис еткәс, яңылыҡтарҙы, Рәсәй каналынан фильмдар ҡарайым.
Бер үҙең булғанда баш уйҙарҙан сыҡмай инде, әллә ҡайҙарҙан урап ҡайта, бик йыраҡта ҡалған бала саҡҡа барып тоташа. Әсәйҙәрҙең кис ултырыуҙары иҫкә төшөп, күңел тула…

Беҙҙең әсәй бик йөрөргә яратманы. Шуғалырмы апайҙар, ҡул эштәрен (сигеү ептәрен, йөн иләү өсөн орсоҡтарын, бәйләмдәрен) алып, беҙгә килә торғайны. Ә мин, бәләкәй бала, гел улар янында ҡайнашам. Апай-еңгәләрҙең ғәйбәт һөйләгәнен, шулай уҡ үҙ тормошона зарланғанын бер ҡасан да ишетмәнем. Араларында бер йә ике бала менән тол ҡалғандары, йә иһә ире икенсе ҡатынға сығып китеп, әсәйем кеүек ике бала менән яңғыҙ йәшәгәндәре лә бар ине. Тик береһе лә йөрәк әрнеүҙәрен бер ваҡытта ла кешегә күрһәтеп, һуҡранып йөрөмәне. Ни тиклем сабыр булғандар икән! Ипләп кенә тормош хәлдәрен һөйләшеп, арала йор теллерәге ҡыҙыҡ таҡмаҡтар әйтеп, үҙ күңелдәрен үҙҙәре күреп ултырҙы.
Тағы шул иҫтә, беҙҙең урамда бер әбей йәшәй торғайны. Ул иҫке китаптар алып килеп, кис ултырыу­сыларға шуларҙы уҡый. Ул ваҡытта “Йософ-Зөләйха” ҡиссаһын бирелеп, эстәлегенә инеп китеп, таң ҡалып тыңлай инек.
Бер аҙ ултырғас (өй һыуынғандыр), мейескә йәнә яғып ебәрәләр, сәй ҡайнаталар. Әсәйҙең кипкән мәтрүшкәһенән сәй яһап, мейестә тәгәрәтеп бешерелгән бәрәңгеһен, табикмәген ҡушып һыйланалар. Унан тағы бер аҙ эшләп, һөйләшеп арығас ҡына апай-әбейҙәр таралыша. Хәҙер сәйҙәрҙең ниндәй генә сорттары юҡ, тик ул саҡтағы кеүек тәмле тойолмай шул улар.
Мин тормош ҡороп йәшәй башлағас та бар ине әле кис ултырыуҙар. Йә туғаныңа, йә аралашып йөрөгән дуҫ-ишеңә бараһың, икенсе юлы улар һиңә килә, ләкин был ваҡытта кис ултырыуҙар инде башҡа төрлөрәк: ҡул эше алып барыуҙар юҡ, ҡатын-ҡыҙ гәп һатһа, ир-ат кәрт уйнай. Шулай ҙа сәй эсеү ғәҙәте бөтмәне, өҫтәлдә ризыҡ күбәйҙе, шәкәр-кәнфит, перәник-печенье, төрлө ҡайнатма табындан өҙөлмәй башланы.
Ә хәҙер кис ултырыуҙар бармы икән? Әйтеүе ҡыйын. Йәштәр көндөҙөн эштә, унан ҡайтҡас аҙбар тулы мал-тыуар ҡарарға кәрәк, ул мәшәҡәттәрҙе теүәлләп инеүгә телевизор йә компьютер көтөп тора үҙҙәрен. Ә беҙ кис ултырыу түгел, көндөҙ ҙә ишек бикләп ултырырға мәжбүрбеҙ, сөнки тормошобоҙ төрлө алдау, талау һәм башҡа енәйәт менән тулды. Бер-беребеҙҙең хәлде белешергә ярай әле телефондар барлыҡҡа килде.
Шулай ҙа кис ултырыуҙар әбей-бабайҙар, әсәйҙәр, беҙҙең быуын хәтерендә матур, йылы, күңелле ғөрөф-ғәҙәт булып һаҡланып ҡалды. Әлеге яҙмам беҙгә тормош тәжрибәһе биреп, онотолмаҫлыҡ ғәмәлдәрен ҡалдырып, күптән инде баҡыйлыҡҡа күскән апайҙарыбыҙ, еңгәләребеҙ, әбейҙәребеҙ рухына доға булып барһын ине…




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 066

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 430

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 961

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 867

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 619

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 220

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 444

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 954

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 492

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509