Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Фәҡир иткән фатир
Фәҡир иткән фатир Рәсәйҙә шундайыраҡ миф йәшәй – Европаға, Америкаға ҡарағанда беҙҙең эш хаҡы түбәнерәк, ләкин илебеҙҙә медицина хеҙмәте, белем алыу бушлай, ә коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәр күпкә кәм. Факттар менән бәхәсләшеп булмай: илебеҙ ҡалаларында фатир өсөн түләү, әйтәйек, Германия менән сағыштырғанда, һиҙелерлек түбән кимәлдә. Коммуналь хеҙмәттәр өсөн хаҡтарҙың артыуын аҡлау маҡсатында был турала чиновниктар йыш ҡына иҫебеҙгә төшөрөп тора. Шуныһын танымау мөмкин түгел: коммуналь хеҙмәттәрҙең хаҡы ҡулланыусы квитанцияла күргән һандар менән генә билдәләнмәй.
Был осраҡта йортто хеҙмәтләндереү сифатын, фатир өсөн түләүгә ғаилә бюджетының күпме проценты китеүен иҫәпкә алырға кәрәк. Әйтәйек, Европала коммуналь түләүҙәр ғаилә килеменең 8 – 10 процентын йотоп тора. Айырым илдәрҙә был күрһәткестең юғарыраҡ та булыуы мөмкин – мәҫәлән, Балтик буйы илдәрендә эш хаҡының 20 процентын коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләйҙәр. Әлбиттә, квитанциялағы һандар илдең географик урынына ла бәйле: итальяндар, гректар, испандар йылылыҡ өсөн бөтөнләй түләмәй. Шулай ҙа фатир өсөн түләү илдең иҡтисади хәленә, халыҡтың көнкүреш кимәленә бәйле. Мәҫәлән, Италияның Статистика буйынса үҙәк институты мәғлүмәттәренә ҡарағанда, халыҡтың туғыҙ проценты коммуналь хеҙмәттәр өсөн ваҡытында түләй алмай.
Шуныһы ҡыҙыҡ: торлаҡ өсөн рәсәйҙәр, француздар, немецтар һәм американдар күпме түләүен баҙар эксперттары тикшереп ҡараған. Сағыштырыу өсөн граждандарҙың уртаса эш хаҡын һәм Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә күпме сығым китеүен алғандар (һумдарҙа). Һөҙөмтә беҙҙең файҙаға түгел: Рәсәй халҡы ғаилә бюджетының 16,6 процентын коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләргә мәжбүр. Беҙҙә уртаса эш хаҡы 33 мең һум тип алғанда, 47 квадрат метр майҙанлы фатир өсөн айына 5 500 һум аҡса сарыф ителә. Германияла иһә уртаса эш хаҡы 90 мең һум, 65 квадрат метр майҙанлы фатирҙа коммуналь хеҙмәттәр өсөн 12 500 һум түләйҙәр. Был инде ғаилә бюджетының 13,6 проценты. Францияла уртаса эш хаҡы 100 мең һум тәшкил итә, фатир өсөн ғаилә бюджетының сығымы 13,5 процент. Өҫтәүенә йорттарға ҡарауылсылар ҡуйылған, шәхси баҡсаһы, машина өсөн парковка бар. АҠШ-та фатир өсөн ғаилә бюджетының 12,9 проценты китә, ә уртаса эш хаҡы – 120 мең һум. Йорттарҙа теннис корты, бассейн, машина ҡуйырға урын бар.
Әйтергә кәрәк, коммуналь хеҙмәттәргә Рәсәй тарифтары Европаға ҡарағанда түбәнерәк. Был бигерәк тә йылылыҡ өсөн хаҡтарҙа һиҙелә. Тағы ла газ өсөн рәсәйҙәр Көнбайыштағы күршеләргә ҡарағанда 10 тапҡырға кәмерәк түләй. Сағыштырып ҡарайыҡ, мәҫәлән, 1 кубометр газдың хаҡы Мәскәүҙә 3,87 һум булһа, Лондонда – 24,01, Барселонала – 24,7, Венала – 32,8, Брюсселдә – 31,9, Берлинда 27,6 һум тәшкил итә.
Һыуҙан файҙаланған өсөн дә Рәсәй менән башҡа илдәр араһында айырма шаҡтай. Мәскәүҙә һыуҙың кубометры – 28,40, Парижда – 142, Брюсселдә –192,8, Барселонала – 40-60, Берлинда 135 һум.
Европала электр энергияһына хаҡтар, дөйөм алғанда, Рәсәйҙәге кеүек. Шулай ҙа Мәскәү халҡы менән сағыштырғанда улар ике тапҡырға күберәк түләй. Барселонала ғына, электр энергияһын күпме ҡулланыуға ҡарамаҫтан, ай һайын 333 һум (7 евро) түләү индерелгән. Ҡайһы бер илдәрҙә, әйтәйек, Францияла атом энергияһы үҫешкән.
Ҡайһы бер илдәрҙә коммуналь хеҙмәт­тәргә түләүҙән тыш үҙҙәренең йәшәгән райондарын тәртиптә тотоу өсөн муниципаль һалым индерелгән. Бынан тыш, йортто төҙөкләндереүгә аҡса йыйыла.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты ойош­тороуҙың идеаль схемаһын донъяла уйлап тапмағандар әле. Был мөмкин дә түгел һымаҡ, сөнки күп нәмә төбәктәрҙең үҙенсәлегенә бәйле. Мәҫәлән, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең халҡы коммуналь хеҙмәттәргә бер тин дә түләмәй. Шулай уҡ Кувейт, Ливия халҡы ла түләүҙән азат ителгән. Әллә ни йыраҡ китәһе түгел, хатта Төркмәнстанда ла коммуналь түләүҙәрҙе дәүләт үҙ иңенә алған.
Әлбиттә, хаҡтар “тешләшә” тип зарланып, төшөнкөлөккә бирелергә тимәгән. Коммуналь түләүҙәрҙе кәметеүҙең төрлө юлдары бар: һыуҙы, газды, электр энергияһын һаҡсыл ҡулланыу ҙа байтаҡ аҡсаны кеҫәгеҙҙә ҡалдырыр. Йәшәгән йортоғоҙға үҙегеҙгә идара итеү мөмкинлеге бар. Ҡыҫҡаһы, эҙләгән – таба, тырышҡан – ташҡа ҡаҙаҡ ҡаға.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519