Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Эй әҙәми нәфсе!
Эй әҙәми нәфсе!Элегерәк район гәзиттәрендә, хатта республиканыҡыларҙа ла хеҙмәт алдынғылары, ауыл хужалығы эшсәндәре, игенселәр, малсылар тураһында күп яҙалар ине. Ундай яҙмалар бер ни тиклем ҡалыпланғаныраҡ була, ә инде жанрҙың иң юғары нөктәһе – ниндәйҙер малсының һарыҡ бәрәсе йәки быҙау ҡосаҡлап төшкән фотоһы була торғайны.
Хайуандарҙың балаһы ла бала бит инде. Матур улар шундай, һоҡланғыс. Уларҙы, ысынлап та, ҡосаҡлағы, иркәләге килә. Бөгөн ундай яҙмалар юҡ инде, ауыл хужалығы үҙе лә юҡҡа сығып бара буғай.
Ҡайһы саҡта шундай яҙма­ларҙы һағынам мин. Улар танһыҡ булып тойола. Гәзит өсөн үҙем эшләрмен әле, тип уйлайым да – онотам. Ҡайһы бер төбәк­тәрҙә тыйнаҡ ҡына итеп: “Беҙҙә мал­сылыҡ юҡ шул инде”, – тинеләр. Ҡай­һыһында – һарыҡ, ҡайһы­һында – быҙау, ҡайһыһында айныҡ малсы табып булмай. Һуңынан онотола.
Ниндәйҙер һауынсы йәки бы­ҙау ҡараусы тураһындағы яҙманы уҡыусы ҡабул итер инеме икән? Белмәйем, әйтә алмайым.
Миңә ҡалһа, бик иҫтәре китмәҫ кеүек, сөнки беҙ инде ябай хеҙмәт кешеһен маҡтауҙан бөтөнләй ситләштек. Кеше­ләргә файҙа килтерә торған ғәмәлдәр, әгәр етди төшөм бирмәй икән, бик сәйер булып тойола. Беҙ “файҙа” һәм “төшөм” тигән һүҙҙәрҙең мәғәнәһен бер иттек.
Унан һуң, беҙ тоҙло, боросло, ҡанлы күренештәргә күнектек. Телевидениенан үлтерештәр менән шыплап тултырылған яңылыҡтар ҡарайбыҙ. Унда “ҡот осҡос” жанрына ҡараған фильм­дарҙан да хәтәрерәк хәлдәрҙе күрһәтәләр. Мәйет­тәр, ҡан, үлем. Беҙ шуларҙы ҡарай-ҡарай, көн­бағыш сиртә-сиртә, һағыҙ сәйнәй-сәйнәй яҡындарыбыҙ менән гәпләшәбеҙ.
Бына был урында минең гел телевидениены ғәйепләгем килә. Ниңә һеҙ беҙгә гел шундай ҡот осҡос хәлдәрҙе генә күрһәтә­һегеҙ? Һәр төрлө фажиғәләр, авариялар, янғындар, көрсөктәр – Рәсәйҙең яҙмышы ул, бында хакимиәт ғәйепле түгел тип әйтергә теләйһегеҙме? Беҙгә ниндәйҙер фекерҙе һеңдерергә итәһегеҙме? Хатта телевидение ғына ла түгел, барлыҡ матбуғат сараларын ғәйепләгем килә. Гәзиттәрҙе, журнал­дарҙы… Ҡай­һыһын ҡарама – юл һәлә­кәте, янғын, фажиғә, енәйәт… Ҡан, үлем, аҙғынлыҡ…
Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫәпкә алма­һаҡ та әле… “Ғәҙәти фажиғә” тип әйтә­йемме һуң инде… Ҡыҫ­ҡаһы, йыл һайын була торған­да­ры… Рәсәйҙә йыл һайын 30 мең кешене үлтерәләр, 30 меңе юл һәләкәтендә, 15 меңе батып, 40 ме­ңе эсеп, 20 меңе янып, 20 меңе грип­тан, 300 меңе яман шештән, 5 ме­ңе СПИД-тан үлә. 30 меңе хәбәрһеҙ юғала. 50 меңе үҙ-үҙенә ҡул һала, 1,6 миллион аборт яһала. Бында әле армияла үлеүселәр һанын, көсләнеүгә дусар балаларҙы, хеҙмәт урындарында вафат булыусыларҙы өҫтәргә мөмкин. Әллә күпме фажиғә, үлем, енәйәт табырға була. Улар хаҡында ентекләп һөйләргә, һәр детален ҙур планға алып күрһәтергә мөмкин… Һәм шул рәүешле йыл әйләнәһенә дауам итергә.
Матбуғат сараларын ғәйеплә­гем килә лә – ғәйепләй алмайым. Эйе, үҙем был өлкә менән бәйләнештә булған өсөн дә. Журналист яңылыҡ эҙләй, яңылыҡ һөйләй, күрһәтә, яҙа… Әгәр поезд билдәләнгән урынға барып еткән икән, был яңылыҡ була алмай. Әгәр ул рельстарҙан сығып тәгәрәгән, шартлаған, яҡындағы ауыл аша уҙған һәм бик күп кешенең һәләкәтенә сәбәпсе булған икән, был – яңылыҡ. Был хаҡта бер нисек тә яҙмай ҡала алмайһың. Был хәлдәрҙе матбу­ғатта сағылдырған өсөн журналисты ғәйепләп тә булмай. Икенсе яғы ла бар. Үҙ ваҡытында һәм ентекле яҡтыртылған фажиғә – баҫманың рейтингы ул. Ҡарау­сылар, уҡыусылар, реклама биреүселәр һаны. Тимәк, был – редакция өсөн тираж, рейтинг, бер һүҙ менән әйтһәк, аҡса килтереүсе күренеш.
Һәм бына инде ҡыҙыҡ урынға ла килеп еттек буғай. Мин – журналист, әгәр һеҙ теләмәйһегеҙ икән, бер ниндәй фажиғә, үлтереш, аҙғынлыҡ тураһында ла яҙмайым да, уны күрһәтмәйем дә. Мин һеҙ теләгән нәмәләрҙе яҡтыртам: алдынғы малсының тормошон һүрәтләйем, оҙаҡ йылдар буйына татыу йәшәгән ғаилә тураһында һөйләйем, Герой-әсә тураһын­да…Теләйһегеҙме?!
Ә һеҙ теләмәйһегеҙ. Махсус эҙләп ҡараным, өҫтә телгә алынған темаларға яҙмалар Интернетта юҡ тиерлек. Булһа ла, уларҙың рейтингы бик түбән, ҡараусылар һаны бик аҙ. Ә фажиғәләр, авариялар, үлемдәр, әҙәм ҡыйнау күренештәре… Бындайҙарҙы күрергә теләүсе­ләрҙең сиге-самаһы юҡ. “Шундай ҡанһыҙ күренештәрҙе күберәк күргән һайын кешенең хис-тойғоһо тупаҫлана, яуызлыҡ уның өсөн нормаға әүерелә”, – тип борсолабыҙ инде беҙ.
Үҫмер саҡта ҡараған бер фильмдан шундайыраҡ күренеш хәтерҙә ҡалған. Исемен хәтер­ләмәйем инде. ХIХ быуат. Ҡыш. Халыҡ яза майҙанына йыйылған. Ҡалтыранып баҫып торалар, көтәләр. Кемделер аҫырға тейеш­тәр икән. Шунан алып сығалар теге ғәйепле кешене. Башына ҡара ҡапсыҡ кейҙерәләр. Аяҡ аҫтындағы нәмәне алалар. Бөттө. Һәм шунда фильм героиняһы “аһ” итеп күҙҙәрен ҡаплай. Фильмды мин аңламағанмындыр инде. Миндә: “Һуң, күргең килмә­гәс, ниңә шул тиклем оҙаҡ көтөп торҙоң һуң?” – тигәнерәк һорау тыуғаны иҫтә. Ә бит элекке дәүерҙәрҙә бындай күренештәр бик тәбиғи булған. Майҙанда кемделер аҫалар, киҫәләр, аталар икән – быны тамаша ҡылырға халыҡ йыйылған. Бындай асыҡтан-асыҡ язалау сараларына концерт, театр йәки циркка йөрөгән кеүек йөрөгәндәр.
Бәлки, быға аптырарға кәрәк­мәйҙер. Беҙ, әлбиттә, кеше тигән затты күктәргә күтәрәбеҙ. Ә биологик яҡтан ҡарағанда, һөтимәр­ҙәрҙең бер төрө бит инде ул – ит ашаусы һөтимәр. Бесән ашаусы ғына түгел. Ә ит ашау өсөн йәки үҙеңә кемделер үлтерергә, йәки үләкһә эҙләргә кәрәк. Бер һүҙ менән әйткәндә, йыртҡыс бу­лырға.
Әҙәм теленә күсерһәк, һәр төрлө фажиғәләрҙе, үлем-китем­дәрҙе тамаша ҡылырға яратыуы – әҙәм балаһының боҙоҡлоғо түгел, ә бары тик уның тәбиғи ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү генә булып сыға, кәрәк уның организмына ошондай ҡот осҡос тамашалар. Был ниндәйҙер гормондар бүлеп сығара, үҙ тормо­шон­дағы ҡурҡыныс ваҡиғаларға тынысыраҡ ҡарарға, уларҙы һалҡын ҡан менән еңеп сығырға булыша. Белгестәр шулай, ти.
Шулай ҙа... берәр малсы тура­һында яҙаһы, уны, һарыҡ бәрәсе тоттороп, фотоға төшөрәһе килә... Был минең боҙоҡлоҡтан түгел, ә кешенең тәбиғи ихтыяждары тураһында уйлауҙан. Кәрәктер кеүек уның организмына шундай самими күренештәр...
Кәрәкме икән? Һоҡландырыр инеме икән? Нәфсеһен генә ҡуҙғатмаҫмы икән?




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 087

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 981

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 328

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518